02.07.2011 Ҡырмыҫҡалыны икмәк данлай
ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыусылар йәмғиәте тармаҡта алдынғы коллективтарҙың береһе. Ул эске сауҙаны үҫтереү, уның социаль йүнәлтелгәнлеген күтәреү өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙалана. Хеҙмәттәренең һөҙөмтәһе лә ҡыуаныслы. Әйтәйек, былтыр халыҡҡа 264 миллион 100 мең һумлыҡ (райондағы һәр кешегә иҫәпләгәндә – 13 мең 93 һум) ҡулланыу тауарҙары һатылған. Хужалыҡ эшмәкәрлегенән ингән саф табыш 4 миллион 273 мең һум тәшкил иткән. Бер йылда ғына районда ете үҙ хеҙмәтләндереү магазины асылған. Хәҙер уларҙың дөйөм һаны 45-кә етә. Магазиндарҙағы бай ассортимент, хаҡтарҙың социаль йүнәлешлелеге, хеҙмәтләндереү кимәле – эштәре бар яҡлап та маҡтауға лайыҡ.
Райпоның йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында ла эш заманса ойошторолған. Мәҫәлән, ҡырмыҫҡалы ауылындағы «Урал» ресторанындағы сервис-хеҙмәтләндереү кимәле ҡалалағыларға өлгө булырлыҡ. Райпо ҡарамағындағы кафе, юл буйы кафе-тәғәмханалары, мәктәп ашханалары, кондитер цехтары һәм башҡаларҙың һаны хәҙер 47-гә етә. Эш һанда ғына ла түгел, уларҙың һәр береһе район халҡының йәшәйешендә әһәмиәтле урын алып тора.
Райпо үҙе етештергәнде һатыуға йүнәлеш тота һәм иҡтисади-финанс хәлен йылдан-йыл нығыта. Үҙҙәренең өс икмәк бешереү цехы бар. Уларҙа 40 төрҙән ашыу икмәк-ҡалас изделиелары бешерелә. Шулай уҡ, ун төрлө перәник, тиҫтәләгән төрҙәге алкоголһеҙ эсемлек, макарон изделиелары етештерәләр. Ә инде ҡырмыҫҡалы икмәгенең даны айырыуса юғары. Тәүлегенә 12 тонна икмәк етештерелә. Әйткәндәй, хәҙер икмәк бешереү менән шөғөлләнеүселәр күп. Икмәктең теләгәнен һайлап алырға мөмкин. Ә шулай ҙа сауҙа нөктәләрендә ҡырмыҫҡалылар бешергән икмәкте халыҡ сират тороп ала. Сере ниҙә һуң?
– Икмәк – ул иң ҡәҙерле ризыҡ. Шуға уны юғары сифатлы итеп ҡомалаҡ әсеткеһе менән әсетеп бешерәбеҙ. Технологияны еренә еткереп үтәйбеҙ, – тип һөйләй икмәк комбинаты директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова.
Әлфирә Иҙрис ҡыҙы коллективта өс тиҫтә йылға яҡын эшләй. Шуның 11 йылы әлеге вазифала. Үҙенә һәм башҡаларға ҡарата бик талапсан, уңғанлығы һәм булдыҡлылығы менән өлгөлө ул.
Бында етештерелгән икмәкте районда ғына түгел, баш ҡаланың сауҙа нөктәләрендә лә көтөп алалар. Өфө ҡалаһына көн һайын ете тонна икмәк оҙатыла һәм көнөндә үк һатылып бөтә. Халыҡтан рәхмәт һүҙҙәре генә ишетәләр. Дөйөм ихтыяжды иҫәпкә алып, икмәк-ҡалас изделиеларының ассортиментын яңырталар.
Былтыр икмәк һәм икмәк-ҡалас изделиелары етештереү, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 4,6 процентҡа артҡан. Райпо быйыл яңы пекарня төҙөй башлаған. Уны заманса йыһазландырып, алдағы йылда файҙаланыуға тапшырырға иҫәпләйҙәр. Тимәк, ҡеүәттәр тағы ла артасаҡ, шулай уҡ яңы эш урындары ла буласаҡ.
Әлбиттә, уңыштар еңел генә яуланмай. Юғары һөҙөмтәлелеккә, бөгөнгө һатып алыусының талаптарына һәм ихтыяжына йүнәлеш тотоп, сауҙа баҙарында үҙ урыныңды дөрөҫ билдәләп, дөйөм тырышлыҡ менән генә ирешеп була.
Район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәүис Хажиев коллектив эшмәкәрлеген нәҡ шул рәүешле ойоштороуға ирешкән. Бының өсөн уға хеҙмәттәштәре лә, халыҡ та рәхмәтле.
Земфира ХӘКИМОВА.
Рәсимә ҒӘЛИЕВА фотолары.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО