09.08.2011 Башҡортостандыҡы. тимәк, сифатлымы?
Республикабыҙҙа «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы башланды
Магазиндарға тауар ситтән күп килә
Баҙар ситендә йәшелсә-емеш һатҡан әбей-бабайҙар янында йөрөгәндә ҡыҙыҡ ҡына күренешкә осраным: бер апай епкә ниндәйҙер тимер шөрөп элеп алған да, ҡыярҙар өҫтөндә тотоп тора. Тәбиғи, шөрөп инерция буйынса әйләнә, һелкенә. Йәшелсәләр составында нитрат бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлай икән был «ҡорамал». Оҙаҡ ҡына ҡарап торһам да, баштағы «шөрөп» етмәнеме, шәхсән үҙем шөрөптөң нисек эшләүен аңлай алманым. Миңә ҡалһа, ул бер туҡтауһыҙ һелкенеп кенә тора, бер ҙә үҙгәрмәй. Әммә теге апай бик етди, баулы шөрөптән күҙен дә алмай.
ҡыҙыҡһыныуымды тыя алмай һөйләшеп киттек:
– Нитраттар күпме беҙҙең йәшелсәләрҙә, апай?
– Был әбейҙәр һатҡан урында әллә ни түгел. Ә бына ситтән килтерелгән йәшелсәләргә яҡын барырға ла ҡурҡам! Бигерәк тә ҡышын! Торғаны химикаттар ояһы бит!
– Ә нимә ашайһығыҙ һуң?
– ҡышҡа тиклем үҙебеҙҙең шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән йәшелсәләрҙе һатып алып, запас туплайым. Ә ҡышын бер нәмә лә алмайым.
Шөрөп менән тикшереүҙең файҙаһы бармы-юҡмы икәнлеген белгестәр менән Хоҙай Тәғәлә үҙе генә беләлер инде. Әммә шуныһы күңелгә ятты – үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ сифатлыраҡ икән. Тик уны һәр ерҙә табып буламы һуң? Ошондайыраҡ уйҙар менән баш ҡалабыҙҙа һәр аҙым һайын эшләгән супермаркеттарға йүнәлдем.
Беҙҙең магазиндарҙа һатылған аҙыҡ-түлек араһында Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килтерелгәндәре күберәк, тигән фекергә килергә була. Һөт аҙыҡтары, башлыса, үҙебеҙҙеке күренһә лә, уларҙың да күршенән килтерелгәндәре бар. Ярай әле икмәк бешерә беләбеҙ икән. Төп аҙығыбыҙҙың ассортименты ла ҙур, хаҡтары ла төрлөсә. һөт менән икмәктең ситтән килтерелгәнен генә һата, тип супермаркеттарҙы ғәйепләп тә булмай.
Ә бына кондитер изделиелары... Бөтә тәмлекәстәр ҙә тиерлек ситтән ҡайтарылған. Печенье, кәнфит, торт менән беҙҙе алыҫ ҡалалар, төбәктәр һыйлай. Ярай, улары әллә ни мөһим аҙыҡтар иҫәбенә инмәй. Әммә Санкт-Петербургтан тиклем печенье ташығансы, үҙебеҙҙә лә шуны әҙерләһәләр булмаймы ни? Хатта милли аҙығыбыҙ сәк-сәктең дә Татарстандан килтерелгәне күберәк күренгән кеүек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, миңә сәк-сәк һәр ваҡыт ныҡ ҡиммәт күренә. Был аҙыҡтың үҙҡиммәте ҡот осорлоҡ юғары түгел бит инде. Шулай ҙа сәк-сәк ҡиммәт кенә. Шунан халыҡ нимәне һайлай инде? Әлбиттә, әллә ҡайҙан килтерелгән торттарға өҫтөнлөк бирә.
Йәшелсәләрҙең беҙҙең республикала етештерелгәнме-юҡмы икәнлеген аңлауы ауыр. Сөнки хаҡы эргәһенә «Рәсәй» тип кенә яҙып ҡуялар. Ныҡлап һораша башлаһаң, беҙҙең мәңге йылмаймаҫ һатыусыларыбыҙҙан аныҡ ҡына яуап ишетермен тимә. Емештәрҙең, тәбиғи, барыһы ла тиерлек ситтән килтерелгән. Быныһы өсөн аптырап булмай – тәбиғәт ҡайҙа, нимә үҫтерергә үҙе белә. Йәшелсәләрҙе күмәртәләп һатыу менән шөғөлләнгән Затон баҙарында әле импорт ҡыяр-помидорҙар юҡ. Улай ғына ла түгел, Башҡортостанда етештерелгәне лә күпселекте тәшкил итә. Ә картуф тулыһынса тиерлек Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡайтарыла. Ни өсөн тигәндә, әле үҙебеҙҙеке ныҡлап өлгөрмәгән. Сит илдеке хәҙер артыҡ ҡиммәт килеп сыға. «Икенсе икмәк»те Рәсәйҙең Әстерхан өлкәһенән килтереү – иң отошлоһо. Баҙар бит: ҡайһылай һәйбәт – шулай эшләйҙәр.
Рита, Өфөнөң иң ҙур баҙарҙарының береһендә ҡош ите менән сауҙа итеүсе:
– Башҡа аҙыҡ-түлек тураһында аныҡ ҡына фекер йөрөтөргә баҙнат итмәйем. Шулай ҙа ҡош итенең тап Башҡортостанда етештерелгәне генә сифатлы тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, Силәбенән килтерелгән ҡош ите лә һәйбәт. Үҙебеҙҙең Саҡмағош тауыҡтарын маҡтап телгә алыр инем. Уларҙы иретһәң, яртыһы һыуға сығып, ауырлығы кәмеп аптыратмай, исмаһам. Насарҙары хаҡында әйтеп тә тормайым.
Миңә ҡалһа, баҙарҙа тәбиғи дәғүәселек булырға тейеш. Сифатлы булһа, халыҡ аҙыҡ-түлектең, йәшелсә-емештең ете диңгеҙ аръяғынан килтерелгәнен дә аласаҡ. Үҙебеҙҙекеләргә әллә ниндәй артыҡ шарттар тыуҙырырға ярамай – шашып китеп, сифат тураһында бөтөнләй онотасаҡтар. Һөҙөмтәлә әлеге лә баяғы һатып алыусылар отола.
Ольга НЕФЕДОВА, ауыл хужалығы белгесе:
– Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыған саҡта бер йыл самаһы Голландияла йәшәп ҡайтыу бәхете тейҙе. Ундағы ауыл хужалығының үҫешкәнлеген күреп, иҫең китер. Элиталы һыйыр итен етештереүселәр малдарына бер ҡасан да ҡысҡырмай, наҙлап ҡына тора, уларҙы шул тиклем тәрбиәләп ашата, ҡарай. Сөнки ҡулланыусылар алдында ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләйҙәр. Унда һатып алған аҙыҡтың ҡабына нимә яҙылған – ысынбарлыҡта ла шул уҡ. Әгәр малын йүнләп ҡарамаған кеше ит һатырға йыйына икән, күршеләре шундуҡ мал аҫрағанда ҡағиҙәләр боҙолоуы хаҡында тейешле урынға хәбәр итәсәк.
Ә беҙҙә нисек һуң? Фарш һатып алһаң, яртыһы ла ит түгел бит, исмаһам! Беҙҙең илдә, республикала сифатты тикшереүсе органдарҙы ҡеүәтлерәк итергә кәрәк. Кеше нимә өсөн аҡса түккәнен алдан белергә тейеш. Халыҡ республика продукцияһының ныҡлы тикшерелгәнен белһә, ябырылып аласаҡ.
Зөлфиә ИШБУЛАТОВА, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары идаралығы башлығы урынбаҫары:
– ҡулланыусылар баҙары әйләнешендә республикала етештерелгән аҙыҡ-түлектең өлөшөн билдәләнек. Өфөлә әйләнештә булған икмәктең (икмәк-ҡалас изделиелары) – 95, һөт һәм һөт продукцияларының – 80, иттең (колбасалар ҙа инә) 70 проценты республикала етештерелә. Сыр, минераль һәм эсәр һыуҙың 65 проценты Башҡортостандыҡы, ҡош ите менән йомортҡаның 60 процентына республика етештереүселәренең ҡулы ҡағылған.
Ә инде магазиндарҙа күпме импорт тауар, күпмеһе Рәсәйҙеке икәнлеген һанау – мөмкин булмаған хәл. Әлбиттә, сауҙа нөктәләре быны үҙҙәре һанайҙыр. Ләкин улар был мәғлүмәтте бер кемгә лә бирмәй һәм бирергә тейеш тә түгел.
Айрат ҒӘЛИМОВ, товаровед:
– Тауарға заказ биргән ваҡытта беҙҙе бер генә нәмә ҡыҙыҡһындыра – ул һатыласаҡмы-юҡмы? Мин оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләйем һәм ныҡлы ышаныс менән шуны әйтә алам: кешеләр аҙыҡтың хаҡына ғына ҡарамай. Икмәк, һөт, йәшелсә кеүек көн дә ашала торған аҙыҡтарҙың сифаты хаҡынан нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра һатып алыусыларҙы. Бер кем дә арзан булғаны өсөн генә тәмһеҙ һөттө йә булмаһа колбасаны алмаясаҡ. Был бит кейем түгел, ә ашай торған ризыҡтар.
Шулай булғас, дәүләт аҙыҡтың сифатын нығыраҡ тикшереү менән шөғөлләнһен ине. Элекке дефицит заманы үтте, халыҡ хәҙер ныҡ һайлана һәм дөрөҫ эшләй.
Артур УСМАНОВ, агроном:
– Беҙҙең республикалағы тәбиғәт шарттары ер эшкәртеү тармағы өсөн уңышлы түгел. Шулай булғас, үҙебеҙҙәге йәшелсә-емештең хаҡы ни бары бер-ике ай ғына түбән буласаҡ. Мәҫәлән, Төркиәлә уңышты йылына – ике, ә инде Израилдә өс тапҡыр йыялар. Ә беҙ бер тапҡыр йыйырға өлгөрөп ҡалабыҙ. Етмәһә, Башҡортостан халҡы йәшелсәне дөрөҫ һаҡларға өйрәнмәгән.
Боҙ ҡуҙғалды
Республикабыҙҙа «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы старт алды. Был акцияны Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы ойоштора. Уның етәкселәре әйтеүенсә, сараны башлауға Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте баҙарға күберәк сығарыу өҫтөндә эшләргә кәрәклеген билдәләүе этәргес булған. 25 июлдә башланған акция артабан да дауам итәсәк.
Сараның маҡсаты – республикала етештерелгән аҙыҡ-түлекте күберәк һатыу. Әлбиттә, бының өсөн беҙҙең продукция сифатлы, тәмле, төрлө булырға тейеш. Хаҡы тураһында ла уйламай булмай. Шуға ла сараны ойоштороусылар, акция барышында республика етештереүселәре ассортиментын киңәйтер һәм сифатты ла яҡшыртыр, тип өмөт итә.
Акцияла ҡатнашҡан сауҙа нөктәләренең сауҙа залдарында республика етештереүселәренең исемлеге эленеп торасаҡ. Беҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек махсус эмблемалар ҡуйып һатыласаҡ.
Һығымталар яһалһын
Һатыусылар һәм һатып алыусылар менән һөйләшеп, баҙарҙы өйрәнеп, шундай һығымта яһарға мөмкин: кешеләр былай ҙа үҙебеҙҙең республикала етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. «Башҡортостан продукцияһы сифатлы» тигән фекер ҡулланыусылар аңында ныҡлы тамыр йәйгән һәм был юҡтан ғына яһалған һығымта түгел. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙың имиджы өҫтөндә эшләү ҙә кәрәкмәй – халыҡ уларҙы белә, ярата, ҡуллана. Әммә уларҙы һатыуҙа һәр ваҡыт таба ғына алмай.
Супермаркеттар һатыусылары әйтеүенсә, республика етештереүселәре менән бәйләнеш насар ойошторолған. Бының нимәнән килеп сыҡҡанлығын аңлатыуы ауыр. Мәҫәлән, продукцияны ваҡытында килтереп еткермәү кеүек проблемалар ҙа юҡ түгел. ҡыҫҡаһы, беҙҙәге баҙар иҡтисадына камиллашырға ла камиллашырға әле. Һатыусылар үҙҙәренә дошман түгел, улар сифатлы һәм хаҡы ла нормаль булған продукцияны һатырға теләй. Һәр хәлдә, «сетевиктар» «Нисек тә булһа ситтән алырға!» тигән лозунг буйынса эшләмәй, үҙҙәренең файҙаһын ғына ҡайғырта. ҡай саҡ урында етештерелгән продукцияның үҙҡиммәте ситтән килтерелгәндән юғарыраҡ була. Быныһын кешеләр үҙгәртә алмай – көньяҡ төбәктәрҙә бөтөнләй икенсе шарттар. Был бигерәк тә йәшелсә-емешкә ҡағыла.
«Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы тулы ҡеүәтенә, етди алып барылһа, һөҙөмтәһе мотлаҡ буласаҡ.
Иғтибар!
17 сентябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре башланасаҡ. Унан алда Һөт фестивален ойошторорға ниәтләйҙәр. 10 сентябрҙә бал йәрминкәһе үтә. Ауылдан килтерелгән продукция халыҡ өйрәнгән ғәҙәти урындарҙа һатыла. Йылдағыса, ауыл хужалығы йәрминкәләре Яңы йыл байрамына тиклем дауам итәсәк.
Лилиә СИРАЕВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО