15.08.2014 Хәлең нисек, ауыл?
Хаҡлы ялға сығыу менән тыуып үҫкән яғым – Башҡортостандың Борай районына юлым йыш төшә. Таңһыҙарым – ауылым көтә. Йылдар үтеү менән, үҙебеҙ кеүек, ауылыбыҙ ҙа шаҡтай үҙгәргән. Заманында шау-гөр килеп тора ине бит…
20 – 30 йыл элек ауылда һарыҡ, ҡуян, йылҡы фермалары, пилорама, умарталыҡ гөрләп торҙо. Ауыл халҡы колхозда ла, үҙ йортонда ла берҙәй тырышып хужалыҡ алып барҙы. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, фермаларҙы күрше ауылдарға күсереп бөткәндәр. Хәҙер байтаҡ мал һарайы ярым емерек моңайышып ултыра, нигеҙенән ҡоротолғандары урынын сүп үләне баҫҡан. Ауылда ҙур йылға булмағас, фермала бик ҡеүәтле насос тора ине, янғын-фәлән сыҡһа, кәрәгер тип, уныһын да ҡалдырмағандар. Быйыл бер йорт сәғәт эсендә янып бөткән, ярай әле ялҡын башҡа өйҙәргә күсә алмаған –янғын һүндереүселәр килеп еткән. Шулай ҙа, һыуҙары бөтөп, Фазыл күле тигән соҡорға барып алғандар.
Эш урындары ла юҡ, хатта шул юҡ араһына урамдарҙағы электр лампалары ла инә. Сөнки, был ауылға ут кәрәкмәй типтер инде, сымдарҙы өҙгәндәр. Магазин юҡ. Автолавка килә-килеүен, гел генә уны һағалап тороп буламы? Эскелек көсәйгән. Шул арҡала яҡты донъя менән хушлашыусылар ҙа бар. Хәл мөшкөл. Ә бындай ауылдар Рәсәйҙә күпме?!
Бөгөн ауылдарға ысын мәғәнәһендә ҙур һынауҙар килә. Уларҙы халыҡ еңер ул, тик властың ярҙамы ла кәрәк.
Дилфәр ХӘСӘНОВ.
Ижевск ҡалаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО