«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Тормошто еңеләйтә торған кәңәштәр



16.03.2018 Тормошто еңеләйтә торған кәңәштәр

Тормошто еңеләйтә торған кәңәштәр
✦ Әгәр ҙә яңы танышығыҙҙың йәшен туранан-тура һорарға ҡыймаһағыҙ, уның Ҡытай йондоҙнамәһе буйынса кемлеген белешегеҙ. Мәҫәлән, эт йылында тыуғандарға 1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018 йылдар тура килә. Ә 12 йыл – ҙур ваҡыт арауығы, кешенең ҡиәфәте буйынса теүәл йәшен билдәләүе ауыр булмаҫ.
✦ Ҡайнар сәйҙе йәки ҡәһүәне тиҙ генә һыуытыр­ға кәрәкһә, сынаяҡ эсенә ике ҙур ҡалаҡ йәки дүрт балғалаҡ ҡуйып тороғоҙ.
✦ Ҡырҡылған сыр һы­уытҡыста кипмәһен йәки күгәрмәһен өсөн уға бер аҙ аҡ май яғырға кәрәк.
✦ Табала тәүҙә тоҙ ҡыҙ­ҙырһағыҙ, ризыҡ уның төбөнә йәбешмәҫ.
✦ Юлға сығыр алдынан сумаҙан төйнәгәндә үҙегеҙгә “нимә кәрәк буласаҡ” тип түгел, ә “ниндәй әйбер­һеҙ миңә ҡыйын буласаҡ” тигән һорау бирегеҙ. Ул саҡта артыҡ йөк тупламаясаҡһығыҙ, кәрәген онотмаясаҡһығыҙ.
✦ Күмәкләшеп фотоға төшкәндә, күҙҙәрегеҙҙең йомоҡ булмауын теләһәгеҙ: “Бөтәгеҙ ҙә күҙегеҙҙе йомоғоҙ, өскә тиклем һанағас, асығыҙ!” – тигән фарман бирегеҙ.
✦ Электр утын һүндер­ҙеләрме? Телефонығыҙ­ҙың экранын яҡтыртығыҙ һәм өҫтөнә тулы һыулы пластик шешә ҡуйығыҙ. Бына тигән яҡтыртҡыс буласаҡ!
✦ Яҡын кешегеҙгә нимә бүләк итергә белмәйһегеҙме? Уға бүләк алыуығыҙ хаҡында әйтегеҙ һәм уның нимә икәнлеген белергә ҡушығыҙ. Ғәҙәттә, кеше хыялындағы әйберҙәрҙе һанарға керешә. Һеҙгә тиҙ арала шуларҙың береһен һатып алырға ғына ҡала.
✦ Әгәр ҙә банкоматтан ваҡ купюралы аҡса алырға теләһәгеҙ, 400, 900, 1400, 1900 һ.б. һум тип баҫығыҙ.
✦ Шкафтағы, аяҡ кейемендәге ауыр еҫте бөтөрөү өсөн унда 2 – 3 пакетлы сәй һалығыҙ. Ә яңы һатып алын­ған әйберҙәге “фабрика еҫе”нән ҡотолоу өсөн уны гәзиткә урағыҙ.
✦ Үҙ аллы ашай башлаған кескәйҙәр тамаҡ ялғағандан һуң, ғәҙәттә, аш-һыу бүлмәһенең иҙәне сүпләнеп бөтә. Көнөнә әллә нисә тапҡыр иҙән йыуып яфаланғансы, баланың ултырғысы аҫтына клеенка түшәгеҙ. Ашап бөткәс, һеҙгә уны ҡағырға һәм һөртөргә генә кәрәк буласаҡ.
✦ Әгәр ҙә телефоны­ғыҙҙың тиҙ арала көс йыйыуын теләһәгеҙ, уны “самолетта” режимына күсерегеҙ. Тик һуңынан был режимды һүндерергә онотмағыҙ, юғиһә шылтыратыу­ҙарҙы ҡабул итә алмаясаҡһығыҙ.
✦ “Звездочка” бәлзәменең еҫе йорт хайуандарына оҡшамай. Уны мебелгә, шкафҡа һ.б. һөртһәң, бесәй-этегеҙ унда яҡынламаҫ.
✦ Төймәләрегеҙ төшөп йонсотмаһын тиһәгеҙ, еп­тәренә төҫһөҙ тырнаҡ лагы һөртөп сығығыҙ.
✦ Мөһим шылтыратыу­ҙы ишетмәй ҡалыуҙан ҡурҡаһығыҙмы? Кеҫә телефонын тәрән тәрилкәгә һалығыҙ, шул саҡта уның тауышы көслөрәк яңғыраясаҡ.
✦ Картуф чипсылары тәмле, әммә зарарлы ризыҡ һанала. Ашамағыҙ уны, шулай ҙа файҙаһын күрегеҙ: утын өҫтөнә чипсы һалып ут төртһәгеҙ, усаҡ тиҙ генә тоҡанып китер.
✦ Иртәнсәк бер ҙә торғоғоҙ килмәйме? Күҙ­ҙәрҙе ауырттырғансы ныҡ итеп йомоғоҙ ҙа егермегә тиклем һанағыҙ. Ғәҙәттә, йоҡо шундуҡ оса. Тик һанаған ваҡытта кире ойоп китмәгеҙ.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға