«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Һеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта баҫалар



21.11.2014 Һеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта баҫалар

Альбина апайҙың эштәрендә күңел йылыһы сағыла.

Һеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта  баҫаларҺеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта  баҫаларҺеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта  баҫаларКейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың бо­рон-бо­рон­дан килгән шөғөлө. Ата-бабаларыбыҙ кейеҙҙе төрлөсә файҙаланған, ғөмүмән, ул халыҡтың йәшәйешенең, көнкүрешенең айырылғыһыҙ өлөшө булған. Хәҙерге көндә онотола барған кәсептең яңынан тергеҙелеүе ҡыуандыра. Салауатта йәшәүсе Альбина Аҡбашева (Лати­пова) – ана шул кейеҙ баҫыу оҫталарының береһе.

Береһенән-береһе сағыу кейемдәр, елән, сумкалар – уларҙың ба­рыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ. Ма­газиндағынан һис тә кәм түгел үҙҙәре! Кейеҙҙән эшләнгән әйбер­ҙәр­ҙе Альбина апайҙың оҫта ҡулдары һәм хыялға бай фантазияһы тыуҙырған. Һәммәһе лә ҙур оҫталыҡ, таһыллыҡ, күңел йылыһы менән баҫылғаны күренеп тора. Альбина Рәмзи ҡыҙының был эш менән ныҡлап шөғөлләнеп китеүенә икенсе генә йыл.

– Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булған был эш күптәргә оҡшай. Халҡыбыҙҙың боронғо тормошон кейеҙҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, йәйгеһен башҡорт йәйләүгә сыҡҡанда тирмәһен көпләгән, балаҫ һуҡҡан. Кейеҙ баҫыу буйынса видеофильм ҡарап, кейеҙ баҫҡан кешеләр менән аралашып, күп нәмәгә өйрәндем. Был күңелде күтәреп ебәреп, оло эштәргә этәргес бер көс булды.

Кейеҙ баҫыу эше менән мауығып китеүем осраҡлы ғына булды. Интернет селтәрендә ултырғанда кейеҙҙән яһалған кейемдәрҙе күреп ҡалдым. Улар бик матур ине. Нимәнән, нисек эшләнеүе хаҡында уҡығас, был шөғөл менән ҡыҙыҡ­һыныуым көсәйҙе, күңелемдә яһап ҡарау теләге уянды. Теләгемде тормош­ҡа ашырыуға бер нисә тапҡыр тотоноп ҡараным. Тәүге тапҡыр кеҫә телефоны өсөн ҡумтаға тотондом. Әммә, күпме генә тырышһам да, ул килеп сыҡманы. Быға тәжрибәм булмауы сәбәпсе ине. Икенсе юлы күҙлек һауыты яһарға ҡарар иттем. Ниһайәт, кейеҙ­ҙән баҫылған тәүге эшемде ҡулыма ал­дым. Шунан бирле шө­ғөлөмдән айырылғаным юҡ. ­Материалдарҙы интернет аша һатып алам, ә улар, әлбиттә, ҡиммәт, – тип һөйләй Аль­бина Рәмзи ҡыҙы.

Кейеҙҙән эшләнгән заманса әй­бер­ҙәр ара­һында ҡыҙҙар өсөн ке­йем-һалым, сумкалар һәм береттар иғти­бар­ҙы йәлеп итә. Хеҙ­мәтенә һоҡланып ҡа­раусылар бихисап. Ара­ларында һатып алырға теләүселәр ҙә бар. Төрлө биҙәктәр менән эшләнгән ке­йемде кем генә оҡшатмаһын инде. Етмәһә, тәбиғи материалдан булғас, йылы ла, файҙалы ла. Уңған ҡатын заказға ла эшләй.

Юҡтан бар яһай белгән, йәғни алтын ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыу һәләтенә эйә булған Альбина Рәмзи ҡыҙы – һөнәре буйынса өҫтәмә белем биреү педагогы. Тимәк, уның тап ошо йүнәлештән китеүе осраҡлы түгел.

– Тыумышым менән Томск ҡа­лаһынанмын. Мәктәптә уҡып йөрөгәндә Салауатҡа күсенеп килдек. Бәләкәйҙән хыялым рәссам-модельер булыу ине. Шуға ла Өфө педагогия колледжының художество-графика бүлегендә белем алдым. Аҙаҡ ҡала мәктәптәрендә, Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләнем. Әлеге көндә сәнғәт мәктәбендә үҙемдең белгәндәремде балаларға өйрәтәм. Уларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн яңынан-яңы эштәр уйлап сығарам.

Кейеҙ баҫыу – бик мәшәҡәтле эш. Ул ваҡытты ла күп ала, түҙемлек, ныҡышмалылыҡ талап итә. Әммә һөҙөмтәһен күреү шундай ҡыуаныслы. Кейеҙ баҫыуҙың үҙенә генә хас нескәлектәре, серҙәре бар. Был кәсеп буйынса күп уҡыйым. Әкренләп кейеҙ баҫыу­ҙың бөтә нескәлектәренә лә төшөнөп бөтөп барам инде. Киләсәктә тағы ла күберәк әйбер­ҙәр эшләп ҡарар­ға ниәтләйем, – ти оҫта ҡуллы ҡатын.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға