RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үтескә алыу, юҡ, биреү үкенесле булмаһын

01.11.2013 Үтескә алыу, юҡ, биреү үкенесле булмаһын

Үтескә алыу, юҡ, биреү үкенесле булмаһынОшо көндәрҙә бер слесарь-сантехник менән һөйләшкән хәбәр күңелемә тынғы бирмәй. «Кредит алғайным, – тип башланы һүҙен 50 йәштәр тирәһендәге ир. – Ҡайтып, кредит килешеүен ентекләп өйрәнгәс, банк вәғәҙә иткән проценттан 2,5 тапҡыр­ға артығыраҡ түләргә кәрәк икәнен белеп ҡалдым. Бынан ике йыл тирәһе элек властар банкылар ошолайтып халыҡты алдамаһын тип ҡабул иткән закон бар икәнен белә инем». Бындай хәл килеп тыуғас, беҙҙең герой түләүен бөтөнләйгә туҡтатҡан. Шылтыратһалар, ана, Путин түләһен, тип яуаплай ҙа ҡуя икән. Банкыларҙың мутлашыуы кешене бурыс һаҙлығына этәрә. Ысынлап та, дәүләт ситтә торғас, ябай кешегә башҡаса әмәл ҡалмай – ул бурысын түләүҙән демонстратив рәүештә баш тарта.
Был яңылыҡтан һуң таныш-белештәремдән ҡыҙыҡһына башланым. Баҡтиһәң, бындай хәлгә дусар булыусылар күп икән. Кемдер банк менән судлаша, ә кемдер, беҙҙең геройыбыҙ һымаҡ, ҡәтғи рәүештә түләүҙән баш тартҡан. Ул ғына ла түгел, кредит өлкәһендә өр-яңы күренеш барлыҡҡа килгән. Кредит алыуы еңелләшкәс, күптәр, бигерәк тә йәштәр, 300 – 500 мең һум кредит ала ла, коллекторҙарҙан ҡасып, түләмәй генә типтереп йәшәй. Бурысҡа алынған аҡса бөтһә, икенсе банкыла яңы кредит алалар. Нисек, тиһегеҙме? Хәҙерге шарттарҙа аралашсылар “ярҙамға килергә“ әҙер тора: һинең кредит бюроларындағы бысраҡ тарихыңды “таҙартып“, тиҙ генә яңы кредит юллап бирәләр. Әлбиттә, һин был “ярҙамсы“­ларға алған аҡсаның байтағын “эш өсөн“ түләргә тейешһең. Был түләүҙәр 50 процентҡа тиклем барып етә.
Юҡҡа ғына Рәсәй Үҙәк банкыһының яңы етәксеһе Эльвира Нәбиуллинаны был мәсьәлә хафаға һалманы. Кредит өлкәһендә лә дефолт булыу ҡурҡынысы арта бара. Һуңғы ике йылда халыҡтың банкынан алған кредиттарының күләме ике тапҡырға артты һәм бөгөн 8,8 триллион һумға (Рәсәйҙең бер йыллыҡ бюджетына тиң!) етте, ә шул уҡ ваҡытта уртаса килем тик 22 процентҡа ғына артты. Был хәл артабан да дауам итһә, тиҙ арала бөтә банк системаһының “ҡомға терәлеүен“ көтөргә генә ҡаласаҡ. Бурыстары булған кеше килеменең яҡынса өстән бер өлөшөн кредит өсөн түләй. Ә ҡалған аҡса торлаҡ-коммуналь түләүҙәр, аҙыҡ-түлек өсөн генә етә. Ә кешелә артыҡ аҡса булмағас, банкылар ҙа тиҙҙән аҡсаға ҡытлыҡ кисерә башлаясаҡ.
Бөгөн Рәсәйҙә 35 миллион кеше банкынан аҡса алған. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, бала-саға һәм пенсионерҙарҙан тыш, кешеләрҙең яртыһы тиерлек банкылар алдында бурыслы (Башҡортостанда был күрһәткес бынан да юғарыраҡ). Бурысы булған һәр бишенсе кешенең кәмендә бишәр кредиты бар. Быларҙың күпселеген бер кредитты ҡаплау өсөн икенсе банкынан яңы кредит алырға мәжбүр булыу­сылар тәшкил итә. Уларҙың уртаса бурысы ярты миллион һумдан ашып киткән. Сағыштырып ҡарағыҙ: былтыр уртаса йыллыҡ эш хаҡы Рәсәй буйынса 245 мең һумдан артманы. Тимәк, был кешеләр бурыс һаҙлығынан сыға алмаясаҡ. Уларҙың дөйөм һаны – 7 – 8 миллион кеше, ә ғаиләләре менән бергә – 20 миллион тирәһе. Банкыларҙың уларҙың бөтә мөлкәтен тартып алыуы тик ваҡыт ҡарамағында ғына. Аналитиктарҙың дефолт ҡурҡынысы тураһында иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, банкылар, табыш артынан ҡыуып, кем етте, шуға кредит таратыуҙы өҫтөн күрә. Рәсәй етәкселегенә был тупиктан сығыу юлдарын табыуы еңелдән булмаясаҡ. Етмәһә, Владимир Путиндың инаугурацион указдарында ҡаралған эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе әле булһа хәл ителмәй килә. Иҫәп палатаһының яңы етәксеһе Татьяна Голикова Рәсәйҙең яңы бюджетында был йәһәттән тейешле аҡса ҡаралмауы тураһында әйтеп үтте лә ул.
Юғарыла тасуирлап үтелгән күренештең һирәк-һаяҡ булыуы элек тә мөмкин ине, улар менән банк хеҙмәткәрҙәре, коллекторҙар тейешле эш алып бара ала. Әммә уның киң йәйелә барыуы бөтә иҡтисадҡа ҙур хәүеф тыуҙыра. Бының сәбәбен финанс белгестәре аңлап етә алмай әле. Әлеге күренештең төп сәбәбе булып беҙҙең дәүләтебеҙҙәге йылдар буйына совет осоронан һаҡланып килгән диспропорция ята: эш хаҡы кимәленең бик түбән булыуы. Советтар Союзында уның түбән булыуы бушлай белем алыу, медицина, торлаҡ, транспорт һ.б. менән аңлатыла ине. Баҙар иҡтисадына күскәс, бөтә нәмәне түләүлегә әйләндерҙеләр, ә эш хаҡын тейешле кимәлдә күтәрмәнеләр. Ошоноң арҡаһында бөгөн эш хаҡы тейешле норманан күпкә түбәнерәк. Ул лайыҡлы белем, торлаҡ алыуға, медицина өсөн түләүгә, ял итеүгә һ.б. етмәй. Ә эш хаҡы ошо ихтыяждарҙы тәьмин итергә етерлек булырға тейеш. Был – объектив талап. Иҡтисад тейешле сумманы эш хаҡы формаһында биреп еткермәһә, һәр ялланып эшләүсе ошо сумманы табыу өсөн төрлө сараһын таба: кемдер ришүәт көҫәй, кемдер урлаша, ә кемдер, түләмәҫен белә тороп, кредит ала. Шунлыҡтан тора-бара дәүләт кешеләрҙең ошо бурыс­тарын йә үҙе ҡапларға мәжбүр буласаҡ, йә икенсе әмәлен табырға тейеш. Иҡтисадты еңеп булмай шул.
Был ғына ла түгел, Рәсәй төбәктәре лә бюджетта аҡса етмәү арҡаһында илебеҙ етәкселеге ҡуйған бурыстарҙы үтәй алмауы тураһында хәбәр итә. Дотацион төбәк етәкселәре федераль үҙәктән был бурыс­тарҙы иҫәптән һыҙып ташлауҙы талап итә. Ил төбәктәренең, дәүләт етәкселегенең үҙ бурыстарын түләй алмаған Африка, Азия, Латин Америкаһы дәүләттәренең Рәсәй алдындағы миллиардлаған һум бурыстарын һыҙып ташлағанын күреп, был талапты ҡуйыуына аптырарға кәрәкмәйҙер.

Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисадсы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай