«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » һатыусы һүҙе ҡиммәт



23.07.2016 һатыусы һүҙе ҡиммәт

һатыусы  һүҙе  ҡиммәтЙөҙҙәренән йылмайыу китмәгән, бөхтәлек һәм ихласлыҡ менән эшләгән һатыусы ҡыҙҙар мыжғып торған ҡалала магазинға ике арала ғына инеп сыҡҡан халыҡ өсөн ниндәйҙер кимәлдә йән аҙығы өҫтәүселәр ҙә инде ул. Был турала бер кем уйланмай, ә ысынында тап шулай: ни тиһәң дә, көндәлек тормоштағы күңел торошо илдә, донъяла, ғаиләлә барған ваҡиғаларға ғына бәйләнмәгән. Төрлө хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләгән кешеләрҙең дә беҙгә йоғонтоһо бар. Башлыса, үҙебеҙҙең республикала етештерелгән аҙыҡ-түлекте һатыу­ҙы яйға һалған бер магазинға инеп, кәштәләрҙе ҡараштырып йөрөй торғас, сауҙа нөктәһенә килеүселәр менән ипле һәм яғымлы ғына мөғәмәлә итеүсе һатыусы ҡыҙҙар менән таныштым: Әхмәтшина Зилфирә – Әбйәлил районы ҡыҙы, ә инде Ҡырымғужина Рузилә – Хәйбулланан икән. Үәт, афарин, ҡыҙҙар, яғымлылыҡтары әллә ҡайҙан тартып тора бит әле!
Йәш булғас, сауҙала әллә ни оҙаҡ эшләп тә өлгөрмәгәндәр, әлбиттә, шулай ҙа эшкә яуаплы һәм хөрмәт менән ҡарауҙың мөһим икәнлеген аңлап, яҡшы хеҙмәткәр булараҡ, иғтибарҙы йәлеп итәләр:
– Алдан уҡ әйтке килә: сауҙала эшкә етеҙ һәм сабыр кешеләр генә эшләй. Һатып алыусылар шул тиклем талапсан, һорауҙарға ла яуап бирергә, эшеңде лә башҡарырға, бер кеше менән оҙаҡ әңгәмәләшеп тороп, сират йыйырға ла ярамай. Ни генә тиһәң дә, кеше менән аралашып эшләү – үҙе бер тормош мәктәбе. Ябай халыҡтың ниндәй уйҙар менән йәшәүе, хәсрәте, шатлығы – барыһы ла ошо бәләкәй генә сауҙа нөктәһендә сағыла. Ҡайһы саҡ аптырап та кителә инде, ләкин кешелеклелек һәм һөнәри бурыс һәр һатып алыусыға иғтибар биреүҙе талап итә. “Эш тапмаһаң, ана, бар ҙа, магазинға урынлаш!” – тип әйтәләр ҙә ул, ләкин сауҙала ла талант һәм сабырлыҡ кәрәк, – ти ҡыҙҙар.
Һатыусылар менән һөйләшеү барышында тағы ла шуға инандым: беҙҙең республика халҡы, шул иҫәптән, баш ҡалабыҙ һатып алыусылары ла, тап үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Был осраҡлы хәл түгел, хәҙер халыҡ сифатҡа ғына иғтибар итә, ялтыр ҡаптар һәм “ҡоро” рекламаға ғына ышаныу заманы артта ҡалды. Зилфирә менән Рузилә мине арттарынан эйәртеп йөрөп, теге йәки был аҙыҡтың үҙенсәлектәрен аңлатты, “халыҡ рекламаға ышанмай” тиһәләр ҙә, һатыусы кеше ышаныслы итеп маҡтаған тауарҙы алғы килә икән шул. Тимәк, халыҡ телевизорҙан да алыҫлаша башлаған ошо дәүерҙә, магазиндарҙа һатыусының тауарға биргән баһаһы бик тә мөһим булып сыға инде. Һатыусыларға булған ышаныс менән бергә, яуаплылыҡ та арта.
Әле телгә алынған ҡыҙҙар йөҙөндә бөтә сауҙа өлкәһе хеҙмәткәр­ҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Эшегеҙгә тейешле баһа бирелһен, беҙҙе гел йылмайып ҡаршы алығыҙ!

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға