«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Аҡ сирень, күк сирень…



21.04.2017 Аҡ сирень, күк сирень…

Аҡ сирень,  күк сирень…Әлбиттә, сирень – әрһеҙ ҡыуаҡтар­ҙың береһе. Ләкин ул да ҡайһы саҡ мул итеп сәскә атмай, йә бөтөнләй буш ултыра. Тимәк, уны тәрбиәләргә кәрәк. Сәскәһе ҡойолоу менән ботағын ҡырҡып таш­лай­ҙар. Был сиренгә ял итергә, яңы орлоҡтар сығарып мәшәҡәтләнмәҫкә ярҙам итә. Шу­лай уҡ ҡыуаҡты күпкә матурыраҡ та итә. Сәскәһен ҡойған сиренде составында фосфор һәм калий булған ашламалар менән туҡландыралар. Был киләһе йылда сәскәләрҙең тағы ла матурыраҡ күренәсәгенә булышлыҡ итә. Шулай уҡ ҡышты яҡшыраҡ сығырға ла ярҙам. Ағас көлөнөң бер генә грамын да әрәм итеү юҡ – уны сирень төбөнә лә һибергә була. Ул тупраҡты яҡшырта, микроэлементтар менән туҡландыра. Бынан тыш, ҡыуаҡ минераль һәм биологик ашламаларҙы ла яҡшы ҡабул итә.
Ә бына ҡыштан сыҡҡан ғына сирендең тупрағына составында азот булған ашлама ла етә. Органик ашламаларҙы файҙаланмағыҙ. Яңы ғына ултыртылған сирендәргә мул итеп һыу ҡоялар. Ғөмүмән алғанда, ҡыуаҡ нығынып киткәнсе тамырҙары тирәһендәге тупраҡ гел дымлы булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға