21.04.2018 Апрелдә баҡса эштәре
Апрель – яҙҙың үҙенә күрә бик тә матур һәм мәшәҡәтле айы. Беҙҙең шарттарҙа апрелдә һауаның уртаса айлыҡ температураһы 3 градус йылылыҡҡа яҡынлаша. Ай аҙағына ҡайһы бер йылдарҙа йылылыҡ 20 – 25 градусҡа ла етә.
Был айҙа асыҡ ергә сәсеү өсөн орлоҡтарҙы барларға, тейешлеләрен тикшерергә кәрәк. Кишер, петрушка, укроп, ҡыҙыл сөгөлдөрҙө, башлы һуғанды сәсергә әҙерләйҙәр. Сатыр сәскәле йәшелсә культураларының орлоғон ике аҙна буйы сыныҡтыралар, 0 – 2 градус йылылыҡта тоталар. Ҡар иреп бөтөү менән, тупраҡ әле бик дымлы саҡта, баҡсаға азотлы ашламалар (мочевина, аммиак селитраһы, тиреҫ) индерелә. Был ваҡытта улар тупраҡта һәйбәт ирей, яҙғы һыу уларҙы аҫҡы ҡатламдарға алып төшөп китә алмай. Бигерәк тә баҡса еләге үҫтерһәгеҙ, әлеге ысулды ҡулланыу яҡшы. Еләктәрегеҙҙең
10 – 15 көнгә иртәрәк өлгөрөүен теләһәгеҙ, уның иртә өлгөрә торған сорттарының өҫтөнә дуға рәүешендә каркас ҡуйып, өҫтөн пленка менән ҡаплағыҙ. Шул уҡ ваҡытта былтыр ғына ултыртҡандарын да ентекләп ҡарағыҙ, араларында тупраҡ өҫкә ҡыҫып сығарған үҫентеләр була. Уларҙы тупраҡҡа батырып ҡуйығыҙ.
Күп йыллыҡ йәшелсә культуралары (ҡара һуған, ирәүән, ҡуҙғалаҡ), шулай уҡ баҡса еләгенең араларын да тырматып сығығыҙ, минераль ашламалар индерегеҙ, рәт араларын йомшартығыҙ.
Апрель урталарында картуфтың бүлбеләрен баҙҙан сығарып, шыттырырға ҡуйырға кәрәк.
Ай уртаһында өлгөр баҡсасылар теплицаларын йылытып, ҡыярҙарын да сығара. Апрель баштарында япмалы урындарға биояғыулыҡ, серетмә, тиреҫ һалалар.