06.07.2012 Һалымдар – бюджет сығанағы
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шаршамбыла Башҡортостан Республикаһы Именлек советының ултырышын үткәрҙе. Ултырышты асып, республика башлығы Именлек советы ағзаларын бюджетты тулыландырыу мәсьәләһенә иғтибар итергә саҡырҙы.
– Әлегә барыһы ла һәйбәт бара, – тине Президент. – Уҙған йылдағы кимәлгә ҡарағанда, түләнгән һалымдар күләме 10 процентҡа артҡан, бөгөн республика ҡаҙнаһына 43 миллиард һум һалым ингән. Былтыр был һан 38,7 миллиард һумға тиң ине. Шулай ҙа хәүефләнерлек урындар ҙа бар. Мәҫәлән, былтырғы йылға ҡарағанда килемдән алынған табыштың бер ярым тапҡырға кәмеүе күҙәтелә. 1 майға предприятиеларыбыҙҙың килеме ни бары 31 миллиард һум тәшкил иткән. Килемгә һалым бюджетыбыҙҙың 30 процентын тиерлек тәшкил итә. Был күрһәткестәрҙең төшөүенә юл ҡуйырға ярамай.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ай һайын 5 миллиард һум аҡса бюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡы түләүгә тотонола. Хәҙер был күрһәткес даими арттырыла һәм тиҙҙән 6 миллиард һумға етәсәк. «Йыл аҙағына тиклем уҡытыусыларҙың эш хаҡын уртаса республика кимәленә, 19 − 20 мең һум күләменә еткерергә кәрәк. Быға ҙур ресурстар талап ителә. Табиптарыбыҙға, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренә лә эш хаҡын арттырырға бурыслыбыҙ. Шуға күрә һалым мәсьәләләре беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле», – тине ул.
Именлек советы ултырышына республика бюджетының 60 − 65 процентын тулыландырыусы эре предприятиелар етәкселәре саҡырылғайны. Президент бөтөн һалым түләүселәрҙең дә үҙ бурыстарына яуаплы ҡарамауын билдәләне.
– Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары ла үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Әммә бында йәшерен схемалар ҡулланылыуы, бер көнлөк фирмалар аша аҡсаны ситкә ебәреү күҙәтелә. Минең иҫәпләүҙәрем буйынса, төрлө сығанаҡтарҙан йылына 15 − 20 миллиард һум самаһы һалымды алып бөтөрмәйбеҙ. Йәғни предприятиеларҙың күбеһе үҙҙәренә генә эшләй. Биш миллион һум иҫәпкә алынмаған табыш законһыҙ пассажирҙар ташыусыларҙың кеҫәһенә китә. Улар йыл һайын бер ярым-ике миллиард һум аҡсаны түләп бөтөрмәй. Баҙарҙарҙа юғалтыуҙар ике-ике миллиард ярым һум менән баһалана: шикле схемалар, теркәлмәгән тауарҙар һәм башҡаһы. Беҙҙең республикала ҙур клиент базаһы булған кәрәҙле элемтә операторҙары тураһында ла беренсе тапҡыр ғына һөйләмәйем. Улар миллиардлаған һум табыш ала һәм ни бары 150 − 200 миллион һум һалым түләй. Тиҫтәләгән Рәсәй компанияһы Башҡортостанда магазиндарын урынлаштыра, теркәлеү урыны буйынса һалым түләй, ә беҙгә уларҙан бер тин дә килмәй, – тип аныҡ миҫалдар килтерҙе Рөстәм Зәки улы.
Әгәр йән башына уртаса табыш буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 23-сө урында килһә, йән башына уртаса һалым килемдәре буйынса ни бары 40-сы урында, тип билдәләне Президент.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитов иһә үҙенең сығышында һалым хеҙмәтенең хоҡуҡ һаҡлау структуралары менән хеҙмәттәшлек итеүе тураһында һөйләне, һалым йыйыуҙың ни сәбәпле кәмеүен анализланы.
2012 йылдың 1 июненә ҡарата республика Волга буйы федераль округы субъекттары араһында тупланма бюджетҡа килемдәр буйынса 4-се урында тора.
– Килемдәрҙең төп өлөшө физик шәхестәр табышына һалым иҫәбенә (37,5 процент) һәм табышҡа һалым иҫәбенә (36,4 процент) формалаша. Физик шәхестәр табышына һалым кереме уҙған биш айҙа 13 миллиард һум тәшкил иткән, ә табышҡа һалым – 13,6 миллиард һум. Әгәр физик шәхестәр табышына һалым үҫеш темптарын һаҡлаһа, икенсе сығанаҡ менән барыһы ла һәйбәт түгел. 2012 йылда табышҡа һалымдың үҫеш темптары кәмеүенең бер нисә сәбәбе бар. ҡайһы бер эре һалым түләүселәр сығымдары артыуы арҡаһында алдараҡ иҫәпләнгән һалым суммаһын кәметеүҙе күрһәтеүсе аныҡланған һалым декларациялары бирә башланы. Был декларацияларға ярашлы, бюджет 3,3 миллиард һум аҡсанан ҡолаҡ ҡағасаҡ. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда аныҡланған декларациялар буйынса предприятиелар 500 миллион һум аҡсаһын ҡайтарып алған.
Вахитовтың әйтеүенсә, хатта эре предприятиелар ҙа табышҡа һалымды кәметеү өсөн бер көнлөк фирмаларҙы файҙалана. Һалымдан ҡотолоуҙың тағы бер «модалы» ысулы – балансҡа ҡуйыуҙан ситләшеп, мөлкәткә пошлина түләмәү. Статистиканан күренеүенсә, асыҡланған һалым енәйәттәренең 10 проценты буйынса ғына енәйәт эше асыла. Был фактка ҡарата ла Башҡортостан Президенты үҙ фекерен белдерҙе. «Хоҡуҡ һаҡлау органдары ла һалым иҫәбенә эш хаҡы ала. Был мәсьәләлә принципиаллек күрһәтеүегеҙҙе һорайым. Барыбыҙҙың да тормошо һалымға бәйле. Һалым – йәшәү сығанағы. Хоҡуҡ һаҡлау органдарын, хөкүмәт ағзаларын нисек йәлеп итеү тураһында уйлағыҙ, комиссиялар төҙөгөҙ, әүҙемерәк эш итә башлағыҙ», – тип талап итте Рөстәм Хәмитов.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО