«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Командировка таныҡлыҡтары бөтөрөлә



16.01.2015 Командировка таныҡлыҡтары бөтөрөлә

Дәүләт һәм эшҡыуарлыҡ ойошмалары хеҙмәткәр­ҙәренә Рәсәй ҡалаларына сәфәргә барғанда командировка та­ныҡ­лыҡтарын алып йө­рөргә кәрәкмәйәсәк.
Хәҙер эш биреүсегә сә­фәр­ҙең датаһы һәм ваҡыты күрһәтелгән поезд йәки са­молет билеты ла етә.
Командировка таныҡлыҡтары уларҙың йөкмәткеһе хеҙмәткәрҙәрҙе эш буйынса командировкаға йүнәлтеү тураһында бойороҡтоң йөкмәткеһен ҡабатлауы һәм уны тултырыу өҫтәмә хеҙмәт талап итеүе сәбәпле бөтөрөлә. Хеҙмәткәрҙе икенсе ҡа­лаға ебәреү өсөн бойороҡ ҡына кәрәк буласаҡ.
Әгәр хеҙмәткәр сәфәргә шәхси транспортында ба­рыр­ға теләһә, бында барыһы ла бик ябай. Хеҙмәткәр ко­мандировкала булыу ва­ҡытын рәсми яҙыуҙа күрһәтергә тейеш. Шуның менән бергә сәфәрҙә шәхси транспортын файҙаланыуын дә­лилләүсе документтарҙы ла тапшырыуы зарур.
Рәсәйҙән ситкә сыҡҡанда хеҙмәткәрҙәргә командировка таныҡлыҡтары кәрәкмәй ине, сөнки сикте үтеү тураһындағы билдә сит ил паспортына ҡуйыла. Бо­йондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә эшлекле сәфәргә барғанда ла борсолорға урын юҡ: сикте уҙғанда мисәт ҡуйылмаһа, хеҙ­мәткәр­ҙең эш буйынса ба­рыуын билеттар менән дә раҫлап була.
Хөкүмәт ҡарары буйынса командировка таныҡлыҡтарын бөтөрөү бухгалтерҙарға документтар тултырыуҙы ла кәметә.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға