05.07.2013 Пенсия һанай беләһегеҙме?
2015 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй граждандарының пенсия хоҡуғын формалаштырыуҙа һәм ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы тәғәйенләүҙә яңы тәртип индереү күҙаллана. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, былтыр “Рәсәй Федерацияһы пенсия системаһында оҙайлы үҫеш стратегияһы” проекты ҡабул ителгәйне.
Яңы ҡағиҙә бөгөнгөһөнән нимәһе менән яҡшыраҡ?
Хәҙер ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы тәү сиратта эш биреүсе хеҙмәткәр өсөн мотлаҡ пенсия страховкалау системаһына индереп барған страховкалау иғәнәһе күләменә бәйле. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт стажы бөтөнләй тиерлек пенсия күләменә йоғонто яһамай. Был тәртип оҙаҡ ваҡыт эшләргә йыйынған граждандар өсөн ғәҙел түгел. Әҙ генә стаж менән хаҡлы ялға сығыусының пенсияһы оҙаҡ ваҡыт эшләгән кешенекенән әллә ни айырылмай.
Ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы, бөгөнгө кеүек үк, ике өлөштән торасаҡ: страховкалау пенсияһы һәм тупланма өлөш. Тәүгеһе яңы ҡағиҙәләр буйынса иҫәпләнә, РФ Пенсия фонды страховкалау иғәнәһе иҫәбенән финанслана. Тупланма пенсия иһә Федераль закон нигеҙендә билдәләнә һәм страховкалау иғәнәһе иҫәбенән финанслана.
Яңы формула ҡулланыла башлағас, бөтә төр пенсия хоҡуҡтары һаҡланасаҡ, берәүҙең дә элек алған аҡсаһы кәмемәйәсәк, тип раҫлай ошо өлкәләге белгестәр.
Яңы ҡағиҙә буйынса, страховкалау пенсияһын иҫәпләгәндә, “йыллыҡ пенсия коэффициенты” тигән термин индерелә, уның буйынса граждандың хеҙмәт эшмәкәрлегенең һәр йылы баһалана.
Түбәндәге формулаға иғтибар итегеҙ:
Бында:
К0 = 1 (1966 йылғы һәм өлкәнерәк граждандар өсөн. Мотлаҡ пенсия страховкалау системаһында уларҙың пенсияһының тупланма өлөшө формалашмай)
К2 = 0, 97 (Мотлаҡ пенсия страховкалау системаһында буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөн формалаштырыу өсөн 2 процентлы тариф һайлаған 1967 йылғы һәм йәшерәк граждандар өсөн)
К6 = 0, 727 (Мотлаҡ пенсия страховкалау системаһында буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөн формалаштырыу өсөн 6 процентлы тариф һайлаған 1967 йылғы һәм йәшерәк граждандар өсөн).
Әгәр ҙә һеҙ 1967 йылғы йәки йәшерәк икәнһегеҙ һәм пенсияның тупланма өлөшөн формалаштырыу тарифын үҙгәртмәгән булһағыҙ, ул 2014 йылдан 2 процент тәшкил итәсәк. Әгәр ҙә пенсия тупланмаһы быға тиклем дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондында ятып, уны Рәсәй Пенсия фондына кире күсерһәгеҙ, 2014 йылдан пенсия тупланмаһын формалаштырыу тарифы 6 процент буласаҡ.
Бөгөн эш биреүселәр Мотлаҡ пенсия страховкалау системаһына хеҙмәткәрҙең эш хаҡы фондынан 22 процент тарифы буйынса иғәнә индерә. 6 процент (2014 йылдан граждандың теләге буйынса 2 йәки 6 процент) тариф пенсия тупланмаһын формалаштырыуға китә. 16 процент (2014 йылдан граждандың теләге буйынса 16 йәки 22 процент) пенсияның страховкалау өлөшөн булдыра.
Пенсия тупланмаһының тарифын нисек үҙгәртергә? РФ Пенсия фондының сайтында www.pfrf.ru йәки 8 800 510 5555 телефоны аша һорауығыҙға яуап табырһығыҙ.
Эш хаҡы ни тиклем юғарыраҡ, пенсия коэффициенты ла шул тиклем ҙурыраҡ
Йыллыҡ пенсия коэффициентын иҫәпләгәндә, 13 процентлыҡ һалым һалынмаған тик рәсми эш хаҡы ғына һанала.
Әгәр ҙә граждандың дөйөм страховкалау стажы 35 йылдан ашыу булһа, яңы формула буйынса, уға ҙурыраҡ күләмдә пенсия тәғәйенләнә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың – 30 – 40, ир-егеттәрҙең 35 – 45 йыл стажының һәр йылына өҫтәмә берәр коэффициент ҡушыласаҡ. Ә хеҙмәт стажы ҡатын-ҡыҙҙарҙа – 35, ир-егеттәрҙә 40 йыл булһа, тағы ла бишәр коэффициент өҫтәлә.
Яңы ҡағиҙә буйынса, әрмеләге хеҙмәт, бала тәрбиәләгән осор хеҙмәт пенсияһы стажына индерелә. Шулай итеп, хәрби бурыс үтәгәндең бер йылы өсөн 0,85 пенсия коэффициенты өҫтәлә. Баланың 1,5 йәшенә тиклем декрет ялында булыусыларға түбәндәге тәртип буйынса иҫәпләнә:
беренсе бала өсөн (1 МРОТ) – бер йыл өсөн 0,85 пенсия коэффициенты;
икенсе бала өсөн (2 МРОТ) – бер йыл өсөн 1,7 пенсия коэффициенты;
өсөнсө бала өсөн (3 МРОТ) – бер йыл өсөн 2,55 пенсия коэффициенты.
Страховкалау пенсияһын иҫәпләгәндә, йыллыҡ пенсия коэффициенттары ҡушыла, шул иҫәптән бала тәрбиәләү буйынса отпуск, әрмеләге хәрби бурыс, пенсияға һуң сығыу осорҙары ла. Артабан килеп сыҡҡан сумма РФ Хөкүмәте йыл һайын раҫлаған йыллыҡ пенсия хаҡына һәм пенсия өсөн ҡалдырылған коэффициентҡа ҡабатлана.
Һуңғараҡ пенсияға сығыу отошло!
Шуға иғтибар итегеҙ, яңы формула буйынса, пенсияға һуңыраҡ сығыу отошло. Ни тиклем оҙағыраҡ эшләйһең – ҡартлыҡ буйынса пенсия шул тиклем күберәк буласаҡ. Пенсия фондына, пенсия тәғәйенләүҙе һорап, һуңыраҡ мөрәжәғәт итһәң, һәр йыл өсөн премиаль коэффициент ҡушыла.
Мәҫәлән, хаҡлы ялға сыҡҡас, хеҙмәт пенсияһын алмайынса тағы ла өс йыл эшләһәгеҙ, страховкалау пенсияһы – 24 процентҡа, ә билдәләнгән пенсия 19 процентҡа арта. Әйтәйек, 63 йәшендә хаҡлы ялға сыҡҡан ир-ат 60 йәшендә пенсияға сыҡҡан хеҙмәттәшенән яҡынса ике тапҡырға күберәк аҡса аласаҡ. Пенсияға сығыу йәше үҙгәртелмәйәсәк: ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 55, ир-егеттәр өсөн – 60.
2025 йылдан пенсияға сығыу өсөн кәмендә 15 йыл хеҙмәт стажы кәрәк буласаҡ. Әле ул биш йыл булһа, ун йыл дауамында берәр йылға арттырыласаҡ. 15 йылдан кәмерәк стажы булған кешеләр, Пенсия фондына мөрәжәғәт итеп, социаль пенсия тәғәйенләүҙе һорай ала (ҡатын-ҡыҙҙар – 60, ир-егеттәр – 65 йәштән).
Инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса хеҙмәт пенсияларын билдәләү шарттары элеккесә ҡала.
Пенсия калькуляторы
Күренеүенсә, был формула үҙенә күрә ҡатмарлы, эш хаҡы һәм хеҙмәт стажынан тыш, төрлө льгота-нюанстарҙы күҙ уңында тоторға кәрәк.
Ошо көндәрҙә РФ Пенсия фондының БР буйынса идаралығында пенсия калькуляторын иғтибарға тәҡдим иттеләр. Бынан ары һәр буласаҡ пенсионер дәүләттән ниндәй пособие аласағын бөгөн үк белә ала. Тик “электрон һанағыс” буласаҡ инфляцияны һәм эш хаҡы үҙгәрештәрен иҫәпләмәй, шуға сумма яҡынса килеп сыға. Бынан тыш, инвалидтар, хәрбиҙәр, шәхси эшҡыуарҙар һәм зыянлы сәнәғәттә эшләүселәр өсөн башҡа ҡағиҙәләр бар.
Пенсия калькуляторы менән интернеттағы ошо һылтанма буйынса таныша алаһығыҙ: http://calculator.rosmintrud.ru/.
РФ Пенсия фондының БР буйынса
идаралығы мәғлүмәтен файҙаланып,
Гүзәл ЙОСОПОВА әҙерләне.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО