17.11.2017 Һалым буйынса бурыстарығыҙ йыйылмаһын
һалымды ҡасанға тиклем түләп ҡуйырға кәрәк? Дәүләткә бурысың йыйылһа, пеня түләнәме? Ошо һорауҙарға Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының 2-се камераль контроль начальнигы вазифаһын башҡарыусы Оксана Хәйруллина яуап бирә.
Бурысты ҡасанға тиклем түләргә?
2016 йылға иҫәпләнгән милек, транспорт, ер һалымын 1 декабргә тиклем түләү мөһим. 2 декабрҙән түләнмәгән һалым суммаһы недоимка булып һанала һәм һалым органдары уларға көн һайын пеня өҫтәй.
Граждандар һалым түләү өсөн квитанцияларҙы ҡасан аласаҡ?
Һалым органының сайтында шәхси кабинеты булғандар электрон рәүештә һалым уведомлениеларын алды. Ҡалғандарға йәшәгән урыны буйынса Рәсәй почтаһы аша хат ебәрелде. Квитанциялар килмәгән осраҡта шәхси милке булғандар Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органында www.nalog.ru/rn02 сайтына инеп, «Һалым уведомлениеһын ал» интерактив сервисы аша алыу мөмкинлегенә эйә.
Бер ҡасан да һалым уведомлениеһы алмаған граждандарға нимә эшләргә?
Әгәр ҙә милек хужаһы милкенә бер ҡасан да һалым түләмәгән икән, ул һалым органдарына үҙенең объекты барлығы тураһында хәбәр итергә бурыслы. 31 декабрҙән дә һуңға ҡалмай, һалым органына тейешле ғариза яҙып, милеккә хоҡуғын раҫлаған документтарын килтерергә кәрәк. Әгәр ҙә һеҙ милкегеҙҙе йәшерәһегеҙ икән, йыйылған һалымды иҫәпләп, шул сумманың 20 проценты күләмендә штраф түләйәсәкһегеҙ. Һалым суммаһы 100 һумдан әҙерәк иҫәпләнгән граждандарға һалым ҡағыҙҙары әле ебәрелмәй, һалым түләүе 100 һумдан артҡас ҡына ебәреләсәк. Шулай уҡ торлаҡ майҙаны – 50 кв. метрҙан, фатирҙыҡы – 20 кв. метрҙан, бүлмә майҙаны 10 кв. метрҙан кәмерәк булған осраҡта һалым ҡағыҙы шулай уҡ ебәрелмәй.
Һалымды интернет аша түләп буламы?
Һалымды банкта, Рәсәй почтаһында, түләү терминалдарында, банкоматтарҙа, шулай уҡ онлайн- режимда Федераль һалым хеҙмәте сайтының (www.nalog.ru) «Һалымыңды түлә» интернет-сервисы, Дәүләт хеҙмәте порталы ярҙамында башҡарырға мөмкин.
Һалым уведомлениеһында күрһәтелгән сумманың дөрөҫлөгөн нисек тикшерергә була?
Яҡынса һалым суммаһын белергә теләһәгеҙ, Федераль һалым хеҙмәтенең «Калькулятор земельного налога и налога на имущество физических лиц, исчисляемых исходя из кадастровой стоимости» интернет-сервисын файҙалана алаһығыҙ.
2016 йылда физик шәхестәрҙең милкенә һалым иҫәпләгәндә үҙгәрештәр индерелдеме?
Икенсе йыл инде физик шәхестәрҙең милкенә һалым объекттың кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнә. Яңы үҙгәрештәр әлегә этаплы рәүештә индерелә – тәүге дүрт йылда түбәнәйтелгән коэффициенттар ҡаралған. Һалым түләүселәр милектәренең кадастр хаҡының тулы күләмен 2020 йылдан түләй башлаясаҡ.
Күсемһеҙ милектең кадастр хаҡы үҙгәрәме һәм уны ҡайҙан белергә мөмкин?
Милектең кадастр хаҡы өс йыл һайын үҙгәрә. Уны «Росреестр» сайтынан ҡарарға мөмкин. Йәки Күп функциялы үҙәктә кадастр справкаһын алып ҡарай алаһығыҙ.
Ҡиммәтле автомобилдәре булғандар транспорт һалымын нисек түләй?
2014 йылдан хаҡы 3 миллион һумдан артып киткән автомобилдәргә транспорт һалымы күтәрелеүсе коэффициент иҫәпкә алып билдәләнә. Уның суммаһын РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы билдәләй. Был ведомствоның сайтында юғары коэффициент менән һалым билдәләгән автомобилдәрҙең исемлеген ҡарарға мөмкин.
Һалым буйынса льготалар алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Һалымға льгота булһын өсөн йәшәү, теркәлеү урыны буйынса ташламалар алырға хоҡуҡлы булыуығыҙ тураһында документтар менән һалым органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаны «Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» интернет-сервисы аша ебәреп була. Һалым буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (www.nalog.ru) «Справочная информация о ставках и льготах по имущественным налогам» электрон сервис аша табырға була. Һалым органы сайтындағы «Шәхси кабинет» ҡа инеү өсөн паролде онотһағыҙ, ҡайтанан һалым органдарына, күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Паспорт, ИНН кәрәк буласаҡ.
З. ХӘСӘНОВА әҙерләне.