04.04.2014 Кейеҙ баҫыу – бәхет баҫыу
Өфөлә кейеҙ оҫталарының “Тамға” республика симпозиумы һәм “Урал батыр” эпосы персонаждары костюмдары” темаһына кейеҙ костюмдар баҫыу конкурсы үтте. Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо, уларға БДПУ вәкилдәре ярҙам итте.
Симпозиумда Өфө, Белорет, Октябрьский, Сибай, Учалы, Күмертау, Нефтекама, Благовещен, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һәм Шишмә, Ейәнсура, Иглин, Кушнаренко райондарынан 28 оҫта ҡатнашты. Барлығы 12 кейеҙ костюм баҫтырылды. Артабан әҙер кейемдәрҙә дефиле үткәрҙеләр. Теләүселәргә ошонда уҡ һарыҡ йөнө менән нисек эш итеү, биҙәкләргә өйрәнеү мөмкинлеге тыуҙы.
Бәйге оҫталарҙың фекер алышыуы һәм сараға йомғаҡ яһауы менән тамамланды.
Л. ҺИҘИӘТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО