17.08.2016 Уңған умартасылар – беҙҙә!
Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү нәҫелдән киләлер ул. Бөгөн Ишембай районының Аҙнай ауылында ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән кешеләр күп. Минең олатайым һәм өләсәйем дә ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға күскән боронғо һәм күркәм шөғөлөн үҙ иткән.
Олатайым Миңлеғәле Абдрахман улы Кинйәбулатов ғүмер буйы бал ҡорттары тотто. Йыл һайын 15 – 20-ләп умарта ҡарай. Быйыл ғына ҡорттары зыян күрҙе – умарталар һаны кәмене. Ә шулай ҙа олатайым күңелен төшөрмәй, сәскәләргә күмелгән гөл-баҡсаға инеп, ҡорттары менән мәж килә. Ауылға ҡайтҡан һайын уның ҡорт ҡарағанын күҙәтеп торорға яратам. Ни өсөн был хәтлем бал ҡорто олатайымды саҡмай икән, тип уйланып та ҡуям. Ул эшен күңелен биреп, яратып башҡара. Шуға ла нәҙекәйбилдәр үҙенә тоғро хеҙмәт итә. Өҫтәлдәренән йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы өҙөлмәй. Ә улар был татлы ризыҡтан бер кемде лә мәхрүм итмәй, балаларына, туғандарына күстәнәс итеп өләшәләр, артҡанын һатып, әҙерәк файҙаһын да күрәләр.
Барлыҡ умартасыларҙы ла байрамдары менән ҡотлайым, эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйем. Өҫтәлдәрегеҙҙән башҡорт балы өҙөлмәһен!
Илүзә ТАҺИРОВА.