18.09.2010 Герой ейәндәре һынатмай
Эшҡыуарлыҡ, тәү ҡарашҡа, анһат ҡына бирелә торған шөғөл кеүек. Ә ысынында ул – шәхси көсөңә таянып эшләү, киләсәгеңде ҡайғыртыу, үҙеңде тормошта раҫлау, хатта, әйтергә кәрәк, кешенең донъяға карашы, ижтимағи аңы һәм яңы хеҙмәт әхлағы. «Стройгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Вәлиев менән әңгәмәлә бының шулай булыуына йәнә бер инандыҡ.
Рөстәм Альберт улына 26 йәш. «Стройгаз» уның өсөн ысын тыуған коллектив. Был предприятиены бынан ун ете йыл элек өс бер туған – Рафаэль, Альберт, Айрат Вәлиевтар ойоштора. Рөстәм – уртансылары Альберттың улы. Әле институтта уҡып йөрөгән сағында уҡ егет каникулдарын бында эшләп үткәрә. Унан юрист дипломы алып эшкә ҡайта. Ә былтыр февраль айында өлкән Вәлиевтар предприятие менән етәкселек итеүҙе Рөстәмгә йөкмәтә. Эш шунда, һис уйламағанда Вәлиевтарға ҙур ҡайғы килә. Кесе туғандары Айрат йәштән үк спорт менән мауыға. Дүртөйлөлә үҙе кеүек һәүәҫкәр спортсыларҙан хоккей командаһы төҙөп, районда, республикала, күрше Татарстанда ярыштар ойоштора. Сираттағы матч барғанда боҙ майҙанында кинәт йөрәге туҡтай уның. Оло юғалтыуҙы барыһы ла ауыр кисерә. Ләкин артабан йәшәргә, бергә башлаған эште дауам итергә кәрәк. Өҫтәүенә, донъяны иҡтисади көрсөк солғап алған мәл. Бындай шарттарҙа йәштәрҙең сәме, отҡорлоғо, баҙар ҡанундарын яҡшы белеүе, хоҡуҡи идара итеү оҫталығы кәрәклеген белгән өлкән Вәлиевтар ошо сифаттарҙы Рөстәмдә күрә. Ә егет уларҙың ышанысын аҡларға ҡарар итә.
– «Стройгаз»ды төҙөү, уны төҙөлөш һәм хеҙмәттәр баҙарында танытыу өсөн уларҙың күпме көс һалыуын яҡшы беләм, – ти Рөстәм Альберт улы. – Ә беҙ, уларҙың балалары, ирешелгәндәрҙе һаҡлап, предприятиеның мөмкинлектәрен тағы ла киңәйтеү тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ.
Был осраҡта ул ҡасандыр үҙе кеүек үк каникул ваҡыттарында ярҙамлашып йөрөгән, тиҙҙән эшкә ҡайтасаҡ туғаны Айҙарҙы, ике туғаны Русланды ла күҙ уңында тота. Икенсенән, улар заманында республикала данлыҡлы механизатор, Социалистик Хеҙмәт Геройы Әхмәтзаһит Вәлиевтың ейәндәре лә бит әле! Ул мәрхүм инде. Улдары үҙҙәренең бала сағы үткән, аталарының маңлай тире тамған Саҡмағош районының Тоҙлоҡуш ауылында мәсет төҙөтөп ҡуйған һәм уны төҙөкләндереп, коммуналь хеҙмәттәр өсөн дә үҙҙәре түләп торалар. Әсәләрен иһә үҙҙәре янына – Дүртөйлөгә алғандар.
Данлыҡлы ғаилә улдары нигеҙ һалған «Стройгаз»дың ғорурланып һөйләрлек эштәре бар. Тәүге мәлдә һигеҙ кешенән генә ойошторолған коллектив Дүртөйлө, Илеш, Асҡын, ҡариҙел, Краснокама райондарында газ үткәрә. Бер үк ваҡытта производство базаһын тергеҙеү хәстәрлеген дә күрәләр. Үҙҙәрен һәр заказды тиҙ, сифатлы башҡарып таныталар. Ул осорҙа республикала газ үткәреү киң ҡолас ала, предприятиеға эш майҙаны киңәйә, сит өлкәләрҙән дә заказдар килә. Тотош республика буйынса эшләгән бер ваҡытта Удмуртияла газ үткәреү буйынса күләмле эш башҡарыла.
Вәлиевтар йәнә бер яңылыҡҡа юл яра – автозаправкалау станциялары төҙөйҙәр. Тәүгеһен Стәрлебашта төҙөһәләр, артабан ошондай алты заказды «Башкирнефтепродуктсервис» һәм «Башкирнефтепродукт» бирә. Был үҙе үк предприятиеның нефть яғыулығы магнаттары менән бер кимәлдә хеҙмәттәшлек итергә һәләтле булыуын күрһәтә. Әйткәндәй, улар төҙөгән АЗС-тар бөгөнгө талаптарҙы ҡәнәғәтләндереп файҙаланыла.
Заманында республиканың күп кенә райондары ауылдарында улар үткәргән һыу үткәргестәрҙең ышаныслы хеҙмәт итеүен дә әйтергә кәрәк. Сөнки улар һәр төҙөлөштө намыҫ эше итеп ҡарай.
Бер үк ваҡытта предприятиела ярҙамсы хеҙмәт төрҙәре – кислород тултырыу һәм евротәҙрәләр эшләү цехтарын асалар.
Торлаҡ төҙөлөшө «Стройгаз»дың тәүге осорҙан уҡ төп хеҙмәт йүнәлештәренең береһе булып тора. Дүртөйлө ҡасабаһында улар төҙөгән 12 һәм 39 фатирлы йорттарҙа бөгөн тормош гөрләп тора.
Әле дүрт фатирлы йорт күтәрәләр, сиратта ошондай яңы төҙөлөш көтә. Уның да проект- смета документтары әҙер.
Һәр яңы заказ тендерҙа яулана. Шул рәүешле Дүртөйлө ҡасабаһында газ менән автозаправкалау станцияһы төҙөгәндәр. Транспортсыларға ҙур уңайлыҡ тыуҙырған ул. Район халҡы һәм юлсылар ихтыяжынан сығып, йәнә бер нисәне төҙөргә ниәтләйҙәр.
Быйыл яҙ Саҡмағош ауылында өс саҡрым оҙонлоҡта газ үткәргес һуҙғандар, райондың Иҫке Бәшир ауылында, шулай уҡ шәхси заказдар буйынса ла газ үткәргәндәр. ҡалмашбаш мәктәбен яңыртып, уҡыусыларға яңы уҡыу йылына шатлыҡ бүләк иткәндәр.
«Стройгаз»дың эш географияһы ла, хеҙмәт төрҙәре лә былар менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Коллективтың потенциалын, йылдар дауамында тупланған тәжрибәне тулыраҡ файҙаланырға теләй йәш эшҡыуар Рөстәм Вәлиев. Ул эшҡыуарлыҡты иҡтисадты үҫтереүҙә һәм халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә төп фактор итеп билдәләй. Әммә ҡайһы бер закондарҙың ил күләмендә зарури үтәлмәүе йәиһә нигеҙһеҙлеге инициативаны тотҡарлай, тип дөрөҫ билдәләй ул. Әйтәйек, төҙөлөш менән шөғөлләнеүсе фирмаларға СРО-ға (үҙкөйләүле ойошма) инеү үҙе генә лә күпме мәшәҡәт тыуҙырҙы. Һәр ҡайһыһының билдәле бер ваҡытта алған лицензияһы ғәмәлдә булһа ла.
Һәр осраҡта ла Вәлиевтар үҙҙәренең эшҡыуарлыҡ һәләтенә таянып эш итә. Өлкәндәрҙең тәжрибәһе менән йәштәрҙең өлгөрлөгө бергә ҡушыла бында. Хәҙерге иҡтисади көрсөк шарттарында предприятиеның эшен һөҙөмтәле ойоштороу еңел түгел. Әммә өлкән Вәлиевтар, әйтерһең дә, тиҫтә йылдар үткәс шундай һынаулы осор киләһен алдан күргән! Шул саҡта уҡ ярҙамсы хеҙмәт төрҙәрен булдырғандар. Ярҙамсы цехтар һәм үҙҙәренең газ менән автозаправкалау станцияһы бөгөнгө шарттарҙа етештереү күләмдәрен дә, эшсе көстө лә һаҡлап, аяҡта ныҡлы баҫып торорға мөмкинлек бирә. Иң мөһиме, «Стройгаз»дың эшмәкәрлеге республика һәм үҙҙәренең тыуған төбәгенең социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән булыуы менән әһәмиәтле.
Лира КӘРИМОВА.
Дүртөйлө районы.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО