RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләйбеҙ, әммә…

17.05.2011 Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләйбеҙ, әммә…

Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләйбеҙ, әммә…Мин − Әбйәлил районының Атауҙы ауылында йәшәүсе етмеш йәшлек Рәшит Хәсән улы Замалетдинов. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илебеҙҙе нығытыу өсөн арымай-талмай хеҙмәт иткән кешеләр­ҙең береһемен. Дүрт бала үҫтерҙем. Балаларымды, алдашмағыҙ, урлашмағыҙ, кешене рәнйетмәгеҙ, һәр саҡ изгелек өләшегеҙ, тип тәрбиәләнем. Бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙ төҙөгән йорттарҙа мул тормошта йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Күп итеп итеп мал аҫрайбыҙ, йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Өлкән малайым − юғары белемле зоотехник. Әле ул эшһеҙ ҡалды. Сөнки, йыуаш булғас, хәҙерге беҙҙәге системаға яраҡлаша, кире көстәргә ҡаршылаша алманы. Күмәкләп кәңәшләшкәс, улым Замалетдинов Илдар Рәшит улы исеменә шәхси эш асырға булдыҡ. Балаларымды умартасылыҡ серҙәренә өйрәткән инем, шулай уҡ мал-тыуар аҫрап, тәрбиәләй ҙә беләләр.
Малсылыҡ һәм умартасылыҡ буйынса шәхси эш асырға рөхсәт һорап, район етәкселәренә мөрәжәғәт иттек. Рөхсәт бирҙеләр − «ИП» астыҡ. Шунан башланды инде аҙап сигеүҙәр. Һалым инспекцияһы, бер-бер артлы әллә ниндәй түләүҙәр талап итеп, ҡағыҙ яуҙыра. Ғариза яҙғаныбыҙға биш ай була инде. Үҙебеҙҙең ерҙәребеҙҙе айырып алып, малдарыбыҙға – аҙыҡ, бал ҡорттарына баллы үләндәр үҫтерәбеҙ тигән ниәттә мөрәжәғәт иткәйнек, уның өсөн 50 гектарға «йәшел ҡағыҙ»ҙар кәрәк, тинеләр. Туғандарҙыҡы биш өлөш пай ере, тағы теләктәш кешеләрҙең пайҙарына «йәшел ҡағыҙ»ҙар йыйып, 180 га самаһы ер һораныҡ. Йәнгел ауыл советында йыйын үткәрәбеҙ ҙә, шунан ер бирербеҙ, тинеләр. Бер айҙан ашыу ваҡыт үтте. Йыйынға барғайныҡ, пайсылар әҙ йыйылды. Шуны иҫәпкә алып, хакимиәт башлығы Рәил Илһамов, пайсыларҙың ышаныслы кешеләренең ҡарарын да иҫәпкә алабыҙ, тигән фекерен белдергәйне, риза булдылар. Ышаныслы кешеләр күпселек тауыш менән Замалетдинов Илдарға 7-се баҫыуҙан 180 га ерҙе тапшырырға тигән ҡарар сығарҙы. Шуның менән таралыштыҡ. Иртәгәһенә, ер бирергә тейешле ҡарарҙы алайым тип, Илдар Йәнгел ауыл хакимиәтенә барһа, хакимиәт башлығы, район етәкселәре ҡарар биреүҙе тыйҙы, тигән һылтау тапты. Ауыл советындағы 1100 пайсының йыйынын уҙғарабыҙ ҙа, ер биреү мәсьәләһен хәл итербеҙ, тине. Тағы ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтте. 27 апрелдә сәғәт көндөҙгө 2-лә йыйын була, тигәнде ишеткәс, барҙыҡ. Халыҡ әҙ йыйылды, йыйын уҙғарыу өсөн кәмендә 260 кеше булырға тейеш, тигән һылтау табып, ер биреү мәсьәләһе хәл ителмәй ҡалды.
Райондың ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Абрар Сафинға, өлкән агроном Арсен Илһамовҡа мөрәжәғәт иткәйнек, улар бер тауыштан, ерҙе «Нива» хужалығы етәксеһенән һорап алырға тейешһегеҙ, тинеләр, ә «Нива» хужалығы етәксеһе Усман Йәнтүрин, һеҙ миңә «йәшел ҡағыҙ»ҙарығыҙҙы тапшырырға тейеш­һегеҙ, тип иҫбат итә. Беҙгә хәҙер нимә эшләргә?
Киләсәктә республика өсөн файҙа килтерербеҙ һәм, хәйерсе кеүек, хөкүмәт аҡсаһын теләнселәп йөрөмәҫбеҙ, ә, Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы граждандары булараҡ, балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе үҫтереп, ошо төбәкте сәскә аттырып йәшәйек, тигән ниәттә инек.
Үҙем Йәнгел колхозында − 48 йыл, ә ҡатыным 42 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡтыҡ. Мин − Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, Почет билдәһе ордены кавалеры, бик күп Маҡтау грамотам бар. Ә ҡатыным Маһинур Муллаян ҡыҙы − «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, Почет билдәһе ордены, ВДНХ миҙалы кавалеры, Баш­ҡортостан Республика­һының Почет грамотаһы һәм бик күп Маҡтау грамотаһына эйә. Бөгөн дә йәмәғәт эшендә ихлас ҡатнашабыҙ, бер кемгә лә зыян килтергәнебеҙ юҡ һәм теләмәйбеҙ ҙә. Беҙҙең бер үтенес: шул пай ерҙәребеҙҙе бирһендәр ине.
Редакциянан. Ошо көн­дәр­ҙә генә Баш­ҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, бәләкәй эшҡыуар­лыҡ, ғөмүмән, үҙ эше менән шөғөлләнергә теләгәндәргә административ ҡаршылыҡтар булырға тейеш түгел, ҡаршылыҡ тыуҙырыусыларҙың үҙҙәренә ҡарата сара күреләсәк, тигәйне. Әбйәлил районы етәкселәре үҙҙәре һығымта яһар, тип уйлайбыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай