08.02.2013 Аҡсаны ашап булмай шул…
Яңыраҡ донъя иҡтисады һәм сәйәсәте өсөн мөһим ваҡиға – Швейцарияның Давос ҡалаһында Бөтә донъя иҡтисади форумы үтте. Рәсәй делегацияһын илебеҙ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев етәкләне. Унда төрлө эксперттар әҙерләгән Рәсәйҙең киләсәк үҫеше өсөн ҡыҙыҡ булған өс сценарий ҡарап үтелде. Д. Медведев был варианттарҙың реаль түгеллеген билдәләне. Күренекле донъя финансисы Джордж Сорос Рәсәй иҡтисадын батып барыусы карап менән сағыштырҙы һәм унда инвестициялар һалмаҫҡа кәңәш итте. Быға яуап итеп, Медведев, Рәсәйҙең донъя иҡтисадын көрсөктән һөйрәп сығарырлыҡ локомотив булырлыҡ хәле бар, тип ышандырҙы. Әйтергә кәрәк, донъяның ысын локомотивы – ҡытай үҙенә был йөкләмәне алырға ынтылманы. Форумда ҡатнашыусыларҙы иң ғәжәпләндергәне – Дмитрий Анатольевичтың “Рәсәй үҙенә аграр держава статусын кире ҡайтарырға тейеш” тигән һүҙҙәре. Демократтар Иосиф Сталиндың “Американы ҡыуып етергә һәм уҙып китергә”, Никита Хрущевтың “Совет халҡы 1980 йылда коммунизмда йәшәйәсәк”, Михаил Горбачевтың “2000 йылда һәр совет ғаиләһе үҙенең фатирында йәшәйәсәк” тигән лозунгыларынан көлгән булһа ла, хәҙерге етәкселәр тегеләрҙе уҙҙырып ебәрә шикелле. ВВП-ны икеләтә арттырыу, Мәскәүҙе донъя кимәлендәге финанс үҙәгенә әйләндереү, “инновация, инвестиция, инфраструктура”, нанотехнологиялар, “Сколково” кеүек проекттар аҙ булманы. Уларҙың береһе лә үтәлмәне бит әле. Хәҙер яңы маҡсат ҡуйыла. Сирек быуат буйынса колхоз-совхоздар системаһын бөтөрөү, улар урынына фермерлыҡты үҫтерергә маташыу, БДСО-ға (ВТО) ингәндә ауыл хужалығын “оноторға” тырышыу кеүек сараларҙан һуң аграр держава тураһында фәлсәфә йөрөтөү ысын дәүләт сәйәсәте түгел, тик импровизацияға ғына тартып тора булып күренде. Әллә ауыл хужалығы урынына туризмды үҫтерергә тырышҡан етәксегә был идеяны берәйһе аңлатып бирҙеме икән? Нисек кенә булмаһын, был теләкте хуплап сығырға кәрәктер. Коммерция, финанс йүнәлешен үҫтереп кенә дәүләтте байытып булмай, тигән хәҡиҡәтте аңланы, буғай (был турала хатта Александр Сергеевич Пушкиндың:
“Он был глубокий эконом,
То есть умел судить о том,
Как государство богатеет,
И чем живет, и почему
Не нужно золота ему,
Когда простой продукт имеет”, – тигән һүҙҙәрен оноторға ярамауы барып еттеме икән?). Ярай, хәйерлегә булһын. Бына бит, ҡытайҙы ғына алып ҡарайыҡ: бөтә донъя өсөн ябай процент ҡына етештереп, АҡШ-тың төп кредиторына әйләнде. Бер нисә йылдан етештереү күләме буйынса донъяла беренсе урынға сығып, бөтә Американы һатып алмаҫ тимә.
Рәсәйгә килгәндә, аҙыҡ-түлек етештереү буйынса үҙебеҙҙең продукцияны импорт ҡыҫырыҡлап сығарып бөтөп бара инде. Импорт ит һәм ит продукттары буйынса − 25, балыҡ һәм балыҡ продукттары буйынса – 24,6, һөт һәм һөт продукттары буйынса 19,2 процент тәшкил итә. Беҙ тик иген экспорты буйынса донъяла беренсе урынға сыҡтыҡ. Ә бының менән маҡтаныу, ауыл хужалығы белгестәре фекере буйынса, башҡа һыймаған эш. Иген ҡулланып етештерелгән ит продукцияһын ситкә һатыу бынан күпкә өҫтөнөрәк. Магазиндарҙағы баҙар иҡтисады биргән аҙыҡ-түлек муллығы Рәсәй халҡының һәйбәт туҡланыуын аңлатмай әле. Ил Хөкүмәте әйтеүенсә, төп аҙыҡ-түлек ҡулланыу буйынса медицина хуплаған нормативтарға өлгәшмәгәнбеҙ. Бына факттар. Мәҫәлән, 2010 йылда кеше башына:
− 68 кг ит һәм ит продукттары (норма − 70 − 75 кг );
− 247 кг һөт һәм һөт продукттары (норма – 320 − 340 кг);
− 21,2 кг балыҡ һәм балыҡ продукттары (норма − 22 − 28 кг );
− 105 кг йәшелсә (норма − 120 – 140 кг);
− 57 кг еләк-емеш (норма − 90 − 100 кг) ашағанбыҙ.
“Советтар ваҡытында магазиндар − буш, һыуытҡыстар тулы булды, ә хәҙер, киреһенсә, магазиндар – тулы, һыуытҡыстар – буш” тигән һүҙҙәрҙең хаҡлыҡтан алыҫ булмауы ла бар. Быға аптырарға кәрәкмәйҙер, үҙем шаһитмын: айҙар буйы ит, һөт күрмәй, икмәк-картуф менән генә туҡланған кешеләр ҡалала ғына түгел, ауылда ла етерлек. Сөнки уларға хәҙерге шарттарҙа мал тотоуҙың файҙаһы юҡ. Бөтә донъяла аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ барлыҡҡа килә башланы. Бының төп сәбәбе булып йылы яҡ дәүләттәрендә традицион булған ауыл хужалығы продукттарын (шәкәр ҡамышы, мал, еләк-емеш һ.б.) етештереү урынына туризм тармағын үҫтереү тора. Көнбайыш байҙары һәйбәт урындарҙа ял итһен өсөн, был культураларҙы етештергән майҙандарҙа туризм объекттары төҙөлдө. Ризыҡҡа ҡытлыҡ уға хаҡ артыуына килтерә. Хатта махсус термин барлыҡҡа килде – “аҙыҡ-түлек инфляцияһы” – башҡа тауарҙарға ҡарағанда уға хаҡтар шәберәк арта. Донъя банкы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр аҙыҡ-түлек уртаса ун процентҡа ҡиммәтләнгән, шәкәргә – 12, бойҙай һәм кукурузға – 25, сояға 17 процентҡа хаҡ артҡан. Рәсәйҙә иһә аҙыҡ-түлек инфляцияһы 15 процент тәшкил итте. Был инфляция бик ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс күренешкә килтерә. Бер литрлыҡ пакеттарға өйрәнгән халыҡ һөт йәки һут һатып алғанда быға әллә ни иғтибар бирмәй: бәләкәй генә хәрефтәр менән унда ысынында 950 грамм тип яҙыла. Шул уҡ хәлде шоколад, икмәк һымаҡ продукттарҙа күреп була. Стандарт 500 грамлыҡ икмәк батондарына совет осоронда өйрәнгән Рәсәй халҡына 450 грамлыҡ икмәкте алдап һатып ебәрәләр. Был бит һиҙелерлек алдыҡ – 10 процент! Теге 15 процентҡа ҡушһаң, 25 процент була түгелме?
Ярай, был факттар Дмитрий Медведевҡа мәғлүм инде. Уның Давоста әйткән һүҙҙәре экспромт ҡына булып ҡалмаһын, тип юрайыҡ. Ауыл хужалығын өҫтә әйтеп үтелгән проекттар яҙмышы урап үтһен. “Башланылар ҙа ташланылар”, − тип әйтерлек булмаһын. Ауыл кешеләренә, ниһайәт, туннелдең осонда яҡтылыҡ күренде түгелме?
Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисадсы.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО