RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » УРТАСА РИШҮӘТ – 33 МЕҢ ҺУМ

15.02.2011 УРТАСА РИШҮӘТ – 33 МЕҢ ҺУМ

Бер кемгә лә сер түгел – «Рәсәйҙә медицина бушлай» тигән һүҙҙәр үҙен аҡламай. Эш дауаланыу препараттарын һатып алыу­ҙа ғына түгел, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ришүәт биреүҙең «сәскә атыуы»н­да. Йыл һайын һаулыҡ һаҡлау өлкәһе республикабыҙҙа ришүәтселек киң таралған тармаҡ булараҡ билдәләнә. Һәр хәлдә, ҡуҙғатылған енәйәт эше тап ошо хаҡта һөйләй.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса идаралығы башлығы Юрий Черницев билдәләүенсә, 2010 йылда коррупцион хоҡуҡ боҙоуҙарҙың тағы ла артыуы күҙәтелгән. 2008 – 2009 йылдарҙа ла иҡтисади енәйәттәр артҡандан-арта бара ине. Һандарға иғтибар итәйек – Башҡортостанда асыҡлан­ған коррупция енәйәттәренең 34 проценты һаулыҡ һаҡлау тармағына тура килә. Власть һәм идаралыҡ органдары ла был тармаҡтан ҡалышмай, улар иҫәбенә дөйөм «коррупция һандығы»ның 33,2 проценты тура килә.
Республикала коррупция буйынса өсөнсө урында мәғариф (13,7 процент), унан һуң социаль тәьмин итеү өлкәһе (8 процент) килә. Агросәнәғәт комплексы ла «төшөп ҡалған»дарҙан түгел – ундағы коррупцион хоҡуҡ боҙоуҙар дөйөм күрһәткес­тең 5 процентын тәшкил итә.
Ришүәтселек менән дә шул уҡ хәл – Башҡортостанда ришүәтселектең 36 проценты һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, 33,5 проценты власть органдарына, 22 проценты – мәғариф өлкәһенә, ә инде 3,8 проценты социаль тәьмин итеү тармағына тура килә.
2010 йылда республикала барыһы 420 ришүәт алыу осрағы теркәлгән. Коррупция буйынса 934 енәйәт эше тамамланған һәм судҡа ебәрелгән. Ришүәтселек буйынса 387 эш судҡа тапшырылған.
Коррупция, ришүәтселек факты буйынса хөкөм ителгәндәр­ҙе ҡаты яза көтә: берәүҙәр вазифаһынан бушатыла, икенселәр иркенән мәхрүм ителә. Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһында эшләүсе һалым инспекторы 126 мең һум ришүәт алғаны өсөн йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән. Октябрьскийҙан өлкән суд приставы, 4 миллион һум ришүәт алып, туғыҙ йылға хөкөм ителгән.
Белгестәр Башҡортостандағы ришүәттең уртаса суммаһын да иҫәпләп сығарған. 2010 йылда уртаса ришүәт 33 мең һум тәшкил иткән. Рәсәй буйынса – уртаса күрһәткес. 2009 йылда был сумма 24 мең һум булған.
Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай