10.05.2011 Бүрәнәгә баҫты Бүҙәнә...
Сибай ҡалаһында йәшәүсе Галина Александровна Сергеева, финанс көрсөгө ваҡытында эшенән яҙғас, үҙенең шәхси крәҫтиән-фермер хужалығын булдыра һәм тиҙ арала уны табышлы эшләүселәр рәтенә сығара.
Ғәҙәттә, крәҫтиән-фермер хужалығы тигәс, нимә күҙ алдына килеп баҫа? Баҫыуҙағы комбайн, йә булмаһа, һимертергә ҡуйылған үгеҙҙәр, һис юғында һыу буйындағы йөҙәрләгән ҡаҙ бәпкәһе, шулаймы? Һәр хәлдә, быға тиклем фермерҙарҙы тап шулай итеп күҙ алдына килтерә инем. Бер мәл Сибайҙың «Весна» аҙыҡ-түлек магазиндары селтәрендә һатыуҙа ят ризыҡ – бүҙәнә йомортҡалары барлыҡҡа килеүенә иғтибар иттем. Камуфляж төҫөндәге бармаҡ башындай ғына нәмәҫтәкәйҙәрҙең бишәүһе саҡ бер тауыҡ йомортҡаһына тиңләшһә лә, хаҡы буйынса уларҙы уҙып китә – тиҫтәһе ҡырҡ тәңкә! Әммә ләкин, деликатес!
Бүҙәнә йомортҡаларының файҙалы матдәләр, витаминдар күләме буйынса тауыҡтыҡынан күпкә файҙалыраҡ булыуын, шунлыҡтан уларҙың кеше организмында матдәләр алмашыныуын яйға һалыу өсөн диетик туҡланыуҙа ҡуланылыуын ишетеп белә инем. Хатта донъялағы иң оҙаҡ йәшәүсе халыҡ – япондар, имеш, мәктәптә һәр уҡыусыға көнөнә нисәлер бүҙәнә йомортҡаһын бушлай ашата, тип ишеткәнем бар ине. Шуға ла, сибайҙарға был яңылыҡты тәҡдим итеүселәрҙең адресын табып, кәсептәрен үҙ күҙҙәрем менән күрергә булдым.
Йорт хужабикәһе Галина иң тәүҙә йорттоң ал яғында торған бәләкәй генә комод ҙурлығындағы ситлекте күрһәтте. Дөрөҫөрәге, ситлектәр батареяһы: арҡырыһы-буйы бер метрлыҡ ҡына ҡоролма ете-һигеҙ ҡатлы булып, һәр ҡатында 50-шәр себеш сырылдаша ине. Ул һәр ҡаттағы ситлектең ауыҙын асып ҡуйҙы ла, утлыҡсаларына, ашҡа тоҙ һипкәндәй итеп, семтеп кенә ем һибә башланы.
– Былары – үҫтерергә ҡуйылған бүҙәнәләр, әле саҡ ике аҙналыҡ ҡыналар. Бынауҙары – «Фараон» тоҡомлолар, аҫтағылары иһә япон тоҡомлолары. Үҙҙәре теремек кенә, эйеме?
– Ошо себештәр тағы бер айҙан үҙҙәре йомортҡа һала башлаймы?!
– Тап шулай: бүҙәнәләрҙең йомортҡанан сыҡҡандан һуң ай ярымда өлгөрөп етеп, үҙҙәре йомортҡа һала башлауы бер ҙә сер түгел. Әйҙә, ҙурҙарын күрһәтәйем. Ҙур тигәс тә, быларынан ике тапҡырға ғына ҙурыраҡ инде улары ла.
– Ихаталағы 2-гә 3 метр ҙурлыҡтағы аласыҡҡа инеп баҫтыҡ, бында ла өйҙәге кеүек үк ситлектәр батареяһы ҡуйылған. Тик бүҙәнәләре генә ҙурыраҡ. Ситлектең иҙәне ал яҡҡа ауышыраҡ итеп эшләнгән, ул ерҙә әлеге мин магазинда күреп хайран ҡалған камуфляж төҫөндәге йомортҡалар өйөлөшөп ята. Бүҙәнә йомортҡаны төшөрөүе була, уныһы, тәгәрәп, ситлек тышына сығып ята ла, артабан магазинға юл-лана, имеш.
– Бигерәк тар түгелме, Галина Александровна, был ситлектәр бүҙәнә өсөн? Бытлығышып торалар ҙа баһа?
– Улар киң урынды яратмай, шулай өймәкләшеп йәшәй торған ҡоштар. Әҙәм балаһына, норматив буйынса, 12 квадрат метр торлаҡ тейеш булһа, бер бүҙәнәгә 10-ға 10 сантиметрлыҡ майҙан етә. Һикерәңләп, муйынын сығармаһын өсөн, ситлектең бейеклеге лә 25 сантиметрҙан артырға тейеш түгел.
– Мәшәҡәтле эшме, сығымдары күпме, табыш килтерәме?
– Мәшәҡәтенә өйрәнелгән, сығымдарына ла күнгәнмен. Бүҙәнәләр артыҡ наҙлы ҡош түгел, ашатыуҙа ла талымһыҙ. Ғәҙәттә, ҡош-ҡорт төрлө ауырыуға дусар бит, бүҙәнәләр иһә ауырып бармай. Үлһә лә, ҡазаланып үлә, ауырып түгел. Инәләре шым ғына сырылдаша, ә аталары тәлмәрйендекенә оҡшатып ҡысҡыра. Яҡтылыҡты яратмайҙар, шуға ярым ҡараңғы урындарҙа тоторға кәрәк. Яҡтылыҡта ныҡ тынысһыҙланалар, бер-береһен суҡый башлайҙар, йомортҡа һалыуҙан туҡтайҙар. Ваҡланған кукуруз, бойҙай, тары, арпа, сорго, икмәк онтаҡтары ҡатнашмаһы менән туҡланалар. Петрушка, кесерткән, кишер, сөгөлдөрҙө лә яраталар. Тағы ла минераль туҡландырыу өсөн аҡбур онтағы бирәм. Таҙа һыуҙы ҡоштар күпме теләһә, шунса эсерлек итеп ултыртып ҡуйыу зарур. Емде типкеләп, ашап торған урындарын бысратмаһындар өсөн утлыҡсалары ҡоштар башын ситлек аша сығарып ҡына сүпләрлек итеп ситлектең тышына сығарып ҡуйыла. Һәр беренә көнөнә 30 грамм ем бирергә кәрәк. Артығын ашатырға ярамай – һимерһә, йомортҡа һалмаясаҡ. Былай, һәр бүҙәнә йылына яҡынса 280 – 300 йомортҡа һала.
Бүҙәнә йомортҡаһының бишәүһендә, был бер тауыҡ йомортҡаһына тигеҙ, фосфор һәм калий – 5, тимер – 4,5, В12 витамины – 6 тапҡырға күберәк. Уларҙа кальций, кобальт, төрлө аминокислоталар ҙа күп. Бүҙәнәләр төрлө вирус инфекцияларына дусар түгел, шуға ла йомортҡалары ла сальмонелла кеүек инфекцияларҙан азат. Хатта был сифаттары өсөн бүҙәнә йомортҡаларын балалар сирҙәренә ҡаршы вакциналар эшләүҙә ҡулланалар.
Галина Александровна үҙенең төп һөнәре буйынса хеҙмәт уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар Сибай мәктәптәрендә эшләгән. Заманалар үҙгәреп киткәс, оҙаҡ уйлап тормай, төҙөлөш эшенә сығып киткән.
– Магнитогорскиҙың «Бетонстрой» предприятиеһы Сибай руднигында эш башлағас, шунда эшкә урынлаштым. Эшем оҡшай ине, аҡсаһы ла яҡшы булды. Тик, 2008 йылғы финанс көрсөгө башланғас, магниттарға Сибайҙа эш бөттө, һәм филиалдарын ябырға мәжбүр булдылар. Магнитогорскиға саҡырҙылар-саҡырыуын, әммә, эш тип, ғаиләне ташлап сығып китеп булмай бит инде. Эшһеҙ ҡалдым.
Эшһеҙ ятып өйрәнмәгән Галина Сибайҙың халыҡты эш менән тәьмин итеү бүлегенә бара, үҙ эшен асырға теләге булыуын белдереп, ярҙам һорай. Илле һигеҙ мең һум күләмендә аҡса алып, крәҫтиән-фермер хужалығы аса.
– Башлап китер өсөн интернет селтәренән был ҡоштар хаҡында бик күп мәғлүмәт өйрәнергә тура килде. Тәүҙә Магнитогорск баҙарынан биш инә, бер ата бүҙәнә алып ҡайттым. Шуларҙы үрсетә килеп, әле 1000 башҡа еткерҙек. Ай ярымға етмәйенсә, ҡайһыныһы ата, ҡайһыныһы инә ҡош икәнен белеп булмай. Шул ваҡыттан айырып ҡуябыҙ, аталарын һимертергә тотонабыҙ. Ите бик тәмле, фольгаға урап, духовкала ҡыҙҙырып ашайбыҙ.
− Магазинда йомортҡаларығыҙ бигерәк ҡиммәт тә ул?
− Үкенескә күрә, магазин хужалары бигерәк күп хаҡ өҫтәп һата шул. Мин үҙем, мәҫәлән, өйҙән тиҫтәһен 25 һум менән һатам, баҙарға ла шул хаҡ менән сығарам. Былай, әйткәндәй булмаһын, һатып алалар: кемдер – балаларына, кемдер − олоғайған ата-әсәһенә. Аҙна һайын магазинда һатылмай ҡалғандарын кире йыйып алам, улары диетик үҙенсәлектәрен юғалтҡан иҫәпләнә. Аталарын һуйып, түшкәһен 50 һумдан һатабыҙ − уларын да яратып алалар. Шулай уҡ бүҙәнәне үҙе үрсетергә теләгәндәргә тереләй ҙә һатып ебәрәм, ирем иһә ситлектәр эшләп, һатыуға сығара. Бер ваҡыт шулай өйөбөҙгә, бүҙәнәләр һатып алам тип, тажик эшҡыуары килеп инә. Баҡтиһәң, тажиктарҙа бүҙәнә һуғыштары популяр икән, шуға килеп ҡарап йөрөгән.
Илшат ҡАНСУРИН.
Баймаҡ районы.
Оҡшаш яңылыҡтар
07.08.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты
19.03.2019 - Иҡтисад Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты
23.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов
21.01.2019 - Иҡтисад На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии
01.01.2019 - Иҡтисад Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта
29.12.2018 - Иҡтисад Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО