12.11.2015 Анонс: Белорет районының Сермән ауылынан Рушан Мәғәфүров эшҡыуар булғанына һис үкенмәй
Ауылдарҙы үҫтереү, уның киләсәген һаҡлап ҡалыу йәһәтенән бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ҙур ярҙамсы булыуын танымайынса булмай. Рәсми кәртәләре, ҡағыҙ эштәре ни тиклем генә күп булмаһын, ауылда эш асыуҙың тағы ла бер өҫтөнлөклө яғы бар. Үҙ йүнәлешеңде, маҡсатыңды белеп тотонғанда, ниәтеңә бер һүҙһеҙ ирешергә мөмкин. Сөнки ауылдарҙа конкуренттар һаны ҡаланыҡынан күпкә әҙерәк, йә бөтөнләй юҡ. Ошо урында Сермән ауылында йәшәгән Рушан Мәғәфүровты миҫалға килтерергә булыр ине.
Рушан Зәкир улы быға тиклем үҙенең ышаныслы кешеләре менән берләшеп, төҙөлөш менән булыша. Республиканың ниндәй генә районында булмай улар. Ҡыйыҡ та ябалар, бура бурап та күтәрәләр, нигеҙ ҙә һалалар, ҡыҫҡаһы, ғаилә ҡарау, балалар үҫтереү өсөн төҙөлөштә кәрәк бөтә эштәрҙе лә башҡаралар. Ун өс йылға яҡын ошо эштәрҙә йөрөй торғас, Рушан аныҡ ҡарарға килеп, күңелендәге уй-ниәттәрен тормошҡа ашырырға хәл итә һәм быйыл йәй һалым инспекцияһында юл төҙөү эше буйынса эшҡыуар булып теркәлә. Уның был башланғысын Сермән ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов та хуплай һәм, дөрөҫ йүнәлеш биреп, үҙ йәһәтенән төрлөсә ярҙам күрһәтә. Шулай итеп, рәсми ҡағыҙҙарын теүәлләгәс, Рушан үҙенең ябай ғына “ЗИЛ” машинаһында, атаһының экскаваторын һәм тағы ла бер нисә техника берәмеге яллап, эшкә тотона.
Үҙ биләмәләрендә ошондай бәләкәй предприятие булдырған эшҡыуарға ярҙам итеүҙең файҙаһын яҡшы аңлаған хакимиәт башлығы егеттең эшен күҙ уңынан ысҡындырмай. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге тәүге сынығыуҙы алып, эшкә ныҡлап өйрәнеп китһен өсөн башлап үҙе килешеү төҙөй һәм Сермәндең Заһиҙуллин урамындағы ремонт эштәрен тамамлап, Заһир Исмәғилев урамындағы юлды төҙөкләндереүгә ризалыҡ бирә. Ул башҡа хакимиәт башлыҡтарына ла Рушандың хеҙмәте менән файҙаланырға тәҡдим итә. Ошо арҡала йәш эшҡыуар райондың бер нисә ауылында юлдарҙы ремонтларға, ҡырсынташ түшәргә өлгөргән дә инде.
– Кемгәлер ялланып эшләгәнсе, үҙ эшеңде асыу, уны үҫтереү өсөн тырышыу барыбер файҙалыраҡ та, күңеллерәк тә. Әлеге ваҡытта техниканың әллә ни ҡеүәтле булмауы кәрәкле һөҙөмтәгә ирешергә ҡамасаулай. Шуға күрә яңы заманса техника һатып алыу мәсьәләһен хәл итеүҙе тәүге сиратҡа ҡуйғанмын. Йәш эшҡыуарҙарға ярҙам итеүсе дәүләт программаларында ҡатнашырға ла иҫәп тотам, – ти Рушан Мәғәфүров.
Рушан Мәғәфүров ҡатыны Резеда менән Лилиә, Линара, Динә исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Резеданың һөнәре буйынса бухгалтер булыуы төрлө документ эшен алып барырға ярҙам итә. Биология факультетын тамамлаған юғары белемле ауыл егетенең эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҙ урынын табыуы, ошо йүнәлештә файҙа килтереүе, әлбиттә, ҙур хуплауға лайыҡ. Уға ҡарап, дөрөҫ маҡсаттар ҡуйып, үҙенә генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтереп йәшәгән башҡорт егеттәре күберәк булһын ине, тип теләргә ҡала.