03.03.2018 Баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл башланды
Март – яҙҙың тәүге айы. Баҡсала әле ҡар ята. Әммә ҡояшлы көндәр артты, яҙҙың яҡынлашыуы һиҙелә. Марттың икенсе яртыһында ҡар әкренләп ултыра һәм ирей башлай. Был айҙа йәшелсә үҫтереүселәр төп иғтибарын асыҡ ерҙә ултыртылырға тейешле йәшелсә культураларының үрсетмәләрен өй шарттарында ла, парниктарҙа, теплицаларҙа үҫтереүгә йүнәлтә. Өй шарттарында иртә өлгөрә торған помидорҙы үрсетмә өсөн – март башында, һуң өлгөргәндәрен 18 – 21 мартта сәсәләр, ә баклажан, татлы борос үрсетмәләре март башында беренсе япрағын сығарып өлгөрә. Парник йылы булһа, иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә, йәшел килеш файҙаланыу өсөн редис, һуған, петрушка, укроп сәсергә мөмкин.
Баҡсасылар был айҙа асыҡ грунтҡа минераль ашламалар индереүҙе дауам итә, баҡсала ҡар тота.