RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы технологияларға йөҙ тотоп

30.12.2013 Яңы технологияларға йөҙ тотоп

Яңы технологияларға йөҙ тотопХәҙер заманса төҙөлөш материалдары баҙары ифрат бай һәм ҡулланыусыға һайлап алыу мөмкинлеге ҙур. Был, тәү сиратта, төҙөлөш материалдары етештереү тармағының етеҙ үҫеүе менән аңлатылһа, икенсенән, һәр етештереүсе ба­ҙар­ҙа лайыҡлы урын табырға ынтыла. Әлбиттә, быға заманса технологияларҙы ҡулланып, юғары си­фатлы продукция етештереп кенә ирешеп була. "Ҡыҙыл таш" керамик блоктар һәм йөҙләү кирбестәре етештереү заводы" яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте – нәҡ шундайҙар иҫәбендә. Ул Ауырғазы районының Талбазы ауылында урынлашҡан һәм төбәктә иң эре предприятиеларҙан һанала. За­водҡа алты йыл элек нигеҙ һалына. Ә быйыл ул ноябрь айында эш башланы. Тантаналы сарала Башҡортостан Респуб­ликаһы Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты һәм заводтың эшмәкәрлеге менән танышып, уға баһа бирҙе.

"Мегастройсервис" холдинг компанияһы директоры, заводтың инвесторы Рәшит Баһауетдинов төҙөлөш эштәрен башлар алдынан "Ҡыҙыл таш" продукцияһының 30 – 40 процентын үҙҙәре өсөн файҙаланыу, ә ҡалғанын ирекле һатыуға сығарыу маҡсатын ҡуя. Сөнки компания баш ҡаланың "Серебряный ручей" микрорайонында, Мәскәү өлкәһенең Томилин, Котельники ҡалаларында торлаҡ төҙөлөшө алып бара.

Заводтың ҡеүәте йылына 80 миллион дана кирбес етештереүгә иҫәпләнгән. Продукцияның ассортименты бай. Бында стеналарҙы күтәреү, бүлмәләрҙе бүлеү, фасадтарҙы биҙәкләү өсөн тәғәйенләнгән стандарт керамик ҡыҙыл, һары йөҙләү кирбестәре, 250х250х219, 380х250х219, 510х250х219, 510х120х219 үлсәмле керамик блоктар етештерелә. Ассортиментты киңәйтеү маҡсатында заводҡа нигеҙ һалынғансы уҡ уның буласаҡ директоры Айрат Исаевҡа даими рәүештә сит ил предприятиеларында булып, заманса технологияларҙы өйрәнергә тура килә. Һөҙөмтәлә Италия кирбес заводтарының етештереү үҙенсәлектәрен ҡулланыуҙы отошло тип табалар. Шуға Италияның Ipa Grоuр S.r.I. фирмаһы етештергән ҡорамалдарҙы урынлаштыралар. Уларҙың бөтәһе лә автоматлаштырылған һәм автономиялы режимға ҡоролған. Йәғни заводта электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар булған осраҡта ла производствола өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай. Үҙҙәренең ремонт-техник базаһы, оҫтаханалары, поддондар һәм ағас онтағы етештереү цехы бар. Ул керамик изделиелар эшләү өсөн ҡулланыла. Таҡта ярыу ҡорамалын да сит илдән һатып алғандар. Ул сменаға утыҙ кубометр ағас үткәрергә һәләтле. Әйткәндәй, производство ихтыяждары өсөн йылына ҡырҡ мең кубометр ағас талап ителә. Производствоны сеймал менән "Стәрлетамаҡ урманы" дәүләт унитар предприятиеһы тәьмин итә.

Заводтың өс саҡрым алыҫлыҡта карьеры урынлашҡан. Ундағы сеймал запасы ун йылға етә, тип фаразлана.

Яңы технологияларға йөҙ тотопПредприятиела производство энергия һаҡсыллығы талаптарына ҡоролған. Әйтәйек, әҙер масса мейестә киптерелгәнсе бер үк температура һаҡлана. Экологик талаптар ҙа ҡәтғи үтәлә. Кирбесте киптергәндә төтөнлө газ һәм дым атмосфераға, ғөмүмән, таралмай.

Завод әле тәүге аҙымдарын ғына яһай, шуға ҡырҡ процент етештереүсәнлек менән эшләй. Ә март айында инде тулы ҡеүәткә сығасаҡтар.

"Ҡыҙыл таш" заводы етештергән продукция ҡайһы яғы менән үтемле һуң? Керамик блоктар, тәү сиратта, төҙөлөш эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта башҡарырға мөмкинлек бирә, йәғни төҙөлөш тиҙлеге өс-дүрт тапҡырға арта; тауышты тотҡарлау һәләтенә эйә ("Тауыштан һаҡлау" Сни П 23 – 03 – 2003 талаптарына яуап бирә); юғары сыҙамлы М 100 – 150 маркалы кирбестәр ауырлыҡ төшкән төп стеналарҙы күтәреүгә тәғәйенләнгән; тәбиғи микроклимат (саф тәбиғи компоненттар файҙаланыла) тыуҙыра; йылылыҡты һаҡлай (бер ҡатлы тышҡы стеналар йылытыуҙы талап итмәй); средстволарҙы экономиялау (блоктарҙың уйым-тәрәштәрен тоташтырғанда иҙмә сығымын 4 – 5 тапҡырға кәметә).

Ҡулланыусыларҙың сифатҡа талапсанлығы йылдан-йыл арта. Һәр кем продукцияның юғары сифатлыһын, шул уҡ ваҡытта арзанырағын һайлай. "Ҡыҙыл таш" кирбесе бар яҡлап та халыҡты тулыһынса ҡәнәғәтләндерерлек. Хаҡтар төрлө ҡатлам ҡулланыусының түләү һәләтенә йүнәлтелгән (блоктың күләменә ҡарап 6 һум 20 тиндән 93 һумға тиклем).

Завод райондағы иң ҙур предприятиеларҙың береһе, тип әйткәйнек. Уның төбәктәге халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүҙә әһәмиәте ҙур. Әлеге ваҡытта заводта 200 кеше эшләй. Предприятие тулы ҡеүәтенә сыҡҡас, эшселәр һаны 230-ға тиклем артасаҡ. Коллективтың яртыһынан күбеһен урындағы йәштәр тәшкил итә.
Айрат Кәүсәр улы төҙөлөш өлкәһендә тәжрибәле белгестәр – производство начальнигы Павел Доценко, баш технолог Лариса Сәйфи, баш механик Алексей Александров, баш энергетик Рөстәм Мөлөковтарға ҙур ышаныс бағлай.

Етәксе әйтеүенсә, предприятие­ға хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап ҡына ҡабул итәләр. Күпселекте Талба­зылағы 82-се лицей, аграр һәм авиация университеттарын тамамлаусылар тәшкил итә.

Айрат Кәүсәр улы һөнәре буйынса нефтсе, шул уҡ ваҡытта оҙаҡ йылдар төҙөлөш тармағында эшләгән. Дүртөйлө районының Балтас керамик кирбес заводында 14 йыл директор вазифаһын башҡарған. Бында ла берҙәм, эшсән, маҡсатҡа ынтылыусан коллектив туплауға ирешкән.
Республикала яңы төҙөлөштәр артҡан һайын кирбескә лә ихтыяж үҫә. Ә инде сифатты алға ҡуйған төҙөүсе мотлаҡ "Ҡыҙыл таш" заводы кирбесенә өҫтөнлөк бирәсәк. Сөнки завод продукцияһының сифаты иң талапсан ҡулланыусыны ла ҡәнәғәтләндерерлек кимәлдә.

Гөлназ АСАИНОВА.
Ауырғазы районы.

Юлай Кәримов фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай