«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Ерҙең сиге бар. Билдәләгеҙ!



30.09.2016 Ерҙең сиге бар. Билдәләгеҙ!

Ерҙең сиге бар. Билдәләгеҙ!2016 йылдың тәүге яртыһында күсемһеҙ милек дәүләт кадастрына индерелгән участкаларҙың һаны өс процентҡа артып киткән. Был юлы һүҙ сиктәре законға ярашлы билдәләнгән ерҙәр тураһында бара. Тик шулай ҙа күрһәткестәр уйландыра, сөнки дәүләт кадастрында теркәлгән 57,8 миллион участканың ни бары 48,9 проценты ғына сиктәрен тейешенсә ҡуйған. Ә бит сиктәрҙе аныҡ билдәләү, был хаҡтағы мәғлүмәтте кадастрға индереү иң тәүҙә хужаларҙың үҙенә кәрәк, ул граждандарҙың хоҡуҡтарын гарантиялай, төрлө аңлашылмаусанлыҡтан азат итә.

“Росреестр”ҙың Башҡортостан Рес­публикаһы буйынса идаралығы башлығы урынбаҫары Ленара Дегтярова билдәләүенсә, Рәсәйҙә Ер кодексы эшләй башлағанға тиклем участкаларҙы межаламай ғына тапшырғандар. Һөҙөмтәлә һаман да бик күп ерҙең аныҡ ҡына сиктәре юҡ. Ләкин, аныҡ сиктәр ҡуйылмай икән, участка ла юҡ тигән һүҙ, сөнки тап межалау эштәре, кадастр иҫәбе ерҙе айырым бер мөлкәт итеп күрергә мөмкинлек бирә. Шунлыҡтан бер-береһенә күрше йәшәгән ер хужалары араһында йыш ҡына низағ сыға, улар үҙ-ара сиктәрҙе билдәләй, бүлешә алмай.
Тота һалып, бер кем дә һеҙҙең ҡарамаҡтағы күсемһеҙ милектең сиктәрен билдәләй башлай алмай, сөнки хужанан ғариза кәрәк. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, хужа үҙе кадастр инженерына мөрәжәғәт итергә тейеш. Инженер үҙенең эшен белә, ул межа­лау планын төҙөп, Федераль кадастр палатаһы филиалына тапшырасаҡ. Алдан уҡ билдәләүебеҙсә, участкаларҙың яртыһы тиерлек сиктәрен законға ярашлы билдәләгән, шуға ла ҡайһы участкала ниндәй эштәр башҡарылырға кәрәклеген өйрәнергә кәрәк. Бының өсөн “Росреестр”ҙың сайтына инеү ҙә етә, унда барыһы ла аңлатып яҙылған. Шулай уҡ МФЦ-ға мөрәжәғәт итеү ҙә һөҙөмтәле, кадастр выпискаһын шундай үҙәктәр аша ла һоратып алып була.
Рәсәй буйынса ҡарағанда, күсемһеҙ милек дәүләт кадастрына индерелгән участкалар­ҙың күпселеге Мәскәү өлкәһендә урынлаш­ҡан, шулай уҡ Краснодар крайы, Башҡортостан һәм Татарстан Респуб­ликалары, Ростов, Түбәнге Новгород өлкәләре лә ергә бай. Беҙҙең республикала, Мәскәү өлкәһендә, Краснодар крайында сиктәре законға ярашлы билдәләнгән участкалар ҙа күп. Ҡыҫҡаһы, был юҫыҡта беҙҙә тәртип бар! Ә бына Ингушетия, Удмурт Респуб­ликаларында, Камчатка крайында, Вологда, Киров, Пенза, Ульяновск, Кострома һәм Магадан өлкәләрендә ер участкаларының сиктәрен билдәләргә ашыҡмайҙар.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға