«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Артыҡ оҙондар. Нимә эшләргә?



18.04.2017 Артыҡ оҙондар. Нимә эшләргә?

Артыҡ оҙондар. Нимә эшләргә?Үрсетмәләрҙе үҫтергән ваҡытта төрлө проблемалар сығып ҡына тора. Көҙгө уңыш яҡшы булһын тиһәгеҙ, тәҙрә төптәрен күмеп ултырған үҫентеләргә ныҡлы иғтибар бирегеҙ. Әгәр помидор оҙонлоҡҡа артыҡ үҫә икән, тимәк, яҡтылыҡ етмәй. Тәҙрә төбө баҫыу түгел, шулай булғас, унда урын наҡыҫ. Үҫемлектәр бер-береһенә ныҡ яҡын урынлаша. Һөҙөмтәлә улар күршеләренең яҡтылыҡ менән туҡланыуына ҡамасаулай. Икенсе сәбәп тә бар – һауа температураһының артыҡ юғары булыуы. Йылы урында үҫкән үрсетмәләр наҙлы була, артабан асыҡ тупраҡҡа яраҡлаша алмай, сирләй башлай.

Помидорҙарҙың япраҡтары һарғайыуы һәм ҡороуы ла ихтимал. Был осраҡта ла яҡтылыҡ етмәүе тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин. Шулай уҡ артыҡ дым да шундай етешһеҙлеккә килтерә. Әлеге проблеманан ҡотолоу өсөн икенсе тупраҡҡа күсереп ултыртырға кәрәк. Тәҙрә төбөнөң дә иң яҡтыһын һайларға тура киләсәк. Тик иғтибарлап ҡарағыҙ – был ысул аҡ һәм сәләмәт тамырлы помидор­ҙарға ғына ярҙам итә. Әгәр дым арҡаһында тамыры зыян күрһә, ни тиклем үкенесле булһа ла, уларҙы ырғытырға ғына ҡала.
Помидорҙың япраҡтары күшегеүе, һәлберәп төшөүе – дым етмәгәнлегенә ишара. Һыуҙы күберәк һибегеҙ, шул да етә. Япраҡтарҙа аҡ таптар күрен­һә, үрсетмә ҡояшҡа янған тигәнде аңлата. Ҡуйы ҡыҙғылт төҫтәге таптар төрлө ауырыуҙар арҡаһында барлыҡҡа килә. Бындай осраҡта үҫемлектәрҙе дауалауы ауыр, ҡайһы саҡ мөмкин дә түгел.
Аҫҡы яҡтан ҡарая башлаған осраҡта ла үҫентеләр сиргә дусар булған тип һығымта яһар­ға мөмкин. Әлеге проблема килеп сыҡмаһын өсөн тупраҡты алдан яҡшылап әҙерләргә, һыуҙы етерлек кенә ҡойорға кәрәк. Помидор япраҡтарының осо ҡорой башлауының сәбәбе төрлө булыуы ихтимал. Төп сәбәп: һауаның ҡоро булыуы. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн үрсетмәләр эргәһенә һыулы һауыттар ҡуйырға мөмкин. Калий етмәһә лә япраҡтар бөгәрләнә, ҡорой. Бындай ос­раҡта тупраҡҡа ағас көлө индереү ҙә етә. Бер ус ағас көлөнә бер литр ҡайнар һыу ҡойорға кәрәк. Ашлама тупраҡҡа тулы­һынса һыуынғас ҡына индерелә, уның башҡа файҙаһы ла етерлек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға