16.04.2013 Күп балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тәртибе раҫланды
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 1,5 – 3 йәшлек өсөнсө һәм унан күп балаһы булған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында положение раҫланды.
Был түләүҙе алыу хоҡуғы ғаиләнең йән башына уртаса килеме балалар өсөн йәшәү минимумынан артмаған осраҡта бирелә. Бөгөн балаларға йәшәү минимумы 5633 һум тәшкил итә.
Пособие күләме – 3000 мең һум. Положениеға ярашлы, был сумма Башҡортостанда даими йәшәүсе ата-әсәнең береһенә, йә уларҙы алмаштырыусыға түләнә. Шул уҡ ваҡытта баланы ҡараған өсөн закон тарафынан билдәләнгән түләүҙе алған опекунға, попечителгә, уллыҡҡа алыусыға был пособие түләнмәй.
Бөтә һорауҙар менән ата-әсә үҙе йәшәгән урындағы хеҙмәт һәм социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итә ала.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО