«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » 12 урынына – 15



21.11.2014 12 урынына – 15

12 урынына – 151 декабрҙән Өфөлә трамвай һәм троллейбустарҙа юл йөрөү хаҡы артасаҡ – ул 15 һум тәшкил итәсәк. Әле бер билет өсөн 12 һум аҡса түләргә кәрәк. Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында: «Юл хаҡын арттырыу экологик таҙа транспортта йөрөү уңайлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән эшкә комплекслы ҡарау мөмкинлеге бирәсәк», – тип хәбәр ителә.
Ҡулаҡса менән түләгәнгә ҡарағанда электрон пластик карта буйынса –12 һумға йөрөү арзаныраҡҡа тура киләсәк. Карта­лары булған кешеләргә уны алмаштырырға кәрәкмәй.
Әйтергә кәрәк, баш ҡаланың муниципаль электр транспорты идаралығында юл хаҡын кәметеү мөмкинлеге биреүсе төрлө тариф пландары әҙерләнгән. Айлыҡ абонемент­тар­ҙа 200 һәм 285 һумлыҡ 20 һәм 30 тапҡыр юл йөрөрлөк тарифтар буласаҡ. Улар буйынса трамвай-троллейбуста бер тапҡыр йөрөү 10 һәм 9,5 һумға барып баҫасаҡ. Айына 60 сәфәргә иҫәпләнгән абонемент 540 һум (билет хаҡы – 9 һум), ә студенттар, ташламалы һәм мәктәп уҡыусылары карталары 50 тапҡыр йөрөүгә иҫәпләп, 380, 285 һәм 230 һум торасаҡ.
Айына 90 тапҡыр юл йөрөү 720 һумға (билет хаҡы – 8 һум), студенттар, ташламаға эйә булыусы кешеләр, уҡыусылар өсөн 90 сәфәр 630, 470 һәм 375 һумға барып баҫасаҡ. 900 һумға айына 120 тапҡыр йөрөргә мөмкин (бер билет хаҡы – 7,5 һум).
Багаж хаҡы элекке ете һум урынына туғыҙ һумға тиклем күтәреләсәк.
Файҙаланылмаған аҡса ай аҙағында юҡҡа сығасаҡ, шуға күрә ҡала халҡына үҙҙәре өсөн уңайлы вариантты алдан һайларға кәрәк.
Әлеге ваҡытта Өфөлә 170 меңдән ашыу пластик түләү картаһы теркәлгән. Яңы тарифлы 14 транспорт картаһын һатыу һәм тултырыу урыны бар. Уларҙың теҙмәһе менән баш ҡаланың Муниципаль электр транспорты идаралығы сайтында танышыр­ға мөмкин. Артабан бындай урындар күбәйәсәк. «Өфө – матбуғат» киоскыларында һатыу, тулыландырыу өсөн һөйләшеүҙәр алып барыла. Был маҡсат өсөн түләү терминалдарын һәм интернетты файҙаланыу ҙа күҙаллана.

Э. БУЛАТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға