11.09.2010 Көндәлек аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булмаясаҡ
Дөрөҫөн әйткәндә, илдең аҙыҡ-түлек баҙарында нимәләр булып ятыуын бер һүҙ менән генә аңлатыуы ла ҡыйын. Подъезд алдарында ултырған әбейҙәр, беҙгә аслыҡ килеп етеп килә, тип ҡурҡытырға маташһа ла, етди, рәсми мәғлүмәттәр күңелде йылыта – улар, хаҡтар саҡ ҡына арта төшһә лә, аҙыҡ-түлек етерлек буласаҡ, тип вәғәҙәләй. Шулай ҙа күрмәү ҙә мөмкин түгел – аҙыҡ-түлеккә хаҡ йә әкренләп, йә ҡапыл ғына артып тора. ҡарабойҙай ярмаһы тураһында күп яҙҙылар инде, шуға ла уға туҡталмайыҡ. Шуныһы ғына бар: ҡайһы бер кешеләр, артабан тағы ла ҡиммәтерәк буласаҡ, тип ҡурҡып, ҡарабойҙайҙың килограмын 60 һумға булһа ла күмәртәләп тә алып бөттө. Бер яҡтан ҡараһаң, хужабикәләр ярмаларҙы күмәртәләп алыуҙы онота ла төшкәйне инде. Бөгөн дефицит заманындағы кеүек ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөргә тура килә.
Баҙарҙа, магазиндарҙа картуф та, кишер менән һуған да ҡиммәтләнде. Был аңлашыла – улар быйыл йүнле уңыш бирмәне. Тик уларҙы көн дә өҫтәлдә күрергә күнеккәнбеҙ. Бигерәк тә республика халҡы картуфты күп ҡуллана. Икенсе икмәктең хаҡы 1 һумға ғына артһа ла, кеҫәгә һиҙелерлек һуғасаҡ.
ҡоролоҡ булыуы арҡаһында зыян күргән төбәктәрҙә үҫеүсе йәшелсәләрҙең, башҡа ауыл хужалығы продукцияһының хаҡы артыуы, күңелде ҡырһа ла, аңлашыла. Ә бына дөгөнөң хаҡына нимә булды һуң ул? Уның хаҡы ла быға тиклем бер тапҡыр ҡапыл ғына артып китеп иҫте китәргәйне. Ул ваҡытта, дөгө үҫкән ерҙәрҙә ҡоролоҡ, тип аңлатма биргәйнеләр. Дөгө инде беҙҙең республикала ла, күршеләрҙә лә үҫмәй торған байлыҡ. Уның хаҡы ни өсөн артыуын бер кем дә аңлата алмай, хатта һатыусылар үҙҙәре лә. Моғайын, дөйөм тулҡынға инеп китеп, был ярманы ла ситтә ҡалдырмағандарҙыр инде.
Әле һөт һәм һөт продукцияһына бер аҙ хаҡ күтәрелде. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙе аңларға мөмкин – йәй башынан алып мал аҙығына ҡытлыҡ булды. Хужалыҡтар ғәҙәттәгенән ике ай алдараҡ малдарҙы ҡышҡы рационда ашатыуға күсте. Был да һөттөң үҙҡиммәтен күтәреүгә булышлыҡ итте. Үткән аҙнала бер литр һөткә хаҡ, яҡынса алғанда, 50 тингә артҡан. Ә бына ҡайһы бер етештереүселәр кефирҙың хаҡын ҡырҡа арттырып ебәрҙе.
Иткә килгәндә, һуңғы аҙналарҙа уның хаҡы бер ни тиклем төштө. Ләкин быға ҡоролоҡ сәбәпсе тип раҫлап булмай. Август аҙағында ауыл халҡы балаларын уҡырға әҙерләү өсөн күпләп малын һуйып һата башлай, шуға ла хаҡ бер аҙ төшә. ҡыш та оҙаҡ көттөрмәй, шуға ла әлеге ваҡытта ит йыл һайын арзаная.
Дөйөмләштереп алғанда, август айында ҡарабойҙайға хаҡ – 32, картуфҡа – 28, һөткә – 9, аҡ майға – 7, шәкәргә – 5, дөгө ярмаһына – 2, онға 13 процентҡа артҡан. Сентябрь айында нимә булырын күҙаллауы ауыр. Шулай ҙа күпселек халыҡ республикала, баш ҡалабыҙ Өфөлә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләренә ҙур өмөт бағлай. Әйткәндәй, уларға Ижевск, Томск, Омскиҙан да ауыл хужалығы етештереүселәрен саҡырырға ниәтләйҙәр.
Өфө ҡалаһында уртаса эш хаҡы 20 мең һум тәшкил итә. Шуға ла эксперттар, картуф хаҡының 2 – 3 һумға артыуы кеҫәгә һуҡмаҫ, тип фаразлай. Тик иғтибарлабыраҡ ҡарағыҙ әле: халыҡтың күпселеге 10 мең һумдан да артығыраҡ эш хаҡы алмай кеүек, пенсионерҙар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шуға ла 50 мең һум эш хаҡы алғандар тураһында уйлап, «нимә инде ул 40 һумлыҡ картуф...» тип кенә фекер йөрөтөп булмай.
Әле кешеләрҙе көн һайын ҡулланған аҙыҡ-түлек хаҡтары ҡыҙыҡһындыра. Күптәрҙең хәүефкә лә бирелгән икәнлеге асыҡ. Әлбиттә, ҡоролоҡ йылында хаҡтар артасаҡ, был ҡотолғоһоҙ.
Көндәлек аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булмаясаҡ – республикала халыҡты йыл әйләнәһенә туйындырырлыҡ аҙыҡ запасы тупланған. Картуф та, икмәк тә, һөт тә етерлек. Бөтә элеваторҙар ҙа, быйыл бойҙай аҙ булһа ла, быға тиклем уңышлы килгән йылдарҙа етерлек иген запасы туплаған. Ә инде йәшелсәләрҙе күршеләрҙән күмәртәләп һатып алыу мөмкинлеге бар. Тик уның хаҡын дәүләт органдары етди иғтибар үҙәгендә тотһон ине. Юҡһа, мәлдән файҙаланып, аҡса эшләп ҡалырға тырышҡан әҙәмдәр табылмаҫ тимә.
Пенсия ла, эш хаҡы ла тәбиғәт шарттарына яраҡлашып артмай. Шуға ла күпселек халыҡ көндәлек тормошта ҡулланылған әйберҙәргә, аҙыҡ-түлеккә хаҡ билдәләнгәндә илде етәкләүсе кешеләрҙең был баҙарҙы көйләүҙә ҡатнашыуына мохтаж.
«Росстат» биргән мәғлүмәттәр буйынса, көҙ айҙарында аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшөр тип өмөтләнеү урынһыҙ. Сентябрь башында аҙыҡҡа хаҡтар 0,3 процентҡа күтәрелгән. Ә инде инфляция 0,1 процент тәшкил итте.
Рәсәй буйынса билдәләгәндә, үткән аҙнала иң ҡиммәтләнгән аҙыҡ булып йомортҡа һанала – уның хаҡы 1,9 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта шәкәр менән онға хаҡ 0,2 процентҡа кәмегән. Ә инде һуған, кишер һәм картуфтың хаҡы һиҙелерлек – 2,7 – 4,5 процентҡа төшкән. Тик был фактҡа әллә ни ҡыуанып булмай – үткән йылдарҙа көҙ айҙарында йәшелсәләрҙең хаҡы 10 процент тирәһенә кәмегән булған.
«Росстат» белгестәре күҙаллауынса, быйыл хаҡтар 13,7 процентҡа күтәреләсәк. Ә инде РФ-ның Үҙәк банкыһы, был күрһәткес 12 проценттан да артмаҫ, тигән фекерҙе яҡлай.
Лилиә СИРАЕВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО