24.06.2018 Ни өсөн һарымһаҡ һарғая?
1. Көҙгөһөн һарымһаҡты иртәрәк ултыртһағыҙ, ул һарғаясаҡ. Шуға ла уны октябрҙең икенсе яртыһында ултыртырға кәрәк. Шытып өлгөрмәҫкә тейеш.
2. Яҙғыһын ҡырау йыш булһа ла һарғая.
3. Көндәр эҫе торғанда йышыраҡ мул итеп һыу һибегеҙ. Дым етмәгәндә был үҫемлек һулый башлай.
4. Һарғайыуға һуған себене кеүек ҡорттар ҙа сәбәпсе. Шуға ла һарымһаҡҡа көл һибеп тороғоҙ. Янына кишер сәсһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы.
5. Бәшмәк ауырыуҙары булмаһын өсөн һарымһаҡты ултыртҡанда уны эшкәртегеҙ.
6. Калий етмәгәндә лә һарымһаҡ һарғая. Тупраҡты калий сульфаты менән туҡландырығыҙ.