23.10.2010 Атҡа бесән кем һала?
Эшһеҙлектең ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы мәсьәлә икәнлеген һөйләп тороуы ла артыҡ, быны һәр кем белә. Шуға ла был юҫыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн төрлө юлдар эҙләнә, пландар ҡорола. Яңыраҡ республика Хөкүмәтендә «Башҡортостан Республикаһы йәштәрен эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре» тип аталған «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов алып барған «түңәрәк өҫтәл»дә республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф министрлыҡтары, халыҡты эш менән тәьмин итеү ойошмалары, Башҡортостандың иң эре предприятиелары вәкилдәре, кадрҙар агентлыҡтары һәм журналистар ҡатнашты.
Нисә кеше эшкә мохтаж?
Республикалағы эшһеҙлек мәсьәләләрен ҡарағанда ниндәйҙер аныҡ һандар килтереүе лә ҡыйын. Әлбиттә, эшһеҙ булараҡ килеп, кәрәкле урындарҙа теркәлгән граждандар тураһында мәғлүмәт бар. Тик беҙҙә халыҡтың күп кенә өлөшө, йылдар буйы эш таба алмай йонсоһа ла, ҡайҙалыр барып теркәлеүҙе кәрәк тип тапмай. Эште таныштары, туғандары аша эҙләүҙе хуп күрәләр. Был юлды заманса тип әйтеп булмай.
Ысынлап та, эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә барып, үҙең хаҡында мәғлүмәт ҡалдырыу, даими рәүештә был ойошмалар тәҡдим иткән вакансиялар менән ҡыҙыҡһынып тороу һис тә зыян итмәҫ ине. Республикала эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеүсе үҙәктәр нисәмә йыл даими эшләй һәм, иң мөһиме, үҙҙәренә килеп, эш һорағандарға вакансиялар тәҡдим итә икән – тимәк, был йүнәлешкә етдиерәк ҡарарға кәрәк.
«Түңәрәк өҫтәл»дә ҡаралған төп мәсьәлә – йәштәрҙең эш таба алмай йонсоуы. Һәм был бик урынлы. Сөнки Башҡортостанда эшһеҙ булараҡ теркәлгән һәр дүртенсе граждан – 14 – 29 йәштәрҙәге кеше. Тимәк, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләһенең үтә лә киҫкен тороуын инҡар итеп булмай. Бының сәбәптәре лә төрлөсә. Иң бәкәлгә һуҡҡаны – эш тәжрибәһе юҡ, күп ойошмалар яңы ғына уҡыу йортон тамамлап килгән йәш кешене эшкә алыуға шикләнеп ҡарай. Һөҙөмтәлә йәштәр дәғүәселеккә һәләтһеҙ булып сыға.
Әлбиттә, миҙалдың икенсе яғы ла бар. Йәштәрҙең бөтәһе лә тиерлек эш хаҡы юғары булған урындар эҙләй. Ә эш урындарын тәҡдим иткән баҙар бөтәһенә лә был бәхетте бүләк итә алмай. Етмәһә, эш эҙләүселәр араһында юғары уҡыу йортон тамамлаған белгестәр күп. Уларҙың береһенең дә ябай эшсе булып барғыһы килмәй.
Кем ташсы булырға тейеш һуң?!
Ә республиканың йылы урында, өҫтәл артында ғына ултырып эшләргә йыйыныусыларға әллә ни мохтажлығы юҡ. Беҙҙә төҙөүселәргә, атап әйткәндә, бетонсыға, ташсыға, плита һалыусыға, штукатур-малярға эш күп. Ә ауылдарыбыҙ механизаторҙарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, зоотехниктарға, ветеринарҙарға ҡытлыҡ кисерә. Тик бер кемдең дә эҫе ҡояш йәки ҡар, ямғыр аҫтында эшләгеһе килмәй. Бөтәһенең дә талаптары юғары.
Иҡтисадсылар, бухгалтерҙар, юристар, финансистар, компьютер программаһы менән тәьмин итеү, дәүләт һәм муниципаль белем биреү белгестәре менән эш урыны баҙары туп-тулы. Шуға ла тап ошо белгестәр эш таба алмай йонсой. Ә мәктәпте тамамлаусылар һаман да, тап ошо һөнәрҙәргә эйә булырға тырышып, юрист йәки иҡтисадсыларҙы әҙерләгән факультеттарға ябырыла. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо һөнәрҙәргә өйрәтеүсе уҡыу йорттарының иҫәбе-һаны ла юҡ кеүек тойола башланы.
Әллә күпме ваҡыт сарыф итеп, күпселек осраҡта аҡса түләп уҡыуҙың ни мәғәнәһе бар һуң? Һуңынан барыбер эш табыуы үтә лә ҡыйынға төшәсәк, юғары белемгә эйә булып та, магазиндарҙа һатыусы йәки төнгө клубтарҙа администратор булып эшләүсе йәштәребеҙ күп бит.
Был урында, «заман башҡа – заң башҡа» тигәндәй, кешелек ҡиммәттәренең үҙгәреүен билдәләргә кәрәк. Тракторсы йәки ташсы бөгөнгө көн геройы түгел. Бөгөн, бөхтә генә кейенеп, компьютер ҡаршыһында ултырған йәки ҡултыҡ аҫтына папка ҡыҫтырып, төрлө килешеүҙәр төҙөү өсөн йүгергеләп йөрөгәндәр заманға яраҡлашҡан, уңышлы эшкә эйә йәштәр иҫәбенә ингәндәй тойола. Ә, дөрөҫөн генә әйткәндә, йыш ҡына уларҙың эш хаҡы ла әллә ни көнләшерлек булмай. Шуға ла йәштәр һөнәр һайлауға, белем алыуға ҡарашын үҙгәртһен ине. Борон ата-бабаларыбыҙ юҡҡа ғына: «Һин дә – мулла, мин дә – мулла, атҡа бесән кем һала?» – тип әйтмәгән бит.
Йәштәрҙең хәленә инһендәр ине
Әлбиттә, юғары, урта белемлеләрҙең, эш эҙләүселәрҙең күп булыуы эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәренә үтә лә юғары талаптар ҡуйырға юл аса. Һәм был ваҡытта ла тап йәштәр ауыр хәлдә ҡала – тәжрибәһе аҙ булған хеҙмәткәрҙәр ғүмере буйы ошо эште башҡарғандар менән бер кимәлдә эш күрһәтә алмай. Был – тәбиғи күренеш һәм уны бер нисек тә үҙгәртеп булмай. Белемең бар икән – бик шәп, тик белем түгел, аныҡ эште белеү нығыраҡ кәрәк шул!
«Түңәрәк өҫтәл»дә сығыш яһаусы Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы етәксеһе Тимерхан Биккинин билдәләүенсә, йыш үҙгәреп торған баҙар иҡтисады шарттарында тар, бер йүнәлешле генә һөнәргә эйә булған кешеләргә эш табыуы, улай ғына ла түгел, эшен һаҡлап ҡалыуы уғата ауыр. Эш биреүселәр бер хеҙмәткәрҙең әллә нисә һөнәргә эйә булыуын, төрлө яҡлап үҫешен, универсаль хеҙмәткәр булыуын талап итә.
Республикала, һәр ваҡыттағыса, эш баҙарында ихтыяж менән тәҡдимдәр араһында тигеҙлек юҡ. Һүҙ хатта тәҡдимдәрҙең аҙыраҡ, эшләргә теләүселәрҙең күберәк булыуы тураһында ла түгел. Бөтә мәсьәлә шуға ҡайтып ҡала: предприятиелар ябай эшселәрҙе көтә, ә эшһеҙ булараҡ теркәлгәндәрҙең 40 проценты юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә. Ә вакансияларҙың 81 проценты тап ябай эшселәр өсөн.
Әлбиттә, халыҡты, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү менән шөғөлләнергә тейешле ойошмалар тик ятмай. Эш менән тәьмин итеү үҙәктәре йәштәр өсөн комплекслы саралар тәҡдим итә, ә йәштәргә был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға ғына ҡала. Мәҫәлән, үткән туғыҙ айҙа башланғыс һәм урта белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙың 900-ө ваҡытлыса эш менән тәьмин итеү программаларында ҡатнашҡан. Йәштәр араһынан 600-ҙән ашыу кеше йәмәғәтселек эштәренә йәлеп ителгән. Был төрлө урындарҙа стажировка үтеү ҙә икәнлеген иҫәпкә алырға кәрәк.
Әйткәндәй, граждандарҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәктәренең вәкилдәре билдәләүенсә, стажировка мәсьәләһен иң тәүҙә юғары уҡыу йорттары күтәреп сығырға тейеш.
Тик шуныһы – эшкә урынлашып, ваҡытлыса стажировка үткән йәштәрҙең күпселеге шул предприятиеларға эшкә алынмай. Нишләптер стажировка үтеү программалары көткән һөҙөмтәне бирмәгән. Шулай ҙа был йүнәлеште артабан да үҫтерергә кәрәк, стажировка студенттар уҡыған саҡта уҡ ойошторолһа, тағы ла һәйбәтерәк булыр ине.
Һандарға килгәндә – стажировка үткәндән һуң белгестәрҙең 35 проценты тирәһе генә шул уҡ предприятиеларҙа даими эшкә ҡалдырыла. Ә план буйынса күрһәткес 70 процентҡа етергә тейеш. Был хәлдең сәбәптәрен асыҡларға ғына ҡала.
Ауылдағы эшһеҙлек – айырым мәсьәлә
Ауылда йәшәп, эшһеҙ ятыусы йәштәрҙең һәм, ғөмүмән, граждандарҙың проблемаһын ҡарау өсөн айырым бер «түңәрәк өҫтәл» ойошторғанда ла насар булмаҫ ине. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов билдәләүенсә, республиканың агросәнәғәт ойошмаларында уртаса эш хаҡы 8390 һум тәшкил итә. Тик республика райондарының ауыл хужалығы үҫеше буйынса бер-береһенән ныҡ ҡына айырылыуын иҫтә тоторға кәрәк. Күп кенә урындарҙа 8390 һум эш хаҡы алып эшләү ожмах кеүек тойолалыр әле. Ә республика буйынса алынған дөйөм мәғлүмәттәр һөйләүенсә, ауыл хужалығы – иң әҙ эш хаҡын түләүсе тармаҡ. Шул уҡ ваҡытта ул – физик яҡтан иң ауыр, күп көс, ваҡыт талап иткән тармаҡтарҙың береһе.
Эш хаҡының күләме бер мәсьәлә булһа, эштең юҡлығы – унан да киҫкенерәк мәсьәлә. Нисәмә ауылда халыҡ бөтөнләй эшһеҙ ята, эшләргә атлығып тороп та, эш хаҡы 3 мең һум булған ойошманы ла таба алмай улар. Шуға ла «түңәрәк өҫтәл»дә, ауылдарҙағы эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеү өсөн урындарҙа эш урындарын булдырыуға ҙур иғтибар бүлеүҙән башҡа юл юҡ, тип билдәләнде.
Ә был инде, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә иғтибар арттырырға кәрәк, тигәнде аңлата. Әлбиттә, бының өсөн урындағы халыҡтың да әүҙемлеге кәрәк. Ләкин улар бөгөн шундай ауыр хәлдә – ҡайҙа барып төртөлөргә белмәйҙәр, ярай әле шәхси хужалыҡтары бар, унда етештерелгән аҙыҡ-түлекте арттырып һатыу саҡ ҡына булһа ла килем килтерә. БР Хөкүмәтендә ойошторолған «түңәрәк өҫтәл»дә ауылдағы эшһеҙлек проблемаһын йырып сығыу өсөн төрлө юлдар тәҡдим ителде. Мәҫәлән, ҡасандыр кешенең 25 сутый ере булһа, ул эш менән мәшғүл, тип иҫәпләнгән. Әлбиттә, хәҙер ҙә ауыл кешеләрен ерҙә эшләргә генә ҡушып ҡуйып булыр ине, тик был юл ғына бөтә проблемаларҙы ла хәл итмәйәсәк.
Тап ауыл кешеләренең эшһеҙ булараҡ кәрәкле урындарҙа теркәлеүгә әллә ни илтифат бирмәүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Ауылдарҙағы эшһеҙлек, ысынлап та, ҡурҡыныс бер кимәлгә етеп килә. Эшләмәгән кеше йыш ҡына йәмәғәтселек өсөн хәүефлегә әйләнә. Тап улар төрлө енәйәттәргә бара башлай. Ас кешенең асыуы яман.
Проблема бар, уны хәл итергә кәрәк
Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү буйынса килеп сыҡҡан мәсьәләләр кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итә. Бының өсөн республиканың бөтә ведомстволары ла бергәләп эшләргә тейеш. «Түңәрәк өҫтәл»дә лә был хаҡта айырып әйтелде. Ысынлап та, мәсьәләне хәл итеү өсөн төрлө юлдар эҙләнә, күп эш эшләнә. Ләкин һәр бер тармаҡтың айырым бер йүнәлештә барыуы арҡаһында һөҙөмтә ҡыуандырырлыҡ түгел. Белгес – мәғариф учреждениеһы – эш биреүсе – ошо сылбырҙы нығытырға, бер-береһенә ныҡлап бәйләргә кәрәк. Һандар, цифрҙарға ҡарау – шәп эш, улар алдамаҫ. Тик шулай ҙа ауылға ҡайтҡанда иғтибарлап ҡарағыҙ: күршеләрегеҙ араһында кем рәхәтләнеп ауылда эшләп йөрөй, аҡса ала? Таныштарығыҙҙы барлағыҙ – кем уҡыған һөнәре буйынса лайыҡлы эш урынын биләй? Шәхси статистикағыҙ ҙа ялғанды һөйләмәҫ.
Ауылдарға эшкә ҡайтыусы йәштәр тураһында ла аныҡ һандар бар. Тик уларға иғтибар итһәң, шул күренә: әлбиттә, йәштәр яҡшы эшләгән, бай хужалыҡтарға, райондарға ғына килә. Ә нимә эшләһендәр инде – хужалыҡтары бөлгән төбәктәргә барып, былай ҙа ауыл тултырып ятҡан эшһеҙҙәр һанын арттырһындармы ни? Ғөмүмән, ауылдарҙа эш урындарын булдырыу өсөн етди, ныҡлы программалар кәрәк.
Шулай уҡ йәмәғәтселектең фекерен дә «ҡара эштәр»гә ҡарата бер аҙ үҙгәртеү зыян итмәҫ ине. Ауыр эштә эшләп йөрөүҙең ояты юҡ, ә бына әзмәүерҙәй егеттәрҙең, ир-егеттәрҙең нимәлер көтөп эшһеҙ ятыуы, ысынлап та, оят! Заманға яраҡлашыу күп аҡсаға рәхәт эштә йөрөргә хыялланып өйҙә ятыу түгел, заман талап иткән һөнәргә эйә булыу икәнлеген онотмайыҡ!
Лилиә СИРАЕВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО