«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Теплицаны нисек ҡуйырға?



19.04.2017 Теплицаны нисек ҡуйырға?

Теплицаны нисек ҡуйырға?Ҡағиҙә бу­лараҡ, баҡ­са­сылар теплицаны һәр ваҡыт ҡояш йылытып то­рор тип өмөт итә. Тимәк, көнсығыштан көнбайышҡа та­бан ҡаратып ҡу­йырға кә­рәк. Был ҡояш иң ныҡ ҡыҙ­ҙырған ваҡытта то­тош теплицалағы майҙанды йылытыу мөмкинлеге бирә. Әгәр ҡояш көн оҙоно ҡыҙҙырырлыҡ урынға ҡуя алмайһығыҙ икән, исмаһам, көндөң беренсе яртыһында йылынырлыҡ итеп урынлаштырығыҙ. Өсөнсө вариантты тәҡдим итеү дөрөҫ түгел, сөнки ҡояш төштән һуң ғына төшкән урында торған теплицалар етерлек кимәлдә йылынмай. Үҫемлектәр төндә өшөмәҫлек итеп йылы тупларға өлгөрмәйәсәк. Шул арҡала уларға икенсе көндә эҫе тейеүе лә ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға