RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәмәкегә хаҡ ҡапыл артасаҡ

17.10.2014 Тәмәкегә хаҡ ҡапыл артасаҡ

Рәсәйҙә бер ҡап тәмәкенең хаҡы 216 һумға тиклем күтәрелеүе ихтимал. Сөнки тәмәке хаҡындағы акциз өлөшө ике тапҡырға артасаҡ. Был ҡарарҙы тәмәкегә ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ла хуплап ҡаршы алған. Сөнки ҡайһы бер илдәр, мәҫәлән, Бөйөк Британия акцизды 70 процент­ҡа тиклем күтәргән. Рәсәйҙә әлегә бер ҡап тәмәкеләге акциз өлөшө 40 проценттан үтмәй. 2013 йылда илебеҙ бюджеты тәмәкегә һалынған акциздарҙан ғына 200 млрд һумға тулыланған.

– Әлеге ҡарар Рәсәйҙә акциздар үҫешен тиҙләтеүгә мөмкинлек бирәсәк, – ти Ҡулланыусылар йәмғиәте конфедерацияһының идара рәйесе Дмитрий Янин. – Был һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә сығымдарҙың ҡыҫҡарған осоронда айырыуса мөһим. Шул рәүешле алынған аҡсаны хатта тәмәкегә ҡаршы көрәшкә түгел, ә табиптарҙың эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтергә мөмкин.

Тартмаған кешегә әле лә тәмәкегә хаҡ ҡиммәт кеүек. 50 – 100 һумға бер ҡап сигарет алғансы, башҡа файҙалыраҡ әйбер алыр инең, тип уйлап ҡуяһың. Килә­сәктә хаҡтарҙың тағы ла артыуы тәмәкеселәрҙе был насар ғәҙәттән ҡотолдорормо икән? Тәмәкегә хаҡ артыуына улар нисек ҡарай?
Ғәзинур, 45 йәш:

– 200 түгел, 500 һум булһын, тартырғамы-юҡмы – уныһын күҙ күрер. Әлбиттә, кеҫәгә һуғасаҡ инде. Тимәк, уйланыр урын бар.
Арыҫлан, 38 йәш:

– Тәмәке тартыуҙы, тарт­мауҙы хаҡтар ғына көйләй алмайҙыр ул, тартҡыһы килгән кеше, күпме генә торһа ла, барыбер тартасаҡ. Шуға күрә ҡарарҙың ниндәйҙер файҙа килтереренә ышанып та етмәйем. Ә үҙемә килгәндә, хаҡ күтәрелгәнсе үк ташларға тип торам, һаулыҡ өсөн.
Тимерғәле, 25 йәш:

– Бик яҡшы. Күптән ташларға йыйынып йөрөйөм, гел һуҙып килә инем, хаҡ күтәрелеү менән мотлаҡ ташлаясаҡмын, 200 – 300 һумға тәмәке алып булмаҫ.

С. АМАНТАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай