«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Сәскәле кәбеҫтәне нисек үҫтерергә?



06.02.2017 Сәскәле кәбеҫтәне нисек үҫтерергә?

Сәскәле кәбеҫтәне нисек үҫтерергә?Йәшелсә өсөн махсус түтәл әҙерләнә – 1 квадрат метрына 1 стакан ағас көлө, 1 ҡалаҡ суперфосфат, 2 кило органик ашлама, мәҫәлән, тиреҫ индерергә кәрәк. Түтәлде әллә ни тәрән ҡаҙымайҙар, 10 сантиметр самаһы булһа – еткән.

Сәскәле кәбеҫтәне ҡасан сәсергә икәнен аныҡ күҙаллаһаҡ та, уңышты ҡасан йыйырға кәрәклеге тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Ә бит был иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Сортты ла дөрөҫ һайларға ярҙам итәсәк. Сортты дөрөҫ һайламау арҡаһында кәбеҫтәнең өлгөрә башлау осоро эҫе көндәргә тура килеүе ихтимал. Һөҙөмтәһе шул – күсәне үҫешмәйәсәк, бер файҙаһыҙға урын ғына алып ултырасаҡ. Бындай хәл булмаһын өсөн иртә өлгөрөүсе сорттарын 15 – 20 мартта сәсәләр. Иң ышаныслы сорттар – “уртаса иртә” өлгөрөүселәр. Уларҙы майҙа сәсәләр, июль-август айҙарында уңыш бирә башлай. Һуң өлгөрөүсе сорттарҙы алмаҫҡа кәңәш бирәбеҙ, сөнки улар беҙҙең республикалағы шарттарға ҡулайлаша алмаҫ, моғайын. Уртаса иртә өлгөрөүсе сорттарҙың яҡшы миҫалы итеп “Отечественная” менән “Белая красавица”ны килтерергә мөмкин.
Үрсетмәләрҙе ашлап торорға онотмағыҙ. Бының өсөн 10 литр һыуға 1 ҡалаҡ натрий гуматы һалып эшләнгән шыйыҡ ашлама ҡулланырға була. Туҡландырыу эшен шытып сыҡҡандан һуң ике аҙна үткәс башҡарырға ярай.
Үрсетмәләрҙе тупраҡҡа 4 – 5 япрағы күренгәндән һуң күсерәләр. Башлыса был – май айы баштарында башҡарыла торған эш. Кәбеҫтә үҫкән рәттәр араһында 50 сантиметр бушлыҡ ҡалдырырға. Ә бына ике үҫенте араһындағы ара 25 – 30 сантиметр булырға тейеш. Иғ­ти­барлы булы­ғыҙ: тамырҙарын тупраҡ ме­нән ныҡлап ба­ҫығыҙ, тәүге яп­раҡтарына тиклем күмегеҙ.
Кәбеҫтә яҡшылап тамырланып китеү менән төптәрен еңелсә генә күмеп сығығыҙ. Ике аҙна самаһы ваҡыт үткәс, был эште тағы ла ҡа­батлар­ға. Үрсетмәне асыҡ һауаға сығарғандан һуң бер аҙна үткәс, тупраҡты органик ашламалар менән байытыу талап ителә. Бының өсөн тауыҡ йәки һыйыр тиҙәген ҡулланалар. Ләкин уны һыуҙа иҙергә онотмағыҙ. 10 литр һыуға ярты литр тауыҡ тиҙәге һалырға кәрәк. Ә бына һыйыр­ҙыҡын шундай уҡ биҙрәгә 1 литр һалыу дөрөҫөрәк. Һауа температураһы 25 градустан артып, көндәр оҙаҡ эҫе торһа, кәбеҫтә ярыла башлай. Бындай ос­раҡта уңышты көн һайын йыйып тороуҙан башҡа сара ҡалмай.
Кәбеҫтәнең бөтә төрө лә һыу ярата, үрсетмәләрҙе үҫтергәндә тупраҡты дымлы тотоғоҙ. Уңышты йыйғанға тиклем уға мул итеп һыу һибергә онотмағыҙ. Күсәнләнә башлаған ваҡытта фосфор, азот һәм калийға мохтажлыҡ кисерә. Бор етмәһә лә, кәбеҫтә йүнле уңыш бирмәй, эсе буш була, серей. Әгәр тупраҡ ҡомло икән, уға марганец индерегеҙ. Уңышты йыйыу ваҡытын да күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Юҡһа сәскәле кәбеҫтә ваҡланып, ҡойолоп бөтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға