18.01.2013 Бахырлыҡтың ахыры булырмы?
Яңы йыл байрамынан һуң Рәсәй халҡы эшкә һәләтен саҡ ҡабаттан уятып килә. 90-сы йылдар башында Советтар Союзын бөтөрөүҙе байрам итеп күрһендәр өсөн, Раштыуа каникулдары һылтауы менән, демократтар Рәсәй халҡына бер декада ял бүләк иткәйне. Был байрамдарҙы май айына күсереү иҡтисади яҡтан өҫтөнөрәк булыуға ҡарамаҫтан, власть тарафынан әлеге мәсьәлә нисәмә йыл хәл ителмәй килә. Бының сәбәбе ябай ғына: олигархтар һәм уларҙың ҡуштандарына был ялды йылы һәм уңайлы шарттарҙа сит тарафтарҙа үткәреү ҡулайыраҡ. Демократия “халыҡ власы” тигәнде аңлатһа ла, халыҡ фекеренә иғтибар бирелмәй. Ябай Рәсәй халҡының ун көн буйына эсеп-ашап ятыуынан, баҡтиһәң, иҡтисади яҡтан юғалтыуҙар ҙа әллә ни күп булмай сыға: газ, нефть, металл етештереүсе предприятиелар ғинуар ялдарында бер минутҡа ла эшен туҡтатмай.
Америка ҡушма Штаттарында демократик принциптар буйынса бер ҡағиҙә булдырылған: әгәр ҙә берәй мәсьәлә буйынса бер ай эсендә халыҡтан интернет аша 25 мең тауыш йыйһаң, властар был һорауҙы мотлаҡ дәүләт кимәлендә ҡарарға йәки уның актуаль түгеллеген аңлатып бирергә тейеш. Бына был, исмаһам, шәп.
Ә беҙҙә… 2008 йылда башланған финанс көрсөгө тураһында ниндәй генә аналитик фекерҙәр булманы. Кемдер уны − тамамланды, кемдер икенсе тулҡынын көтөргә кәрәк, тип фаразланы. Ысынында, ул шым ғына дауам иткән икән. Быны шул уҡ АҡШ-та барған ваҡиғалар иҫбатлай. Донъяның иң көслө дәүләте бер нисә йыл инде гигант суммалы тышҡы бурыслы булып тора. Уның күләме 16,4 триллион долларға еткән. Ошо йылдар эсендә ундағы һәйбәт, мул тормош башҡа илдәрҙән бурысҡа алынған аҡсаға ғына ҡоролдо. Ул ғына түгел, АҡШ үҙен башҡаларға өлгө итеп, ҡарашын бөтә донъяға көсләп тағырға маташа. Быны күҙ алдына килтереүе ҡыҙыҡ: мәҫәлән, бурыслы бер танышығыҙ һеҙгә нисек йәшәргә өйрәтеп маташа, ти. Бының булыуы ла мөмкин түгел, ул нисегерәк һеҙҙең күҙгә салынмау сараһын табыуҙы хуп күрер. Ә Америка, доллар баҫтырып сығара алғас, тартынмай аҡса һуғыуын белә. Унан Евросоюз, Англия, Япония ла ҡалышмай башланы. Һуңғы өс йылда ғына был дәүләттәрҙә сығарылған аҡсаның күләме өс-биш тапҡырға артты. Евросоюздың Үҙәк банкыһы тиҙ арала бер триллион евро аҡса сығара ала. Был аҡсаны эшләү өсөн Рәсәй ун йыл нефть һәм газ менән һатыу итергә тейеш.
Илебеҙ өсөн бик хәүефле хәл тыуҙы. Нефть, газ экспортынан алған валютаны дәүләт резерв фондында туплап, унан алып, сит илдәрҙең ҡиммәтле ҡағыҙҙарын һатып алдыҡ. Был ҡағыҙҙар йылына ике-өс процент табыш бирә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең банкылар сит илдән кредитты алты-һигеҙ процентҡа ала. Ошо айырмала ғына беҙ йылына 100 миллиард тирәһе доллар юғалтабыҙ. Бындай хәлдәге иҡтисадтың сыҙамлығы күпкә етмәйәсәк икәне көн кеүек асыҡ. Шулай инде, глобалләштереү, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы заманында кемдер − сеймал, кемдер аҡса сығара. Икенсеһе күпкә еңелерәк.
АҡШ Конгресы Барак Обамаға тышҡы бурысты арттырырға төрлө ҡамасаулыҡтар яһап маташҡан була. Бурысҡа йәшәп өйрәнгән американдар Президентҡа аҡ алтындан бер триллион долларлыҡ монета сығарырға тәҡдим итте. Әлбиттә, был аҡсаның хаҡы триллион доллар тормаясаҡ. Уның өсөн ҡалынлығы – 30 см, диаметры 73 метр булған 22 мең тонна аҡ алтын кәрәк буласаҡ. Был металдың Америкала юҡлығы мәғлүм бит инде. Монета сығарыу тәҡдиме Барак Обамаға законды боҙмай ғына өҫтәмә аҡса баҫыу мөмкинлеге тураһында ғына һөйләй. Шул триллион долларға американдар тағы еңел йәшәргә иҫәп тота.
СССР-ҙағы дефициттан йонсоған совет халҡы, баҙар реформалары биргән сағыштырмаса муллыҡ, мәғлүмәт алыу, сәйәхәт итеү һәм эмиграция мөмкинлектәренә ышанып, үҙҙәренең бөйөк дәүләтенең ҡаҙаныштарынан ҡолаҡ ҡаҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Мәҫәлән, былтыр ғына беҙҙең туристар Европа дәүләттәрендә 24 миллиард доллар аҡса ҡалдырған. Беҙҙең Рәсәй биләмәһе сеймал сығарыу өсөн генә яраҡлы булған урынға әүерелеп бара шикелле. Ял итеү, йәшәү, уҡыу, дауаланыуҙы сит илдәрҙә үткәрергә тырышҡан халыҡ һаны йыл һайын арта.
80-се йылдар аҙағында күренекле иҡтисадсы, “Демвыбор” тигән хәрәкәттең идеологы Гавриил Попов ришүәтте легалләштереү тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Демократик баҫмаларҙа был тәҡдим әллә ни тәнҡитләнмәй үтеп китте. Күп тә үтмәй, мәскәүҙәр Г. Поповты мэр итеп һайлап та ҡуйҙы. Был хәлгә ул ваҡытта әллә ни аптырамағайным. Мәскәүҙә уҡыған сағымда ҡала халҡының бер сир менән ауырығанын күреп белә инем: улар теләнселәп ултырырға яратты. Күстәнәсһеҙ ҡыл да ҡыбырлатмайҙар. Был күренеш һуңынан бөтә Рәсәйгә таралды.
Бына яңыраҡ Public.ru сайты илебеҙ төбәктәрендә коррупцияның таралыуы тураһында төҙөгән рейтингын баҫып сығарҙы. Унда Мәскәү өлкәһе (Мәскәү нишләптер күрһәтелмәгән) иң юғары баҫҡысты биләй. Рейтингыла күрһәтелгән башҡа төбәктәрҙең дөйөм ришүәтселек суммаһынан әллә күпмегә артығыраҡ “күрһәткес”кә өлгәшкән мәскәүҙәр.
Заманында Дмитрий Медведев, ил башлығы булараҡ, коррупцияға ҡаршы көрәштең бер сараһы итеп чиновниктарҙың эш хаҡын ҡырҡа арттырыуҙы хуп күрҙе. Был сараның һөҙөмтәһе тураһында хәҙер ләм-мим. Күрәһең, маҡтанырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Әммә был идея чиновниктарға бик оҡшап ҡалды – төрлө төбәк парламенттары түрәләргә эш хаҡын, премияларҙы һәм төрлө бонустарҙы арттырыу тураһында ҡарарҙарҙы бик әүҙем ҡабул итә башланы. Мәскәү өлкәһе депутаттары, үҙҙәренең һәм министрҙарҙың мөҙҙәте тулып, эштән сыҡһалар, бер йыллыҡ эш хаҡын түләргә кәрәк, тип бара. Бының төп сәбәбе − был абруйлы кешеләргә эш табыуы ауырға төшә тигән һылтау. Яңы закон буйынса беренсе июлдән министрҙар һәм губернаторҙар эш һөҙөмтәләренә ярашлы премия ала башлаясаҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: был ҡарарҙы министр һәм губернатор үҙе ҡабул итә. Сергей Шойгу, мәҫәлән, үҙенең урынбаҫарҙарына былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса өс миллион һумлап премия биргән, тигән мәғлүмәт ишетелде. РФ Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советында ике сроктан артыҡ ултырған депутаттар үҙҙәренә бик юғары пенсия тәғәйенләү тураһында закон ҡабул итте: ул эш хаҡының 85 – 95 процентын тәшкил итәсәк. Ябай кеше өсөн был күрһәткес ни бары 20 − 25 процент ҡына. Дәүләт хеҙмәткәрҙәренең был ҡылығын һис тә ҡабул итеп булмай. Улар Рәсәй олигархтарынан ҡалышмаҫҡа тырыша, күрәһең. Был хыялдарының тормошҡа ашыуы бик икеле.
Global World Report мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең иң бай бер процент кешеһе бөтә байлыҡтың 71 процентын биләй. Был АҡШ-тан, Европанан − ике, Япониянан дүрт тапҡырға күберәк. Рәсәйҙең 96 миллиардеры илдең 30 процент байлығына хужа, ә был донъя күрһәткесенән 15 тапҡырға күберәк. Сама тигән нәмәне белергә кәрәктер, йәмәғәт. Олигархтарҙы ҡыуып етеп булмаҫ, халыҡтан айырылыу ҙа килешеп бөтмәҫ.
Илдар ҒӘБИТОВ.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО