RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кемдәр юғары баһаланыр?

05.07.2013 Кемдәр юғары баһаланыр?

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Респуб­ликаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия ошо премияға конкурста ҡатнашыуға түбәндәге эштәрҙе индерҙе:

1. “Яҡшыртылған экологик үҙенсәлектәргә эйә автомобиль бензины алыу технологияһы”. Авторҙар − Г. Теләшев, А. Әхмәтов, Г. Сидоров.
Башҡортостандың Нефтте химик эшкәртеү институты тарафынан тәҡдим ителде.
2. Өс өлөштән торған “Федераль һәм төбәк ҡануниәтен яраштырыу механизмы” монографияһы. Эш авторы − М. Маликов.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты тарафынан тәҡдим ителде.
3. “Күп функциялы үҙенсәлектәргә эйә булған күләмле наноструктуралы металдар һәм иретмәләр”. Р. Вәлиев, Р. Исламғәлиев, И. Александров.
Өфө дәүләт авиация техник университеты тарафынан тәҡдим ителде.
4. “Ҡиммәтле “Салауат Юлаев”, “Ватан” сорттары һәм икмәк бешереү өсөн яҙғы бойҙай игенен етештереү технологияһы”. В. Зыкин, Р. Исмәғилев, Р. Кадиков, Л. Зыкина.
Башҡортостан дәүләт аграр университеты тарафынан тәҡдим ителде.
5. “Ауыл хужалығы үҫемлектәренең үҫешен көйләүсе һәм һаҡлаусы өр-яңы юғары һөҙөмтәле микробиологик препараттар булдырыу”. О. Логинов, А. Мелентьев, В. Кузнецов эше.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Биология институты тарафынан тәҡдим ителде.
6. “Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш райондарында төҫлө металдарҙың минераль-сеймал базаһын тулыландырыу буйынса геологик разведкалау эштәрен һөҙөмтәле үткәреүҙе фәнни-техник нигеҙләү, ойоштороу-методик яҡтан тәьмин итеү”. А. Волчков, Б. Михайлов, В. Павлов, Н. Татарко, Р. Хәмитов.
Төҫлө һәм ҡиммәтле металдарҙың үҙәк ғилми- тикшеренеү геологик разведкалау институты тарафынан тәҡдим ителде.
7. “Башҡортостан Республикаһында ҡорһаҡ ярыһындағы йәбешеү сирен диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү алымдарын эшләү һәм ғәмәлгә индереү (50 йыллыҡ тәжрибә)”. Авторҙар − В. Плечев, Н. Ғатауллин, С. Хунафин.
Башҡортостан Фәндәр академияһы тарафынан тәҡдим ителде.
8. “Композиттарҙан тегелгән әйберҙәр етештереүҙе проектлау методологияһы”. Р. Ҡә­йүмова, Л. Ғирфанова, А. Бикбулатова.
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты тарафынан тәҡдим ителде.
9. “Башҡортостан закондары һәм норматив хоҡуҡ акттары йыйылмаһы”. Авторҙар − А. Юнысова, Ю. Әбсәләмов.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты тарафынан тәҡдим ителде.
10. “Биотехнологияны үҫтереү һәм тирә-яҡ мөхиттең сифатын яҡшыртыу өсөн ресурстар сығанағы булараҡ Башҡортостандың ылымыҡтар һәм цианобактериялар коллекцияһын ойоштороу”. Авторҙар − Р. Кәбиров, Л. Ғайсина, А. Мансурова, Г. Баҡыева, С. Сафиуллин.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан тәҡдим ителде.
11. “М. В. Мырҙабулатов. Башҡортостанда никах һәм ғаилә. М. В. Мырҙабулатов, А. Ш. Аратова. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының традицион һәм заманса никах-ғаилә мөнәсәбәттәре. Р. Р. Баязитова. Башҡорттарҙың традицион ғаилә этикеты: монография”. М. Мырҙабулатов, Р. Баязитова.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан тәҡдим ителде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай