30.07.2011 Көрсөк тиҙ генә еңелергә уйламай
Реформалар серияһы үткәрелмәһә, Рәсәйҙе көрсөк көтә, тип иҫкәртә хөкүмәт ҡушыуы буйынса 2020 йылға тиклем Рәсәйҙең үҫеш стратегияһын ҡайтанан төҙөүсе эксперттар. Үҫеш моделен үҙгәртмәгәндә, илебеҙ иҡтисады йә яйлап ҡына түбән тәгәрәйәсәк, йә, өрөп тултырылған күбек кеүек, шартлаясаҡ.
ҡапҡанда
1999 – 2008 йылдарҙа Рәсәй иҡтисады капитал ағымы һәм эске баҙарҙы киңәйтеү арҡаһында йылдам үҫте. Әле был эпоха аҙағына килеп етте – киләһе йылда үҫеш 2 – 2,5 процентҡа тиклем түбәнәйәсәк. Иҡтисадты үҫтерәм тип, хөкүмәт кредиттар ала башлаһа, ошо ун йыллыҡ аҙағына Рәсәй «кредит соҡоро»на төшәсәк һәм йәнә көрсөккә барып инәсәк.
Әлеге үҫеш моделе өс сәбәп арҡаһында юҡҡа сыға бара: иҡтисадтың ябыҡ булыуы, тура һәм оҙайлы инвестицияларҙың булмауы, эске баҙарҙа конкуренцияның юҡлығы. Һуңғы сәбәптең тағы ла сәбәбе – дәүләт һәм монополиялы секторҙарҙың өҫтөнлөклө хәлдә булыуы, ә яңы компанияларҙың баҙарға инеү юлында ҡаршылыҡтарға осрауы.
ҡапҡандан ысҡыныу юлы
Эксперттар көрсөктән сығыуҙың дүрт юлын билдәләне: тышҡы ихтыяждарға йүнәлеш алыу, ресурстарҙы баҙарға бәйле бүлеү, һаҡлыҡҡа һалынған аҡса нормаһын күтәреү, макроиҡтисади тотороҡлоҡ.
Инфляция – беҙҙең төп ҡорал
Аҡса сәйәсәте һәм валюта курсы сәйәсәтенең төп асылы инфляцияның йылына 3 – 5 процентҡа тиклем түбәнәйеү тиҙлегенә ҡайтып ҡала. Юғары инфляция, гүйә, тамаҡҡа торған һөйәк: илдә фәҡирлекте еңеүҙе ауырлаштыра һәм халыҡтың ҡатламдарға бүленеүен көсәйтә.
Эксперттар бюджет килемен файҙаланыу күләменең һәм тәртибен сеймал ресурстарын экспортлауға бәйле билдәләгән яңы бюджет ҡағиҙәһен ҡабул итергә; бюджеттың структур дефицитын баҙар шарттарында алынған бурыс иҫәбенә финансларға, ә дәүләт бурысы күләмен эске тулайым продукттың (ВВП) 20 – 25 проценты менән сикләргә; конъюнктур килемде Резерв фондына һәм Милли именлек фондына йүнәлтергә; алты йыл эсендә нефткә һәм нефть продукттарына экспорт пошлиналарынан баш тартырға, уларға хаҡтарҙы эске баҙарҙа ла, тышҡыһында ла тигеҙләргә; иҡтисадты энергия ресурстарына хаҡтарҙы түбәнәйтеү иҫәбенә субсидиялауҙан туҡтарға; инновацион иҡтисадты финанслауға бәйләнмәгән бюджет сығымдарын артабан арттырмаҫҡа; аҡса-кредит сәйәсәтен ҡәтғиләштерергә, Рәсәй банкыһы тарафынан аҡса эмиссияһын кәметергә һәм һумдың номиналь курсын нығытырға; банкылар тарафынан аҡса тәҡдим итеүҙе сикләргә һәм Үҙәк банк депозиттарының процент ставкаларын һаҡларға тәҡдим итә.
Пенсияға – 63 йәштән
Пенсия реформаларын үткәреү зарур, ти эксперттар һәм уның төп пункттарын былайыраҡ билдәләй: минималь стажды 5 йылдан 15 – 20 йылға тиклем арттырырға; пенсия системаһына иғәнәләр тарифын, киреһенсә, 20 – 22 процентҡа тиклем, пенсияның страховка һәм туплау өлөштәренә персоналаштырылған иғәнәне 16 проценттан 14 процентҡа тиклем кәметергә; пенсия системаһына күсереү өсөн хеҙмәт хаҡын күтәреү иҫәбенә һалым базаһын киңәйтергә; бөтә кеше өсөн дә яйлап – 2035 йылға тиклем йәки тиҙләтеп – 2030 йылға пенсия йәшен 63 йәшкә тиклем күтәрергә.
«ҡыҙыл төймә»
Бизнесмендарҙың хөкүмәткә ҡарата ышанысын арттырыу өсөн улар араһында бәйләнеш булдырырға кәрәк, тип билдәләй эксперттар. Бының өсөн инвесторҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы федераль вәкил вазифаһын булдырыу, инвесторҙарҙың хоҡуғын яҡлау һәм нормаларҙы контролләү буйынса совет төҙөү зарур.
Инвесторҙарҙың хоҡуғын намыҫһыҙ чиновниктарҙың йоғонтоһонан яҡлау өсөн тағы ла бер әмәл – «ҡыҙыл төймә», йәғни федераль ведомстволарҙың сайтында махсус «тәҙрә» асыу үҙен аҡлаясаҡ.
Хеҙмәт баҙарын реформалау мотлаҡ, тип дауам итә эксперттар. Йоғонтоһоҙ предприятиеларҙан ҡотолоу; йоғонтоһоҙ предприятиеларҙан йоғонтололарына эшсе көстәрҙе ҡайтанан бүлеү иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу талап ителә.
Рәсәй иҡтисадын үҫтереү мигранттарһыҙ ҙа булмаҫ – даими миграция программаһын эшләргә – улар халыҡтың кәмеү күрһәткесен ҡапларға тейеш.
Реформаларҙан халыҡ ялҡты инде, әммә хөкүмәт эксперттары тағы ла иҡтисадты реформалау юлдарын тәҡдим итә. Уңырбыҙмы, туңырбыҙмы – һәр өлкәлә лә сәйәсәтте кабинеттарҙа ултырып ҡына үҙгәртәләр ҙә ҡуялар шул. Ә беҙҙең халыҡ, өҫтәгеләр ни ҡыландырһа ла, вайымһыҙ ҡала бирә.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО