30.11.2010 Маҡсатһыҙ тотонолған аҡса бюджетҡа кире ҡайтарылған
Быйыл республиканың Контроль-иҫәп палатаһы бюджет аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу буйынса 56 тикшереү үткәргән. Һөҙөмтәлә ҡаҙнаға 764 миллион һум аҡса кире ҡайтарылған.
Республикала РФ Иҫәп палатаһының биш аудиторынан торған команда 29 ноябрҙән тикшереү эштәрен башлаясаҡ. Был процесс 4 февралгә тиклем дауам итәсәк. Тимәк, ҡаҙнабыҙға тағы ла әллә күпме аҡса кире ҡайтасаҡ!