26.04.2018 Ағас ултыртып ҡалығыҙ
Тупраҡ ҡар һыуҙары менән туйынған мәлдә, апрелдә, ағас ултыртыу яҡшы. Соҡорҙарҙы көҙгөһөн үк әҙерләп ҡуялар.
Ултыртыр алдынан органик һәм минераль ашламалар һалырға онотмағыҙ. Органик ашлама сифатында тиреҫ, торф, серетмә ҡулланалар. Яңы тиреҫ һалырға ярамай. Минераль ашламаларҙан фосфорлы һәм калийлы ашламалар тәҡдим ителә. Суперфосфат иң яҡшы фосфорлы ашлама тип һанала. Әсе тупраҡ өсөн фосфор онон да файҙаланырға була. Калийлы ашламаларҙан хлорлы калийҙы файҙаланырға мөмкин. Улар булмағанда нитрофоска ҡулай. Ашламаларҙы тупраҡ менән ҡатнаштырып бутап, ағастың төбөнә күмергә.