«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Ағастарға ҡалын ҡар кәрәк



15.02.2018 Ағастарға ҡалын ҡар кәрәк

Ағастарға ҡалын ҡар кәрәк
Ҡыш етһә лә, баҡсасының мәшәҡәттәре барыбер кәмемәй. Йәйге уңыш күләме ағас-ҡыуаҡтарҙың нисек ҡышлауына бәйле. Еләк-емеш ағастарының бигерәк тә тамыр системаһы һалҡынға тиҙ бирешеүсән. Ҡар аҙ булған йылда 15 – 20 градус һалҡында уға зыян килергә мөмкин. Шуға күрә ағас төбөнә ҡалын итеп ҡар өйөп ҡуйырға кәрәк. Ҡар – яҙғы дым запасы ла. Һыуыҡтан ағастың олонон, иң ҙур ботаҡтарының төбөн һаҡларға кәңәш ителә. Улар зыян күрмәһә, башҡа ботаҡтар өшөгәндә лә ағас үҫеп китә ала. Көн йылытҡан ваҡытта ағастарға кимереүселәр һөжүм итә. Уларға юл ҡалдырмаҫ өсөн ағас төбөнә ҡар өйөп, ныҡлап тығыҙлап тапап сығығыҙ. Йәш үҫентеләрҙең төбөн капрон колготки менән урағыҙ.
Ҡышын ҡоштар өсөн тағараҡтар эшләп, ем һалып, улар­ҙы йорт янына эйәләштерегеҙ. Йәйгеһен ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштә ҙур ярҙамсы буласаҡ.
Емеш ағастарын тағы бер тапҡыр ҡарап сығығыҙ. Уларҙа үрмәксе ауына төрөлгән япраҡтар осрауы мөмкин. Был – яҙға сығырға тейешле ҡоротҡостарҙың оялары. Уларҙа 10 – 15 ҡорт була. Ошондай ҡороған япраҡтарҙы йыйып алып яндырығыҙ. Кипкән, серегән емеш ҡалдыҡтарын да шулай юҡ итегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға