«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Ә һин күпме алаһың?



26.11.2015 Ә һин күпме алаһың?

Быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостанда уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы, былтырғы менән сағыштырғанда, 3,5 процентҡа артҡан һәм 25 165 һум тәшкил иткән. Был Башҡортостан статистика хеҙмәте мәғлүмәте.
Һеҙгә ҡайһы тармаҡта хеҙмәт хаҡының күп булыуы мөһимме? Быға ла яуаптар бар. Юғары эш хаҡы буйынса беренсе урында нефть продукттары етештереү менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәр — 59 214 һум.
Икенсе урынды файҙалы ҡаҙылма сығарыусылар биләй — 45 502 (5,3 процентҡа кәмегән), өсөнсөлә — финанс өлкәһендә эшләүселәр. Улар уртаса 36 587 һум ала.
Әҙ эш хаҡы алыусылар – туҡыу һәм тегеү производствоһы хеҙмәткәрҙәре (14 577 һум), ауыл һәм урман хужалығы эшсәндәре (13 905), күн әйберҙәр етештереүселәр (11 208,5).
Бюджет өлкәһендә эш хаҡының артыуы күҙәтелә. Статистиктар иҫәпләп сығарыуынса, мәғарифта — 19 949, һаулыҡ һаҡлауҙа — 22 853, коммуналь, социаль һәм шәхси хеҙмәттәр өлкәһендә 22 202 һум тәшкил иткән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға