03.08.2010 Тауарҙары үтемле, йөҙҙәре яҡты
Нурислам Кирәев Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә инженер булып эшләп йөрөгәндә киләсәктә сауҙагәр булып китермен тип һис уйламағандыр, моғайын. Үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы ижтимағи-социаль үҙгәрештәр уның тормошона ла үҙ төҙәтмәһен индерә. Нурислам һөнәрен эшҡыуарлыҡҡа алмаштырырға ҡарар итә. Ул ваҡытта атаһы умартасылыҡ менән шөғөлләнгән була. Егет уға ярҙамлаша башлай. Шулай итеп, аталы-уллы ике йылда 12 баш умартаны 40-ҡа еткерәләр. Нурислам балды Өфөгә алып барып һата. Ингән аҡсаны эшкә «ебәрә». Төркиәнән кейем-һалым алып ҡайтып һата. Ғаиләне тәьмин итерлек кимәлгә еткәс, күптән яратҡан ҡыҙы Дилараға өйләнеп, ғаилә бизнесын ойошторалар. Тәүҙә йәш ғаилә баш ҡалала йәшәй. Әммә дуҫтары Нурисламды тыуған яҡҡа саҡыра һәм эшҡыуарлығын дауам итеү өсөн урын бирәләр. Артабан Нурислам Миңләхмәт улы тыуған ауылы Димгә күсенә. Бер нисә йыл рәттән ҡуртымға ер алып, бойҙай үҫтерә. Шул уҡ ваҡытта ауылда магазин аса. Тапҡан табышты йәнә ике аҙыҡ-түлек магазины асыуға йүнәлтә. Шулай итеп, Кирәевтар «Дим» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштора. Артабан уларҙың Тулыбай ҡасабаһында – «Гүзәл», Димдә – «Мең ваҡ-төйәк», Бишбүләктә «Гранд» сауҙа нөктәләре асыла. Оҙаҡламай АТП территорияһында күмәртәләп һатыу склады ойошторалар.
Бөгөн район үҙәгендә «Добрый день» хужалыҡ тауарҙары, аҙыҡ-түлек магазины көнөнә йөҙҙәрсә кешене хеҙмәтләндерергә һәләтле. Ул баш ҡалалағы ҙур супермаркеттарҙы хәтерләтә. Сауҙа, иҫәп-хисап тулыһынса компьютерлаштырылған.
– Компьютер ярҙамында ҡайһы тауарҙың ни дәрәжәлә үтемлерәк икәнен тиҙ генә асыҡларға була, – ти Нурислам Кирәев. – «Рейд», «Сахарок», «Форвард», «Натуральные продукты» йәмғиәттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Тауарҙы үҙебеҙ ҙә ҡайтарабыҙ. Бының өсөн биш машинабыҙ бар.
Йәмғиәттә бөгөн 50-нән ашыу кеше эшләй. Тимәк, район халҡына шул тиклем өҫтәмә эш урыны булдырылған, тигән һүҙ.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО