16.01.2015 Ҡар көрәргә – 1,5 миллиард һум
Ҡыштың бер тиҫкәре яғы бар – ҡары йәнде көйҙөрә. Һыуығына аптырамайбыҙ, йыш ҡына иретеп тә ята әле. Ҡар ҡамасаулай, тинек. Тиҙҙән, ҡалаларҙа ҡар ваҡытында көрәлмәһә, мэрҙарҙы эштән бушатырға мөмкин булыуы ихтимал. Рәсәй Йәмәғәт палатаһының социаль инфраструктура, урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе Игорь Шпектор шуны тәҡдим итә. Халыҡтың ышанысын юғалтһа, етәксене төбәк башлығы отставкаға ебәрәсәк. Тик былай булырмы икән?
Шпектор әфәнде белдереүенсә, бер нисә мэр эштән бушатылһа, башҡаларға фәһем буласаҡ. Ҡар баҫҡан ҡалалар етәксенең насар эшләүенән барлыҡҡа килә, ти ул. Түрәләр урам таҙартыуҙа байый ҙа әле. Тәүҙә бер төрлө сумма бүленә лә, һуңынан арзанға ғына гастарбайтерҙарҙы яллап эшләтәләр, һөҙөмтәлә арыу ғына аҡса кеҫәгә төшә.
Торлаҡ ойошмалары берлеге рәйесе Константин Крохин ҡар көрәү нормативтарын теүәлләргә ҡуша. Уныңса, урамдан ҡарҙы дүрт көндә таҙартырға тейештәр. Асфальтҡа тиклем ҡырмаһалар ҙа ярай, 5 – 10 см ҡар ҡалһа ла, хилафлыҡ юҡ. Ҡар ни, була инде ул, Рәсәй бит ҡарлы ил. Ҡыш дүрт-биш айға һуҙыла.
Ә дөйөм алғанда, ҡар көрәүгә бик күп аҡса бүленә. Мәскәү хөкүмәте, мәҫәлән, быйыл магистралдәрҙе таҙартыуға 1,5 миллиард һум аҡса бүленә, тип тендер иғлан иткән.
“Известия” гәзите сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.