14.06.2017 Меңдән бер кәңәш
Йомортҡа ҡабығы – бик шәп ашлама. Уны татлы борос, баклажан, помидор һәм кәбеҫтәнең бөтә төрө лә ярата. Ташҡабаҡ, ҡауын, һуған, ҡыҙыл сөгөлдөр һәм шпинат та үҙ итә. Ҡыҫҡаһы, баҡсала бик кәрәкле ашлама. Ҡулланыр алдынан йомортҡа ҡабығын бер аҙна самаһы киптерергә кәрәк. Бынан һуң уны блендер менән ваҡларға ғына ҡала. Артығын сепрәктән эшләнгән ҡапсыҡта һаҡлағыҙ, ара-тирә баҡса еренә индереп тороғоҙ.