«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » ҠАЛАҒА – ИТ, АУЫЛҒА – АҠСА!



31.10.2015 ҠАЛАҒА – ИТ, АУЫЛҒА – АҠСА!

ҠАЛАҒА – ИТ,  АУЫЛҒА – АҠСА!Ҡала кешеһе һәр көн һайын 15 – 40 минут ваҡытын сауҙа нөктәләрендә аҙыҡ-түлек алып үткәрә. Бөгөн был ваҡыт башлыса супермаркеттарҙа үтә. Хәҙер бындай сауҙа урындарын оло быуын кешеләре лә хуп күрә башланы. Күптән билдәләнеүенсә, Рәсәй халҡы, шул иҫәптән республикабыҙ һатып алыусылары ла сит илдән килтерелгәнгә ҡарағанда үҙебеҙҙең аҙыҡты нығыраҡ ярата. Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡтың сифатына ышаныу, хөрмәт итеү юҡтан барлыҡҡа килмәгән. Республикала “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты бар. Унда ҡатнашыусы етештереүселәр продукцияһына лаборатория контроле үткәрә. Шуныһы ла мөһим – тикшереү даими рәүештә ойошторола. Әйткәндәй, был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” программаһында даими рәүештә мәғлүмәт бирелә. Проектта ҡатнашҡан аҙыҡ-түлекте табып, һатып алыуы ҡыйын түгел – продукцияның ҡабына иғтибар менән ҡарау ҙа етә, унда махсус эмблема йәбештерелгән.
Супермаркеттарҙа йөрөргә ярат­һаҡ та, Өфөлә йәрминкәләр ҙә популяр. Әле уларҙың тап гөрләп торған сағы – шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре ҡалала кәбеҫтә һалын­ған ҙур-ҙур тоҡтар ташыу­сыларҙы йыш күрергә була. Үткән аҙна аҙағында баш ҡалаға килеп, ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашыусылар 68,1 миллион һум аҡса һалып алып ҡайтып киткән. Был – бал, картуф һәм башҡа йәшелсәләр, ит, ҡош-ҡорт, һөт аҙыҡтары һатыуҙан ингән килем. Башҡортостан Республи­каһының Ауыл хужалығы министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, йәрминкәләрҙә ҡатнашыу өсөн 47 район вәкилдәре килгән. Өфөлә 2020 сауҙа урыны булдырылған. Ә инде көҙгө йәрминкәләргә килеүсе халыҡтың һаны 30 меңдән ашҡан.
Йәрминкәлә башлыса һөт, ит, йәшелсә һатыл­һа ла, ентекле генә ҡарап йөрөһәң, күгәрсен һөтөнән башҡа бөтә нәмәне лә табырға була ине! Күҙем шундуҡ кешеләр күпләп йыйылған урынға төштө: моғайын, берәй ҡыҙыҡлы нәмә һаталар­ҙыр тип, этә-төртә йәшниктәргә яҡынларға тырышам. Ҙур ғына кәүҙәле сит ил кешеһе барыһын да ауыҙына ҡаратып ҡуйып, Мексиканан килтерелгән картуф һата икән. Тик был бәрәңгенең беҙ күреп өйрәнгәненә бер оҡшашлығы ла юҡ, тәме лә икенсерәк, тип “реклама” яһап торалар. Халыҡҡа ҡыҙыҡ инде, ғәжәйеп йәшелсәне берәр-икешәр генә һалып, үлсәп маташалар. Хаҡы ла ҡиммәт кенә – 100 һум. Был йәрминкәлә, шулай уҡ һәр магазинда табып булмаған лайм кеүек цитрус емешенең һатылыуы күңелде күтәрҙе. Бер барғанда барса кәрәкле нәмәне йыйып алып ҡайтыу ҙа яҡшы.
Ғәжәйеп картуф менән генә туҡ булып булмай инде – ит һатылған рәттәргә табан атлайым. Ит күп, төрлөһө бар. Халыҡ ҡош-ҡортон да күпләп һуя башлаған. Һыйыр, йылҡы итен һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа быуа быуырлыҡ. Төштән һуң ит кәштәләре бушап ҡала, тимәк, ауылдан тейәнеп бушҡа ғына килмәгәндәр – быныһы ҡыуаныслы. Аҙаҡҡа табан итте арзаныраҡҡа ла һата башлай­ҙар. Һатып алыусылар араһында пенсия йәшендәгеләрҙең күп булыуы ла күҙгә ташлана. Быйыл бал мул ғына булған, уны ла төрлө райондарҙан килтереп һаталар, тәмләп ҡарарға, йәрминкәне йырып сыҡҡансы, татлыҡас менән бер аҙнаға етерлек һыйланырға ла мөмкин.


Хаҡтарға күҙ һалайыҡ, улар һумда, бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата билдәләнгән.

Ауыл майы 350 – 400
0,5 литр ҡымыҙ 50
Аҡ май 220 – 280
Кәбеҫтә 13 – 15
Картуф 13 – 15
Кишер 15 – 17
Сельдерей (ситтән килтерелмәгән, Саҡмағош районында
үҫтерелгән) – 130
Һуған 16 – 18
Ҡабаҡ 10 – 12
Ҡыҙыл сөгөлдөр 15 – 16
5 литр үҫемлек майы 400 – 410
Бройлер тауығы 160 – 220
Өйрәк 280 – 400
Һыйыр ите 250 – 350
Һарыҡ ите 250 – 300
Һарыҡтың эс майы 50 – 60
Йорт ҡуяны ите 400
10 дана йомортҡа 60 – 70
3 литр сәскә балы 1200 – 1300
3 литр йүкә балы 1400 – 1500







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға