RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сит илдең тауығын ҡаҙҙай итеп күреүҙән туҡтарбыҙмы?

02.08.2013 Сит илдең тауығын ҡаҙҙай итеп күреүҙән туҡтарбыҙмы?

Сит илдең тауығын ҡаҙҙай итеп күреүҙән туҡтарбыҙмы?Рәсәйҙә иң күп тыйыу, сикләү иғлан итеүсе етәксе кем тип уйлай­һығыҙ? Юҡ, һис кенә лә Президент түгел, ә илдең баш санитар табибы Геннадий Онищенко. Ул йылына бер нисә мәртәбә, етештереүселәр яғына ҡарап, йоҙроҡ төйнәп ала. Тыңла­ғандар тыңлай уны – сығарған тауар­ҙарын бер аҙ ипкә килтерәләр. Был юлы “Рос­потребнадзор” башлығы Украи­наның беҙгә ебәргән тәм-томон ашап-тикшереп ҡарап, кәнфиттәрен һатыуға сикләү индерҙе. “Рошен” (“Roshen”) кондитер корпорацияһы рәсәйҙәргә насар сифатлы тауар ебәргән, имеш, һөт ҡушып ҡына яһал­ған шоколадта бензопирен (углеводородтарға ҡа­раған химик ҡушымта, үтә хәүефле матдә) булыуы асыҡланған. Онищенко ведомствоһы белгестәре Мәскәүҙәге сауҙа селтәрҙәренән “Рошен”дың дүрт предприятиеһы продукцияһын һайлап алған да, ентекле тикшергәндән һуң аҙыҡта май һәм органолептика составы нормаға тап килмәүен асыҡлаған. Шоколад ярат­һағыҙ, ҡарап ҡына ашағыҙ, эсегеҙҙе ыуалап ятырға тура килмәһен, ти Рәсәй ҡулланыусылары өсөн янып-көйөүсе эксперттар. Юғиһә магазиндар ниндәй продукция килә, шуны һатып ебәрергә генә әҙер.
Әйткәндәй, беҙгә ситтән күпме, ниндәй ризыҡ килә икән? Шул хаҡта мәғлүмәттәр менән танышыу ҡамасауламаҫ.

Ыңғай яғы – берәү, ҡалғаны…

Рәсәйҙә сит ил аҙыҡ-түлеге бөгөн ғәҙәти күренеш. Хатта бәғзе ватандаштар өҫтәлен уларһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Бер көн супермаркетта Мәскәүҙән ҡунаҡҡа ҡайтҡан ханымдың эре генә: “Ә бында немец колбасалары бармы, баш ҡалала шуны ғына ашап өйрәнелгән”, − тип тороуын ишеткәйнем. Бар, булмай ни, ана, голланд ветчиналары, фин сырҙары, көньяҡтан килтерелгән, өҫтөнә май һөртөп ялтыратылған емештәр, башҡа деликатестар тулып ята. Хаҡтары төрлөсә. Магазин янына “текә” машинала килеп туҡтаған олпат ир ҙә һатып ала ала, ябай ғына сепрәк тоҡсай тотоп килеп ингән үҙебеҙҙең өлкән быуын да. Сит ил аҙығының Рәсәйҙекенән арзаныраҡ булғаны ла осрағаны бар. Көндәрҙән бер көндө ошолар юҡҡа сыҡһа, ас ҡалырбыҙмы икән? Һандарға күҙ һалһаҡ, импорт аҙыҡ-түлек беҙҙә 40 проценттан ашыу тәшкил итә икән. Тимәк, өҫтәлеңдә икмәк, һөт, май һәм сәй булһа, шуның яртыһы тиерлек сит илдән һатып алынған ризыҡ. Яуызыраҡтар шулай тип тә һөйләй – сит илдән етерлек ит, һөт, консерва, бойҙай һәм йәшелсә-емеш инә икән, беҙгә аслыҡ янамай. Ошоноң менән Рәсәйгә һатылған импорт ризыҡтың ыңғай яғы бөтә.
Кире яҡтары иһә оҙаҡҡа һуҙыласаҡ эҙемтәләргә килтереүен әлегә аңларға теләмәйҙәр. Был йәһәттән ауыл хужалығы зыянды күберәк күрә. Үҙебеҙ­ҙекеләргә баҙарға иркен йәйелеп сығыр­ға форсат юҡ. Сәбәп әлеге лә баяғы хаҡтарҙа. Сөнки беҙҙекеләр хаҡты арзан ҡуя алмай – ризыҡты ризыҡ иткәнсе сығымдар күп китә. Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе иһә илдең аграр тармағын тамам бөлдөрәсәк, ти белгестәр. Был фекергә ҡолаҡ һалынмай.
Сит илдән һатып алынған аҙыҡ-түлектең сифаты ҡайтышыраҡ. Быны барыһы ла белә. Һаулыҡ өсөн хәүефле булыуын да беләләр. Насар туҡланыуҙың нимәгә килтереүе лә таныш. Матбуғат сараларында йыш ҡына ситтән насар сифатлы ризыҡ килеүе арҡаһында сыҡҡан ғауға тураһында хәбәр ителә. Һуңғыларынан Польша, Бөйөк Британия, Украинанан алынған ит, Америка тауыҡтары, Ҡытай ҡуян ите, Франция һарыҡ ите, Финляндияның һөт ризыҡтары тирәләй тыуған шау-шыуҙы атарға була.
Йәнә бер проблема – Рәсәйгә генетик яҡтан модификацияланған продукция (ГМО) индереү. Бындай тауар тәбиғигә ҡарағанда күпкә арзан. Уның төп етештереүселәре – Евросоюз илдәре, АҠШ, Ҡытай. Ә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы кеүек абруйлы берлектәр ген инженерияһы ҡаҙаныштарын ҡурҡыныс тип иғлан итмәйенсә, Рәсәй ГМО-ға ҡаршы бер ни эшләй алмай. Бары тик сикләү генә индерергә мөмкин. Шуныһын да йәшермәй һөйләйҙәр – беҙҙең илебеҙ ГМО-аҙыҡ-түлеккә тәжрибә үткәреү полигоны булып та тора икән. Генетик ризыҡ ассортименты бик бай. Шул иҫәпкә соя, емеш һуттары, сусҡа ите, икмәк, хатта сабыйҙар аҙығы инә. Әгәр этикеткала “Не содержит ГМО” тип яҙылған икән, был ысынбарлыҡҡа мотлаҡ тап килә тигән һүҙ түгел.
Әйткәндәй, үрҙә телгә алған Онищенко әфәнденең тыйыуы ла ҡайһы саҡта әллә ни ярҙам итмәй, сөнки беҙҙә “ҡара исемлек”тәге ризыҡтар ситтән барыбер инә тора. Бында контрабанда шәп эшләй. Айырыуса Украина, Ҡытай менән сиктәш райондарҙан үтеп инәләр. Мәҫәлән, Украина маркаһы аҫтында тыйылған Төркиә томаттары һатыуға еңел генә килеп сыҡҡан.
Моғайын, проблемаларҙы хәл итеү өсөн аҡыллы ҡануниәт, ентекле, намыҫлы таможня контроле талап ителәлер. Сәйәси элита әлегә ыжламай.

Бөтә донъя сауҙа
ойошмаһы – импорт
тауар яҡлаусыһы?

“ВТО-Информ” үҙәге эксперты Александра Ждановская белдереүенсә, сауҙа ойошмаһына инеү буйынса һөйләшеүҙәр ваҡытында Рәсәйгә ситтән индерелгән аҙыҡ-түлек һәм сеймал сифатын күҙәтеү системаһының ҡайһы бер элементтарынан баш тартырға баҫым яһал­ған. Импортер әгәр насар сифатлы продукция килтерә икән, күп тапҡыр “тотол­һа” ғына импорт өсөн рөхсәттән яҙа. Йәғни беҙгә һатыу өсөн ветеринария өлкәһендә етешһеҙлектәре әллә нисәмә булырға тейеш. Бер-ике тапҡыр боҙоҡ ризыҡ индереү иҫәпкә инмәй.
Аҙыҡ-түлек партияһына ҡушылған бөтә документтар тәртиптә булһа, сик аша үткәндә аҙыҡ үҙе бөтөнләй тикшерелмәй. Ә Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеү идаралағы иһә тикшереүҙәрен даими уҙғармай. Унда ла һәр партия ҡаралмай. Экспертиза яһау өсөн аҙна-ун көн ваҡыт үтә. Ҡыҙыҡ күренеш, ә бәлки, ҡыҙғаныстыр – лаборанттар аҙыҡ-түлек өлгөһөн тикшергәнсе, импортерҙар уларҙы складтарға ташый, унан һатыу нөктәләренә таратыла. Эксперттар ҡулына аҙыҡтың сифаты хаҡында ҡағыҙ килеп ятҡансы, ит-май, йәшелсә-емештең күбеһе ашалып та бөтә. Бында бюрократик машинаның нисек “уңышлы” эшләүенә хайран ҡалаһың.
Бер ваҡиға тураһында яҙып үтеү дөрөҫ булыр. Март башында Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү буйынса Калуга идаралығы һатыуға пестицид һәм нитрат күләме артыҡ булған 58 тонна йәшелсә-емеш сығарылыуын хәбәр итә. Чиновниктар был ризыҡтарҙы әйләнештән ала алманы. “Россельхознадзор”ҙың матбуғат секретары Алексей Алексеенко һүҙҙәренсә, улар бары тик тикшерә лә, алынған мәғлүмәттәрҙе “Роспотребсоюз”ға ебәрә. Ә һуңғыһы етешһеҙлек тураһында бер ниндәй ҡағыҙ ҙа алмаған. Шулай ҙа була. Эт − эткә, эт – ҡойроҡҡа һымағыраҡ килеп сыға. Был арала зарарлы ризыҡ нимә ашағанына йүнләп иғтибар ҙа итмәгән кешенең ашҡаҙанына инеп тә ята. Һуң, сит илдекен алмағыҙ, тиер аҡыллылар. Үҙебеҙҙекенең дә сифаты ҡайһы саҡта кәйефте төшөрөп ҡуя шул. Ысынмылыр-бушмылыр, аҙыҡ-түлек ҡайҙа етештерелә, шунда артыҡ контроль юҡ. Мәҫәлән, фермер һөт һатыр өсөн урындағы ветеринарҙан рөхсәт алһа ла ярай ти. Ә урындағы белгес менән нисек тә килешергә була. Шуға сифат йәһәтенән етешһеҙлектәр килеп тыуыусан. Шулай ҙа Белоруссиянан килтерелгән һөт эсеп, Мысыр картуфын ашап ултырыу көлкө кеүек. Ана, ауыл халҡына рәхәт – иртән һауылған һөттө кискә тиклем үк эсеп бөтә, унан һуң көтөү ҡайта, тимәк, яңы һөт. Картуф кәртә аша ғына. Ит баҙарында ла хәл шәптән түгел. Сусҡаны беҙ, мосолмандар, ашамайбыҙ ҙа, әммә импорт сусҡа итенә таможня пошлинаһын төшөргәйнеләр, Рәсәй “ҡаты морон”­дарына көн бөтөп бара.
Ошо көндәрҙә ете йыллыҡ тыйыуҙан һуң грузин шараптары менән минераль һыуы әйләнешкә инергә тора. Ул турала күптән ҡысҡырып һөйләйҙәр. Әле эсемлектәр тикшереү үтә. Иманым камил, тикшереүселәргә иң матур, иң ҡупшы шешәләргә ҡойолалыр. Магазиндар яңынан ялған һыуҙар менән тулмаҫ тимә. Үҙебеҙҙең сифатлы эсемлектәр ҙә күп бит. “Краснодарҙа, Ростовта ла яҡшы шараптар сыға, тик халыҡ ул турала белмәй, уларға һөйләмәйҙәр. Үҫеш өсөн иһә дәүләттең бәләкәй генә ярҙамы ла етә”, − ти Бойондороҡһоҙ шарап клубы президенты Владимир Цапелик. Нимә, был дәүләт һәр яҡлап сит ил етештереүсеһен яҡлай тигән һүҙме?
Хәтерегеҙҙә түгелдер инде, 2010 йылдың башында Дмитрий Медведев Президент сағында Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһына (“Доктрина продовольственной безопасности РФ”) ҡул ҡуйғайны. Документҡа ярашлы, күп кенә импорт ризыҡ ватанда етештерелгәне менән алмаштырылырға тейеш ине. Баҙарҙа картуфтың 95 проценты, үҫемлек майының – 80, иттең – 85, һөт – 90, балыҡ – 80, тоҙҙоң 85 проценты үҙебеҙҙеке булыуы күҙ уңында тотолғайны. Әлегә һөҙөмтәләр хаҡында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел. Шулай ҙа Рәсәй гуманитар ғилми фонды ярҙамында “Капитал страны” интернет баҫмаһы әҙерләгән доклад теүәл генә баһа бирә лә һуңынан былай тип өҫтәй: доктрина аграр бизнесҡа һәм ҡулланыусыларға зыян килтермәне, аграр сәйәсәттең һөҙөмтәле элементы ла булманы. Ҡыҫҡа һәм дөрөҫ. Импорт аҙыҡ-түлектең кәмемәүен күреп әйтәм дә.

Ә был ваҡытта…

Мәскәүҙә Рәсәйгә ингән импорт аҙыҡ-түлек сифатын тикшереүсе махсус бюро асылған. Был Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы сафын тулыландырған осорҙа бик көнүҙәк икән. Алда әйтеүебеҙсә, ойошмаға инеү импорт тауарҙың күбәйеүен аңлата. Ышанырғамы был бюроның башланып торған эшенең һөҙөмтәлелегенә, юҡмы? Етдигә алғы килмәй ҙә ҡуя. Әлеге лә баяғы бер балыҡ башы булмаһа ярай ҙа – бюро сифат тикшергәнсе, аҙыҡ-түлек магазиндарға таралып, беҙҙең ашҡаҙанда эшкәртелеп йә эшкәртелмәй ятасаҡмы?
Был тәңгәлдә барыбер беҙҙең Башҡортостанда яңғыраған “Үҙеңдекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал!” тигән саҡырыу дөрөҫөрәктер.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай