«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » “Техника – минең тормошом”



22.02.2018 “Техника – минең тормошом”

“Техника – минең тормошом”Шамил Хөснөтдинов 15 сәғәт буйына туҡтамайынса машина йүнәтеп, рекорд ҡуйған
Мәләүездә һәләтле балалар күп. Шуларҙың береһе – 3-сө гимназия уҡыусыһы Шамил Хөснөтдинов. Ул бәләкәйҙән машина менән ҡыҙыҡһына. Өфөнән апаһы алып ҡайт­ҡан уйынсыҡ машиналар­ҙы боҙоп йыйыу яратҡан шөғөлө була. Алты йәшенән машина йөрөтөргә өйрәнә. 2015 йылдан ныҡлап техника менән ҡыҙыҡһына башлай. “ВАЗ – 2106” машинаһын һүтеп, тулыһынса яңынан йыя.

– Бәләкәйҙән машина тип иҫе китте. Яңы йөрөтөргә генә өйрәнгән сағында педалдәренә аяҡтары ла етмәй торғайны. Ҡоро корпусын ғына ҡалдырып, машинаны яңынан йыйҙы. Мәктәптән ҡайта ла, саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, шул машина эргәһенә сығып юғала. Үҙ эшен шул тиклем яратып башҡара, ҡайһы саҡта тамаҡ ялғарға ла онота. Еренә еткереп ҡуймайынса туҡтамай. Бер мәл бер туҡтауһыҙ, 15 сәғәт буйына машина менән булышты, – ти ейәне хаҡында Гәүһәр Зәки ҡыҙы.
Әлеге ваҡытта Шамил машиналар ремонтлай. Диагностика үткәреү уға бер ни тормай, “һә” тигәнсе сәбәбен дә аңлатып бирә. Сигнал ҡуйыу, бөтә электр өлөшөн эшләү, кузовты йүнәтеү, музыка урынлаштырыу, сымдарын алмаштырыу – быларҙың барыһын да ул ҙур кинәнес менән башҡара. Йыш ҡына дуҫ-иштәре, машиналарының берәй ере ватылһа, ярҙам һорап уға мөрәжәғәт итә.
Ошо арала үҫмер үҙенең “шестерка”һын “дрифт”ҡа әҙерләү менән мәшғүл. 15 йәш кенә әле уға, шуға күрә 18 йәше тулыуын, тиҙерәк водитель танытмаһы алыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Киләсәктә автоэлектрик һөнәрен үҙләштереп, автосервис асырға хыяллана. Яҡты хыялдар менән йәшәгән Шамилға тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Резеда ӘЙҮПОВА.
Мәләүез ҡалаһы.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға