21.11.2014 Пенсия реформаһы тураһында ни уйлайһығыҙ?
Халыҡ был хаҡта ни уйлай икән? Улар пенсияларын дәүләт ҡарамағында булмаған фондтарға күсергәнме, юҡмы? Гәзит уҡыусыларҙың да фекере менән ҡыҙыҡһынып, ошондай һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
Гөлнур АЛСЫНБАЕВА, уҡытыусы, Сибай ҡалаһы:
– Эйе, шул хаҡта шау-шыу башланғас, мин дә пенсияның тупланма өлөшөн “Большой”ға күсергәйнем, һуңынан дәүләткә кире күсерәм тип мөрәжәғәт итеп ҡараһам да, ризалыҡ бирмәй ҙә ҡуялар. Хәҙер Пенсия фонды идаралығына барып, белешеп килергә тура килер инде. Әллә ниңә ашығып күсергәнмен. Миңә ул реформа ҡағылмай ҙа бит инде, пенсияға сығырға биш йыл ғына ваҡыт ҡалды. Өҫтәүенә, 25 йыл уҡытыусы булып эшләгәс, стаж буйынса былай ҙа пенсия алам.
Ә реформаға килгәндә, ыңғай яғын бер ҙә күрмәйем. Нисек бар, шулай ҡалһа, яҡшыраҡ булыр ине.
Флүзә ХӘБИРОВА, табип:
– Быйыл яҙғыһын пенсияның тупланма өлөшөн “Лукойл-гарант” дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондына күсерҙем. Күсерҙем дә, хәҙер төрлөһөн уйлайым, мин пенсияға сыҡҡансы ул фонд әллә була, әллә юҡ. Тағы беҙҙе тишек кәмәгә ултыртмаһалар ярар ине, тип хәүефләнәм. Хәҙер бит элекке кеүек иртәгәһе көнгә ышаныс самалы, ойошмалар бөгөн бар, иртәгә юҡ тигәндәй. Реформа тип башыбыҙҙы ҡатырмаһалар, тынысыраҡ булыр ине лә бит. Икенсенән, пенсияға тиклем йәшәргә кәрәк әле, тип тә уйлап ҡуяһың.
Зөбәйлә ҮТӘГӘНОВА, Мәләүез районы:
– Беҙҙән һорап та тормай, дәүләт ҡарамағында булмаған фондҡа күсергәндәр ине, былай әлегә зарланмайым, ике тапҡыр йыйылып килгән аҡсаны бирҙеләр. Тәүге йылда 80 мең һумға яҡын алдым. Икенсе йылына – 20 мең һум тирәһе.
Реформаға килгәндә, ғөмүмән, үҙгәрештәргә еңел ҡарарға тырышам. Беҙ риза булабыҙмы, юҡмы, барыбер үҙҙәренсә эшләйҙәр бит, бер нәмәне лә үҙгәртә алмайбыҙ. Шунлыҡтан нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк. Яҙғаны булыр әле.