«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » ИНКУБАТОР СЕБЕШЕ



17.04.2015 ИНКУБАТОР СЕБЕШЕ

ИНКУБАТОР  СЕБЕШЕХәҙер күптәр себеште һатып алыу ғына түгел, үҙҙәре лә инкубаторҙа сығарыу тураһында хыяллана. Һорау булғас, тәҡдимдәр ҙә күп – баҙар инкубаторҙар менән тулды. Рекламаһы иҫ киткес инде уларҙың: “автомат инкубаторҙар”, “себеште күберәк сығара торғандар”, “юғары сифатлы терморегуляторҙар” вәғәҙә итәләр. Ябай шәхси хужалыҡтарға тәғәйенләнгән инкубаторҙы һәр кем үҙенсә һайлай, бында күптәр бер машинаға нисә йомортҡа һыйыуын ғына күҙ уңында тота. Икенсе мөһим мәсьәлә – йоморт­ҡаны дөрөҫ һаҡлау.

Тауыҡ йомортҡаны һалғанда уның температураһы 40 – 42 градус була. Һыуына барған ваҡытта йомортҡа ҡабығы эсендә бушлыҡ барлыҡҡа килә. Ҡабыҡ аша һауа инә, әлбиттә, үҙе менән микробтарҙы ла һеңдерә. Артыҡ күп микроб һеңдергән йомортҡанан сибек себеш сыға йә ул бөтөнләй файҙаһыҙ була. Шуға ла инкубаторҙа ҡулланыу өсөн йомортҡаны тауыҡ һалғас та алып, инкубатор уйымына ҡу­йыр­ға тырышырға кәрәк. һөртөргә, йы­уырға ярамай. Һаҡлаған ваҡытта йомортҡаны дөрөҫ итеп теҙегеҙ: тауыҡтыҡын, күркәнекен осло яғын аҫҡа ҡуйып, вертикаль теҙәләр, ә инде ҡаҙҙыҡын ятҡырып ҡуялар. Һәр көн елләтеп торалар, был эште сираттағы йомортҡаны өҫтәгәндә эшләргә була. Йомортҡаны төрлө яҡҡа ауҙарып ҡуялар. Белгестәр уны 14 – 16 градус йы­лылыҡта һаҡларға кәңәш итә. Тем­пература 10 – 12 градустан төшә башлаһа, себештәр күпкә әҙерәк сыға. Инкубаторға һалғанға тиклем 6 – 7 тәүлек һаҡларға мөмкин.
Инкубация ваҡытында йомортҡаны даими рәүештә әйләндереп торалар. Был эште тәүлегенә 3 – 5 тапҡыр эшләргә кәрәк. Әгәр тәүлегенә 10 – 12 тапҡыр әйләндерһәң, һөҙөмтә тағы ла яҡшыраҡ була. Ләкин бынан да арттырмағыҙ. Ҙур йо­морт­ҡаны (күркәнекен, ҡаҙҙыҡын) ятҡырып ҡуймаҫҡа кәңәш итәләр, айырыуса ҡаҙҙыҡын. Автоматик рәүештә әйләндерә торған инкубаторҙар ҙа була. Хаҡы һәм эшмәкәрлеге буйынса механик булғандары – иң шәбе. Автомат, эште бер аҙ еңелләштерһә лә, ҡиммәтерәк. Әммә автомат алып ҡына эш бөтмәй, бөтә хужалар ҙа инкубатор янына көнөнә бер нисә тапҡыр килеп китәсәк – температураны ҡарарға, асырға, дымды тикшерергә, йомортҡаны һыуытырға. Шулай булғас, бер килгәндә йомортҡаны әйләндереп һалыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаҫ. Һүҙ шәхси хужалыҡ тураһында бара, әлбиттә. Ҙур хужалыҡтар мотлаҡ автоматҡа мохтаж.

Тағы ла шуныһы – инкубаторҙы үҙеңә эшләргә лә мөмкин. Сүкеш тота белгән һәр ир бер-ике көн эсендә бынамын тигән инкубатор эшләй ала. Был эште нисек башҡарырға икәнлеген махсус форумдар­ҙан өйрәнергә мөмкин. Әйткәндәй, йомортҡа әллә ниндәй регулятор, нур һәм башҡаға бер ҙә мохтаж түгел. Ябай ғынаһында ла бик шәп бәпкә һәм себеш сыға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға