«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Баллы булһын сәйҙәребеҙ!



13.08.2017 Баллы булһын сәйҙәребеҙ!

Баллы булһын сәйҙәребеҙ!
Ҡулдарығыҙҙан ҡот китмәһен, умартасылар!
Башҡортостанда бик матур байрам – Умартасылар көнө бар. Уны йыл һайын август айының икенсе йәкшәмбеһендә билдәләйҙәр. Республикабыҙҙа бик күп кеше умарта тота, кемдер балды һатыу өсөн етештерә, төп кәсебе итә. Татлы аҙыҡты үҙенең ғаиләһенә етерлек итеп, тәмләп кенә ҡараусылар ҙа бар. Эш умартаның күпме булыуында түгел ул. Сөнки умарта тотоу һәр ваҡыт мәртәбәле, лайыҡлы һөнәр һаналды һәм һанала. Кемгә нисектер, әммә миңә бәләкәй саҡтан бер фекер һеңдерелгән: умартаны тик уңған кешеләр генә тота ала. Юҡтан ғына түгел инде, ысынлап та, татлыҡасты табынға килтереп ҡуйыр алдынан күпме тырышлыҡ һәм таһыллыҡ кәрәк икәнлеген барыбыҙ ҙа белә.

Ейәнсура районының Ғәббәс ауылында йәшәүсе Сафуан ағай Ғәлләмовтың да умарталары күп түгел, ләкин шулай ҙа был шөғөлөн иҫе китеп яратып, еренә еткереп алып бара. Иң мөһиме – бал ҡорттарын ҡарағанда, ҡорт айырғанда янындағы бөтә кешене, ҡунаҡҡа килгән балалары, ейән-ейәнсәрҙәрен дә эшкә ҡуша, милләтебеҙҙең матур кәсебен уларға ла аңлатып, өйрәтеп ҡалырға тырыша. Улары оҫта олаталары эргәһендә, белер-белмәҫ булһа ла, сабышып, ярҙам итеп йөрөй. Ҡорт саға, тип ҡурҡып тороу ҡайҙа ти ул – кәрәкле кейемдәрҙе кейеп алалар, хатта айырған күстәрҙе йыйып алыуҙа ла ҡатнашалар.
– Бал ҡорттары – үҙе бер айырым донъя бит ул. Ауылда башҡа мәшәҡәттәр бөтмәһә лә, тап ошо йән эйәләре менән эшләү айырыу­са күңелемә ята. Нәҙекәй­бил­дәрҙең уңғанлығына, аҡыллылығына һоҡланып туя алмайым, аптырайым, – тип уй-кисерештәре менән бүлешә Сафуан ағай.
Әле ауылда йәшәһә лә, ҡала ерендә үҫкән егет ул Сафуан Ғәлләмов. Ҡатыны Ғәлиәбаныу менән 40 йылдан ашыу бергә ғүмер итәләр. Йылы, матур ғаилә ҡорған улар, барлыҡ эштәрен дә, шул иҫәптән умартасылыҡты ла кәңәшләшеп, бергәләп алып баралар. Сафуан ағай үҙе көлөп хәтерләүенсә, йәш саҡта ул умарта тотоу түгел, ауылға ҡайтып йәшәү хаҡында һис тә уйламаған. Шулай ҙа яҙмыш, мөхәббәт үҙенекен итә бит, бына нисәмә йыл буйы бай тәбиғәтле ауылда күркәм тормош көтәләр. Сафуан ағай үҙе лә шул бал ҡорттары кеүек тынғыһыҙ, уңған кеше, әленән-әле яңы шөғөл уйлап сығарып ҡына тора. Төрлө ергә өлгөрә, хатта бесәнлегендә быуа ла эшләп алған. Быуала ҡасандыр балыҡ үрсетелһә лә, хәҙер кешеләр ял итергә йөрөй. Бигерәк тә балалар кинәнә. Ә инде төрлө йәнлек-кейек һыулауын, эҫе томрала ҡойоноуын иҫәпкә алһаҡ, һыу ятҡылығының әһәмиәтен яҙып та бөтөрөрлөк түгел. Бынан башҡа ла белмәгән эше юҡ ағайҙың, ауылдың йәше-ҡарты уға кәңәш-ярҙам һорап килә. Йорт һалыу, мейес сығарыу, ағас­тан төрлө һауыт-һаба, уйынсыҡтар эшләү менән дә ҡыҙыҡһына. Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ысын хазина тулы һандыҡ булған Сафуан Ғәлләмовҡа ҡарап мин дә һоҡланам. Шул “һандыҡ”та күпме аҡыл, күпме кәңәш һәм йылылыҡ ята!
Сафуан ағай – 76 йәшен тултыр­ған уҙаман. Ә үҙе, фотоларҙан да күреүегеҙсә, көс-ғәйрәте ташып торған, гел эш менән булышҡан шәп кеше! Трактор ҙа йөрөтә, кәрәк булһа, салғы менән бакуй-бакуй бесәнен дә сабып ташлай. Йәгеҙ, йәш егеттәр, кем ошондай таһыллығы менән маҡтана ала?!
– Башҡорт ир-егеттәре һәр ваҡыт яугир, көслө булған. Әле лә күптәребеҙ шулай. Бында бал ашарға яратыуыбыҙҙың да өлөшө ҙурлығына иманым камил. Дәрт булғанда дарман да булыуын теләйбеҙ икән, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған матур шөғөлдәребеҙҙе онотмайыҡ. Мин балдан төрлө дауалау сараһын да эшләп алам. Мәҫәлән, үле ҡорттар­ҙы төнәтеп эсәм. Ысынын ғына әйткәндә, йәш күренеүемдең, аяҡта ныҡлы тороуымдың сәбәбен шул төнәтмәлә күрәм, – тип, серҙәре менән дә бүлеште. Афарин, Сафуан ағай, беләгегеҙҙә көс, тормошоғоҙҙа йәм бөтмәһен!
“Өлгөрмәҫлек ташып
бал ҡорттары –
Йүкәләрҙән һығылып бал тама!
Сәскәләрен һыпырып сәйгә
һалам –
Шау бал булып аңҡый сәйҙәрем.
Йөрәгемдең бар яфаһын йыуа
Уралымдың шифа йәйҙәре”,
– тип яҙған бит Рауил Бикбаев та. Ысынлап та, ошо матур йәй айҙарында баллы сәй эсеү үҙе бер бәхетле, әйтеп аңлатҡыһыҙ хистәргә батырған мәл бит ул. Ошо мәлде булдырыусы умартасыларыбыҙҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, шифалы балығыҙ мул булһын!

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға