«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Үрсетмәләрҙе туҡландырығыҙ



20.05.2018 Үрсетмәләрҙе туҡландырығыҙ

Үрсетмәләрҙе туҡландырығыҙ
Май айы тамамланғансы үрсетмәләр өйҙә тәҙрә төптәрендә үҫә әле. Асыҡ тупраҡҡа ултыртҡанға тиклем уларҙы даими туҡландырып тороу зарур. Күптәр был эште мөһим тип һанамай.
Үҫемлектәрҙе файҙалы микроэлементтар менән туҡландырыу уларҙың һыуыҡҡа, төрлө сирҙәргә сыҙамлылығын арттыра. Ашлама һибер алдынан тамырҙары янмаһын өсөн иң тәүҙә таҙа һыу ҡойоғоҙ. Ашламағанда, улар сиргә бирешә, япраҡтары һарғая башлай. Помидор үҫентеләренә яҡшыраҡ үҫһен өсөн йод иретмәһе һибәләр: 3 л һыуға 1 тамсы йод тамыҙырға һәм иретмәне үҫентенең төбөнә һибергә. Йодлы иретмәне баҡсаға сығарып ултыртҡас тағы ла һибергә мөмкин. Помидор эре буласаҡ, йод уны фитофторанан да һаҡлай.
Үрсетмәләрҙе туҡландырыу өсөн Унифлор Рост, Кемира Люкс, Агрикола, Гуми һ.б. препараттарҙы ҡулланалар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға